Чалдондар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Чалдондар

Чалдон, челдон йәки чолдон[1][2]. — Себер ерле урыҫтарының һәм уларҙың вариҫтарының атамаһы. Европа Рәсәйенән күсенеүселәр араһынан Көнбайыш Себерҙә даими рәүештә йәшәгән халыҡ булараҡ XVIXVII быуаттар аҙағында барлыҡҡа килгән[3][4]/.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XX быуаттың башында уҡ ерле (ауыл) Себер халҡы ҡайһы ауылдар чалдон, кемде чалдон тип әйтеп була икәнен бик яҡшы белгән, һуңғараҡ күсенгәндәр, мәҫәлән, ҡасҡындар, һөрөлгәндәр, каторжаниндар, крепостной крәҫтиәндәр һәм Столыпин реформалары һөҙөмтәһендә күсеп килгәндәр һәм чалдондар араһындағы айырмалыҡтарҙы яҡшы күргән.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Челдон» һүҙенең аңлатмаһын тәүге тапҡыр В. И. Даль 1866 йылғы һүҙлегендә бирә: берәҙәк, ҡасаҡ, каторжанин (бродяга, беглый, варнак, каторжник), монгол теленән үҙләштерелгәне лә күрһәтелә.

Хәҙерге ваҡытта «чалдон» («челдон») һүҙенең килеп сығышы билдәһеҙ тип иҫәпләнә.

Боронғо урыҫтар үҙҙәрен «чалдон» тип исемләмәгән. Урыҫ сибиряктарының бер нисә үҙбилдәленеше бар: «сарьмяттар» (бәлки, «сарматтарҙың» боҙоп әйтелешелер), «самарсылар». Сарьмяттар электән Тубыл һәм Усть-Ишим районында йәшәгән, самарҙар — Сорғот тирәһендә. Әлеге атамаларҙы килеп сығышы тураһында Себерҙә борондан йәшәүсе халыҡ араһында бер нисә версия бар: мәҫәлән, «сарьмяттар» атамаһының килеп сығышының беренсе версияһы — тире эшкәртеү буйынса билдәле кәсеп менән бәйле булыуы мөмкин («сыромятничество» һүҙенең боҙоп әйтелеше — «сарьмятничество»), икенсе версия буйынса элекке ваҡытта күрше булған халыҡ менән оҡшашлыҡ өсөн бирелгән ҡушамат, шулай уҡ үҙенә яҡын халыҡ менән ҡушылыу һөҙөмтәһендә үҙ атамаһын һаҡлап ҡалыу; өсөнсө версия — «самарсылар» атамаһы Себергә күскәнгә тиклем йәшәү урыны менән бәйле. Чалдондарҙың көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре, уларҙың айырмаларыҡтары бөгөнгө көнгә тиклем тикшерелмәгән.

Ҡайһы бер хәҙерге ваҡыттағы тарихсылар «чалдон» һүҙенең килеп сығышын «челядь» (хеҙмәтсе) һүҙенә бәйләйҙәр[3], әммә Себерҙә чалдон ауылдары власть үҙәктәренән йыраҡ, барып етеүгә ҡыйынлыҡ тыуҙырған урындарҙа, власть идара итеү органдары булмаған ерҙәрҙә урынлашҡан.

Ҡайһы берҙә был һүҙ негатив төҫ ала. Был осраҡта, күрәһең, «ерле», йәғни чалдондар, һәм яңы күскенселәр араһындағы бер-береһенә мөнәсәбәттәр сағылдырыла[5].

Халыҡ этимологияһы был һүҙҙе йыш ҡына «человек с Дона» йәки «люди, пришедшие на ЧЕЛнах с ДОНа» һүҙбәйләнештәренең ҡыҫҡартылған варианты тип билдәләй. Самоходтарҙан (Рәсәй империяһының көнбайыш өлкәләренән XIX—XX быуаттарҙа Себергә күсенгән кешеләр) айырмалы рәүештә чалдон һүҙе ерле сибиряктарҙың үҙ атамаһы булараҡ ҡулланылған[6].

Рәсәйҙең көньяҡ сиктәренән, Чалка һәм Дон араһында, күсенгән халыҡтың атамаһы тигән гипотеза бар.

Һөйләш һәм традициялар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡа төбәк төркөмдәре менән сағыштырғанда, бөтә Себерҙә чалдондарҙың теле таҙа. «Чалдон» һүҙе Тубылда һәм Ишим районында һәм унан төньяҡҡараҡ (унда О аша һөйләшәләр) А аша әйтелә, «чолдон» О аша һәм «челдон» Е аша — Омск өлкәһендә, Башҡортостанда һәм Ҡаҙағстанда әйтелә, шулай уҡ Ҡаҙағстандан ҡасҡан урыҫтар араһында (элекке Тубыл губернаһының Аҡмулла өлкәһенән) йыш ҡына «чолдон» һүҙе ҡулланыла. Ерле урыҫ сибиряктары был һүҙҙә беренсе ижектә баҫым яһап әйтәләр. «Челдон» һүҙенең беренсе ижегендә баҫым яһау Себерҙә уны каторгаға әйләндергәндән һәм Тубыл губернаһынна һөрөлгәндәрҙе һәм каторжаниндарҙы оҙатҡан саҡта йәшәй башлаған Себер казактарына һәм уларҙың вариҫтарына хас. «Чалдон» һәм «чолдон» («челдон») һүҙҙәренең төрлө әйтелешенең сәбәптәре әле асыҡланмаған.

Көнкүрештә ерле урыҫ сибиряктарында иконалы «ҡыҙыл мөйөш» «божница» тип атала, элекке ваҡытта әлеге мөйөштә боттар (божки) торған. Иконаны ҡулдан төшөрөп ебәреү әлеге ваҡытта ла алама ырым тип һанала. Әлегә тиклем насар һанала икона ара ҡулдарында — «божа обижаться». Себерҙә урыҫ батша власы урынлаштырылғандан һуң мәжүси чалдондарға христианлыҡты ҡабул иткәнгә тиклем икеләтә һалым йөкмәтелә, шулай уҡ православ христиандары — кержактарға ла. Себер ханлығы осоронда урыҫ сибиряктарының бер өлөшө шулай уҡ икеләтә һалым түләй: береһен — урыҫ батшаһына, икенсеһен — ханға, шуға күрә Ермактан һуң Себерҙә төпләнгән урыҫтар ерле урыҫ сибиряктарын «Себер двоедандары» тип исемләй.

Әлеге ваҡытта Себер ауыдарында, шул иҫәптән татар ауылдарында, ике өлөштө берләштергән ҙур себер «чалдон йорто» традицион һанала, ул «гармунды» хәтерләтә, ингән ерҙән уң яҡҡа — ҡатын-ҡыҙҙарҙың аш-һыу әҙерләү урыны һәм һул яҡта, төптә, өйҙөң иң күркәм «ҡыҙыл мөйөшөндә» — божница урын ала. Чалдондарҙың бындай ағас йорт ҡоролошо Себергә Ермактың һәм яңы урыҫ күскенселәре килеүе менән бәйле. Себергә «самоходтарҙың» килгәненә тиклем чалдондар ер (баҙ) өйҙәр һәм блиндажға оҡшаған өйҙәр ҡуйған, улар ергә һеңешеп ултырған һәм кәрәк саҡта икенсе ерҙә лә бындай «өйҙәрҙе» еңел генә төҙөп булған, бигерәк тә һунар итеү йәки балыҡ тотоу урындарында. Әлеге ваҡытта ошондай «һунар өйҙәрен» төҙөү ғәҙәтен бөтә һунарсылар һәм балыҡсылар, шул иҫәптән себер татарҙары, үҙләштергән. Бындай өйҙәрҙә (заимкаларҙа) шырпы, аҙыҡ-түлек, кейем, һауыт-һаба ҡалдырыла. Өйҙөң исеме лә тәбиғәткә ҡарата ерле халыҡтың тәрән ихтирамын кәүҙәләндерә, кеше тәбиғәттән «үтескә» алғанды изгелек эшләү аша кире ҡайтара

Себен-серәкәйҙең мыжғып торған сағында сибиряктар үҙҙәренең карауаттарын шаршау менән ябалар.

Традиция буйынса чалдон ҡатын-ҡыҙҙары ҡыҙыл биҙәкле ҡара яулыҡтар ябына, сәстәрен үреп төшөрәләр, йәш ҡыҙҙар ҡупшы аҡ йәки асыҡ төҫтәге, ҡыҙыл яулыҡтар ябына ала, яулыҡһыҙ йәки йыйылмаған сәс менән йөрөү хурлыҡлы тип һанала. Божница эргәһендәге ҙур чалдон өҫтәле артына ҡарттарҙы һәм хөрмәтле кешеләрҙе ултыртыу ғәҙәте бар. Ҡунаҡтары һәм «яңы килгән» кешеләрҙе, хатта яңы кеше ҙур етәксе булһа ла, «ҡыҙыл мөйөшкә» ултыртмайҙар. Дуҫтарҙы һәм яҡын туғандарҙы өҫтәл артында бергә ултырталар, әңгәмәләште йәки дошманлашҡан кешене, һөйләшкән саҡта күреү мөмкилегенән сығып, ҡаршыға ултырталар. балаларҙы һәм йәштәрҙе ҡыҙыл мөйөшкә ҡаршы, ишек төбөндә. ултырталар. Килгән начальниктарҙы ҡарттарға ҡаршы, «балалар мөйөшөнә», ултыртҡан осраҡтар ҙа була.

Чалдон традицияларының ғәҙәти булмаған үҙенсәлеге — ир-атҡа ҡатын-ҡыҙҙар яғына, шул иҫәптән аш-һыу әҙерләү урынына, инеү тыйыла — хәҙерге ваҡытта һирәк үтәлә. Ир-аттың хатта төпкә үтеп һыу эсер өсөн сынаяҡ алырға хоҡуғы булмай, шуға күрә йыш ҡына аш-һыу бүлмәһе эргәһендә һыу һәм сүмесле бачок ҡуялар. Аш, дарыу төнәтмәләрен әҙерләү, һауыт-һаба йыуыу, аш урынын йыйыштырыу — ҡатын-ҡыҙҙың эше һанала. шул уҡ ваҡытта ҡатын-ҡыҙ «ирҙәр ҡоралдары» менән ҡуллана һәм «ирҙәр яғына» инә алмай, шулай уҡ ҡулына салғы. сүкеш алырға рөхсәт ителмәй. Шулай итеп, ир-егеттәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙың «тиңлегенә» ҡарамаҫтан (ҡыҙ-ҡырҡынға малайҙар менән бергә балыҡ тоторға, ҡатындарға һунарға йөрөргә тыйылмай), чалдон традициялары буйынса ҡатын-ҡыҙ һәм ир-ат ғаилә бурыстарының айырымланыуы ҡаралған.

Чалдондарҙа өҫтәлгә һауыт-һабаны һәм аш-һыу ризыҡтарын ҡатын-ҡыҙ ҡуя, сәй яһай, әҙерләнгән ашты алып килә. сөнки ирҙәргә аш-һыу бүлмәһенә инеү тыйылған, әммә, ҡатындар ирҙәр менән бергә өҫтәл артына ултыра алһа ла, улар бер ҡасан да ирҙәрҙән алда, улар ашай башлағанға тиклем, ултырмайҙар — Себер чалдондарында ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәр менән бер өҫтәл артында һирәк ултыралар, ғәҙәттә ирҙәр менән байрамдарҙа ғына ултыралар.

Чалдондарҙың христианлыҡты ҡабул итеүенә ҡарамаҫтан урыҫ сибиряктарының ырымдарында мәжүси ҡалдыҡтары һаҡлана, иконалар араһында осраҡлы рәүештә һөйәктән эшләнгән бот урын алыуы мөмкин.

Чалдондарҙың ата-бабалалры төрлө ваҡытта Себергә килеүе сәбәпле, уларҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, һөйләштәре һәм ырымдары үҙ-ара бик ныҡ айырыла.

Чалдондар тураһында мифтар һәм легендалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Чалдондар ысынында үҙенең сығышын «Чалка һәм Дон араһынан сыҡҡан кешеләр» тип билдәләйҙәр.

Әммә халыҡ үҙенә биргән исеме версияһы юмористик төҫөн алған халыҡ фольклоры өлкәһеә ҡарай. «Дондан кеше» тип Себерҙә казак ҡатламынан, «ирекле кешеләрҙән» теләһә кемдеатайҙар; ә «Чалый йылғаһынан кешеләр» тип каторжаниндарҙы, һөргөнселәрҙе һәм яубаҫарҙарҙы (улар ҙа «ирекле кешеләр»), йәғни власҡа буйһомаған кешеләрҙе атағандар.

Шулай итеп, халыҡ легендаһы тәүге Себер күскенселәре «ирекле кешеләрҙән», Себергә ирек һөйөүсән казактарҙан һәм яубаҫарҙарҙан килеп сығыуна ишара яһай, йәнәһе, чалдондар «крепостной крәҫтиәндәрҙән» һәм «холоптарҙан» айырмалы рәүешендә «ирекле» булғандар. Чалдондарҙа «чалдон кәпәсен боҙмай» тигән мәҡәл бар, йәғни, чалдон власть алдында кәпәсен сисмәй, баш эймәй.

Нәҡ ошо һыҙаты арҡаһында чалдондарҙың ялҡаулығы һәм тупаҫлығы тураһында риүәйәттәр бәйле, сөнки чалдондар властың бойороҡтарын үтәргә ашыҡмай, үҙҙәрен буйһонорға тейешле тип һанамай: чалдондар яй, әммә намыҫлы эшселәр, әммә кемдең булһа ла бойороҡтарын үтәргә яратмайҙар, сөнки чалдондарҙа буйһоноу һәм холоплыҡ хурлыҡлы тип һанала.

Һуңғы урыҫ күскенселәре һәм урындағы ҡәбиләләр чалдондарҙы «һары кендекле чалдон» («желтопупый чалдон») тип мыҫҡыллау ғәҙәткә ингән. Үҙҙәренең ғорур ирекле сығышы һәм «ысын себер урыҫлығы» менән ғорурланған чалдондар өсөн етди мәсхәрә булып тора, сөнки әлеге һүҙбәйләнеш чалдондарҙың ырыуында монгол йәки татар вәкилдәренең булыуын иҫбатлай. Христиалыҡҡа тиклемге осорҙан чалдондар мөзитетендә һаҡанып ҡалған славян традицияларына һәм Себер урыҫтары өсөн ғәҙәти зәңгәр күҙҙәргә ҡарамаҫтан, чалдондарҙа, ҡартая килә, монголоид һыҙаттары барлыҡҡа килә: ҡыҫыҡ күҙҙәр һәм һарыға тартым тән төҫө, шуға күрә уларҙы яңыраҡ күсеп килгән урыҫтар һәм урындағы татар халҡы «һары кендектәр» тип үсекләй.

Хәҙерге ваҡытта антропометрик мәғлүмәттәре нигеҙендә Себер халыҡтарын монголоид һәм европеоид һыҙаттарына эйә булараҡ айырыу һәм совет ғалимы Г. Н. Прокофьевтың фекерҙәштәрнең самодийҙар телдәренең фин-уғыр тел төркөмө менән Урал телдәре ғаиләһенә инеүе буйынса теорияһы нигеҙендә Себерҙе боронғо ваҡыттан үҙләштергән урындағы ерле европеид халҡының ситтән килгән монголоидтар менән ҡушылыуы һөҙөмтәһендә самодийҙар кесе раса булараҡ барлыҡҡа килгән тигән фараз алға сыға: әлеге ҡушылыу һөҙөмтәһендә ненецтар, нганасандар, энсылар, селькуптар, себер татарҙары барлыҡҡа килгән; шуға күрә чалдондарҙың Себер абориген-европеидтарҙың ҡалдыҡтары булыуы мөмкин, әммә был версия етерлек кимәлдә дәлилләнмәгән һәм әлегә бәхәстәр тыуҙыра.

Чалдондарҙың холоҡ-фиғеленә һәлкәүлек, эшкә ҡарата намыҫлылыҡ, хәтерҙә ҡалдырыу һәләтенең насарлығы, кирелек, киң күңеллелек, бойондороҡһоҙлоҡ. Элекке ваҡытта ауылдарҙа чалдондарҙы таҙалыҡ буйынса танығандар: «Күтәрмә ялтырай — чалдондар йәшәй».

Демография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге ваҡытта чалдон юҡҡа сығып барған этник төркөмдәр һәм үҙенең айырымлылығын һәм үҙенсәлеген йыраҡ себер ауылдарында ғына һаҡлап ҡала алғандар араһына инә. Шулай ҙа бөтә Рәсәй территорияһында сығышы менән Себерҙән булғандарҙы осратып була һәм улар үҙҙәрен ча()елдон тип исемләйәсәк.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]