Эстәлеккә күсергә

Хәмиҙуллин Марат Өмөтбай улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хәмиҙуллин Марат Өмөтбай улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 2 ғинуар 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})
Тыуған урыны Яр-Бишҡаҙаҡ, Ишембай районы, Башҡортостан Республикаhы, СССР
Вафат булған көнө 12 ғинуар 2011({{padleft:2011|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Ишембай, Ишембай районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө инженер-механик
Уҡыу йорто Ишембай нефть колледжы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Даны ордены

Мара́т Өмөтбай улы Хәмиҙу́ллин (2 ғинуар 1936, Яр-Бишҡаҙаҡ ауылы, Маҡар районы, БАССР, Башҡортостан Республикаһының хәҙерге Ишембай районы — 12 ғинуар 2011, Ишембай) — Социалистик Хеҙмәт Геройы (1985 йылдың 22 июлендә бирелгән).

Хәмиҙуллин Марат Өмөтбай улы 1936 йылда Башҡортостан Республикаһының Ишембай районында тыуа[1].

Ишембай ҡалаһында Көҫәпҡол биҫтәһендә йәшәй.

Белеме — Ишембай ҡалаһының 3-сө һанлы мәктәбе (хәҙер — Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты)[2], артабан Ишембай нефть техникумының киске бүлеге.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1958 йылда Ишембай Сталин исемендәге машиналар эшләү заводында башлай

1967 йылдан 1994 йылға тиклем «Салауатнефтеоргсинтез» асыҡ акционер йәмғиәте ремонт-механика заводының механика-ремонт цехында токарь-расточник булып эшләй.

Ун беренсе биш йыллыҡтың план-заданиеларын һәм соцмалистик йөкләмәләрен ваҡытынан алда үтәгәне, «Салаватнефтеоргсинтез» производство берекмәһендә этилен һәм пропилен етештереү буйынса комплексты булдырыуға һәм үҙләштереүгә ҙур шәхси өлөш индергәне һәм хеҙмәт батырлығы күрһәткәне өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1985 йылдың 22 июлендәге Указы менән М. Ө. Хәмиҙуллинға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

Ленин (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1980), III дәрәжә Хеҙмәт Даны (1975)ордендары, миҙалдары менән бүләкләнә.

  • Салават. Уфа. Башкирское книжное издательство. 1987.
  • Герои труда. Уфа. Изд. Китап. 2011.