Эстәлеккә күсергә

Хөсәйенов Ғөбәйҙулла Абдулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғөбәйҙулла Абдулла улы Хөсәйенов
Тыуған көнө

1892({{padleft:1892|4|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы, Ырымбур өйәҙе, Соль-Илецк ҡалаһы

Вафат булған көнө

1948({{padleft:1948|4|0}})

Вафат булған урыны

Төркмән ССР-ы, Ашхабад ҡалаһы

Гражданлығы

СССР

Подданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Эшмәкәрлеге

дәүләт эшмәкәре, журналист

Ғөбәйҙулла Абдулла улы Хөсәйенов (18921948) — дәүләт эшмәкәре, журналист.

Хөсәйенов Ғөбәйҙулла Абдулла улы 1892 йылда Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Соль-Илецк ҡалаһында тыуған.

Ырымбур ҡалаһында «Хөсәйениә» мәҙрәсәһендә белем ала.

1918—1919 йылдарҙа туған ҡалаһында мәғариф комиссары вазифаһын үтәй.

Рәсәйҙә Граждандар һуғышы осоронда ҡыҙылдарҙың Төркөстан фронтында сыҡҡан «Ҡыҙыл йондоҙ» гәзитендә тәржемәсе булып эшләй.

Һуңынан Төркмән ССР-ында совет власын нығытыуҙа ҡатнаша, мәҙәниәт, фән, журналистика өлкәһендә эшләй. 1921—1929 йылдарҙа «Совет Төркмәнстаны» гәзитендә корреспондент, 1930 йылда ошо гәзиттең баш мөхәррире урынбаҫары вазифаһын биләй. Бер үк ваҡытта 1929 йылдан — Төрмәнстан үҙәк башҡарма комитеты ағзаһы.

1938—1948 йылдарҙа Төркмән тел һәм әҙәбиәт институты директоры, Төркмәнстан дәүләт нәшриәте директоры һәм баш мөхәррире, Төркмәнстан Матбуғат эштәре идараһы директоры вазифаларын башҡара.

1948 йылда Ашхабадта булған ер тетрәү ваҡытында һәләк була.

  • Төркмән ССР-ы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены