Хәмәҙинуров Шамил Шәрифйән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Хәмәҙинуров Шамил Шәрифйән улы
Заты ир-ат
Тыуған көнө 2 сентябрь 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Мишкә районы, Иштебай ауылы
Вафат булған көнө 14 ноябрь 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (64 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Өфө
Һөнәр төрө йырсы
Музыка ҡоралы вокал[d]

Хәмәҙинуров Шамил Шәрифйән улы (2 сентябрь 1950 йыл — 14 ноябрь 2014 йыл) — башҡорт йырсыһы, 1978—2014 йылдарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы вокалсыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2013).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шамил Шәрифйән улы Хәмәҙинуров 1950 йылдың 2 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Мишкә районы Иштебай ауылында тыуған.

1978 йылда Миләүшә Мортазина класы буйынса Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт филармонияһында артист-вокалсы (солист) булып эшләй башлай. Башҡортостанда һәм унан ситтә тиҙ арала билдәлелек яулаған «Ихлас» эстрада төркөмө инициаторы һәм нигеҙ һалыусыһы була.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тормош иптәше — йырсы Римма Ибраһимова менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Ҡыҙы Гөлназ М. Кәрим исемендәге Йәштәр театрының әҙәбиәт бүлеге мөдире булып эшләй, Гөлсәсәк — Ҡазанда Ғ.Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры актрисаһы.

Репертуары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шамил Шәрифйән улы йырҙарын бик күп телдәрҙә башҡара — башҡорт, татар, мари, сыуаш һәм мордва. «Бәллүр яҙмыш», «Төнгө серенада», «Ҡойон», «Парлы тормош», «Өфөләргә барам әле», «Үҙең аңла…» йырҙары менән Башҡортостандың халыҡ артисы Шамил Хәмәҙинуров үҙенсәлекле, моңло тауышы менән бик күп тамашасының яратҡан йырсыһына әүерелә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Юлдаш» радиоһы «Атайым тураһында һөйләгеҙ» тигән баш менән гүр эйәһе булған арҙаҡлы шәхестәр хаҡында тапшырыуҙар циклы ойоштора. Шамил Хәмәҙинуровҡа арналғаны «Бәллүр яҙмыш» тип аталды һәм эфирға 2016 йылдың 6 июнендә сыҡты[1].
  • Мишкә районында Башҡортостандың халыҡ артисы Шамил Хәмәҙинуровтың тыуыуына 65 йыл тулыуға арналған саралар уҙа. Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы коллективы был көндә Мишкәлә хәйриә концерты ойоштора. Унда танылған сәхнә йондоҙҙары — Лилиә һәм Хәлит Фәтиховтар, Фәриҙә һәм Роберт Тимербаевтар, Вәлит Илембәтов, Әлфиә Юлсурина, Радик Вәлмөхәмәтов, Фән Вәлиәхмәтов, Минзиә Нәсибуллина, Рушан Биктимиров, Сүриә Ғималова, Рәмил Хәзиев сығыш яһай. Был концерттан килгән аҡса Шамил Хәмәҙинуровҡа һәйкәл ҡуйыу өсөн тотоноласаҡ, тип хәбәр итте «Башҡортостан» гәзите хеҙмәткәре Айгиз Баймөхәмәтов. Ошо уңайҙан район үҙәге Мишкә ауылында Шамил Хәмәҙинуровҡа мемориаль таҡтаташ асыла. Киләсәктә урамға уның исемен бирергә ниәтләйҙәр[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Шамил Хәмәҙинуров. Бәллүр яҙмыш. «Юлдаш» радиоһы. 2016 йыл, 6 июнь (Тикшерелгән 1 сентябрь 2018)
  2. Айгиз Баймөхәмәтов. Шамил моңо йәшәй күңелдә /«Башҡортостан» гәзите. 2016 йыл, 11 ғинуар

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]