Эстәлеккә күсергә

Хөсәйен Нуршәреҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хөсәйен Нуршәреҡ
Төп мәғлүмәт

Хөсәйен Нуршәреҡ (фарс. حسین نورشرق) — классик фарсы йырсыһы, шағиры, Шәреҡ илдәре менән бағланыштар буйынса белгес, Мәскәү консерваторияһының фарсы проекттарын ойоштороусы.

Ирандың Боружын ҡалаһында донъяға килә. Хөсәйен Нуршәреҡ бала сағынан уҡ атаһынан Ибраһим Мөхәммәдтән ауаз (йыр) оҫталығына өйрәнә. Ә атаһы, үҙ сиратында, үҙенең бабаһынан, шағир һәм йырсынан, дин әһеле Ғәли Әcғәр Вәсалиҙан был оҫталыҡҡа өйрәнә. Хөсәйен Нуршәреҡ шулай уҡ Исфаһан оҫтаһы Мәлик Мәғсүди һәм уның абайса Мәғсүдтән тар музыка уйын ҡоралында уйнарға ла өйрәнә.

Хөсәйен Нуршәреҡтең юғары хоҡуҡи белеме — Рәсәй Халыҡтар дуҫлығы университетының бакалавр (2009) һәм магистр дипломы (2011) бар. Һуңыраҡ 2014 йылда ул Мәскәү дәүләт мәҙәниәт институты аспирантураһын тамамлай, ауаз теорияһы буйынса «Һинд-Аурупа халыҡтары мәҙәниәте феномены булараҡ йырлау тауышы: фарсы музыка йолалары материалында системалы-типологик тикшеренеүҙәр тәжрибәһе» (рус. Певческий голос как феномен культуры индоевропейских народов: опыт системно-типологического исследования на материале музыкальных традиций Ирана) диссертацияһын яҡлай.

2008 йылдан башлап Мәскәү консерваторияһына Ирандың музыкаль традицияларын өйрәнеүҙә һәм Россия менән Иран араһында мәҙәни хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙә актив ярҙам итә. 2014 йылдан башлап, фарсы мәҙәниәте мәсьәләләре буйынса фәнни консультант вазифаларын үтәп, Мәскәү консерваторияһында эшләй.

2008-2016 йылдар дауамында Хөсәйен Нуршәреҡ менән Мәскәү консерваторияһында 30-ҙан артыҡ иран классик музыкаһы концерттары урын ала. Әлеге концерттарҙа түбәндәге танылған фарсы композиторҙары һәм башҡарыусылары ҡатнаша: Ғәли Ҡамсари (фарс.)баш. (тар, диван), Шәхриәр Назари (бәрмә музыка ҡоралдары), Мәжит Дәрәхшани (инг.)баш. һәм Кәйуан Сакит (инг.)баш. (тар, сетар), Мөхәммәд Мөтәмәди (инг.)баш., Нәғимә Ҡулами, Мәидә Табатабаи, Һалә Сәйфизада (фарс.)баш. (йырсылар) һәм "Солох", "Фираҡ", «Ҡәмәр», «Каруан» музыкаль төркөмдәре.

Россияның Мәскәү, Екатеринбург, Ҡаҙан, Смоленск, Петербург шәһәрҙәрендә, шулай уҡ ҡайһы бер Австрия, Белоруссия, Колумбия, Япония шәһәрҙәрендәге концерттарҙа сығыш яһай.

2020 йылда Коронавирус сәбәпле Мәскәүҙә ойошторолған "Мәскәү — мәҙәниәттәр чаты" интернет проектында ҡатнаша. Әлеге проекттың беренсе "Мәскәү — Тәһран. Йырсы Хөсәйен Нуршәреҡ" сығарылышында 2013-2019 йылдарҙа урын алған Хөсәйен Нуршәреҡтең классик фарсы музыкаһы концерттарының видеояҙмалары ҡулланыла.

Тышҡы видеофайлдар
"Мәскәү — мәҙәниәттәр чаты". Халыҡ-ара интернет-проект. Мәскәү - Тәһран. Хөсәйен Нуршарг