Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яңаҡһөйәклеләр (лат. Gnathostomata) — умыртҡалы хайуандарҙың бер төркөмө (умыртҡалыларҙың 99 %). Балыҡтар һәм дүрт аяҡлылар өҫ класына бүленә.
Яңаҡһөйәклеләр бор. грек. γνάθος (гнатос, яңаҡ) + бор. грек. στόμα (стома, ауыҙ) — баш һөлдәһендә ҡапма -ҡаршы ҡуйылған өҫкө һәм аҫҡы яңаҡтары булғанлыҡтан шундай атама алғандар. Латинса атамаһы яңаҡ һәм ауыҙ һүҙҙәренән яһалған.
- Яңаҡһөйәклеләрҙең баш һөлдәһе ике өлөштән: мейе ҡумтаһынан һәм бит өлөшөнән тора. Бит өлөшө өҫлө-аҫлы пар яңаҡтарҙан тора.
- Өҫкө һәм аҫҡы яңаҡтары бер-береһенә ҡапма-ҡаршы ҡуйылған. Яңаҡтарҙа һәр береһе үҙ ҡаҙнаһы менән тештәр урынлашҡан.
- Парлы ослоҡтары бар.
- Эске ҡолаҡта өсөнсө (горизонталь) ярым түңәрәк канал бар.
- Күҙәнәк кимәлендә айырмалары булып, нейрондарында миелен япма (ҡатлам) булыуы тора. Шулай уҡ, антигендарҙы[1] таныу өсөн V(D)J антиесемдәр сылбырын рекомбинациялаусы адаптив иммун системаһы бар.
Яңаҡһөйәклеләр һыуҙа, ҡоро ерҙә йәшәй. Уларҙың айырым бер өлөшө һауала осоуға һәм ер аҫтында көн итеүгә яраҡлашҡан.
Яңаҡһөйәклеләр инфратибына
- Кэрролл Р. Палеонтология и эволюция позвоночных: В 3-х т. Т. 3. — М.: Мир, 1993. — 312 с. — ISBN 5-03-001819-0.
- Наумов С. П. Зоология позвоночных. — М.: Просвещение, 1982. — 464 с.
- Латюшин В. В. Хайуандар. Дөйөм белем биреү учреждениелары өсөн дәреслек. — Өфө.: Китап. 2011. ISBN 978-5-295-05368-9