Эстәлеккә күсергә

Чопич Бранко

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Чопич Бранко
сер. Бранко Ћопић
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Австро-Венгрия
 Сербтар, хорваттар һәм словендар короллеге[d]
 Югославия короллеге
 Югославия Социалистик Федератив Республикаһы[d]
 Босния һәм Герцеговина Социалистик Республикаһы
Тыуған көнө 1 ғинуар 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[3][2][4][…]
Тыуған урыны Хашани[d], Боснийская Краина[d], Австро-Венгрия
Вафат булған көнө 26 март 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[3][4][5][…] (69 йәш)
Вафат булған урыны Белград, Югославия Социалистик Федератив Республикаһы[d][3]
Үлем төрө Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу
Үлем сәбәбе ҡолап төшөү[d]
Ерләнгән урыны Яңы зыярат[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле Серб теле
Һөнәр төрө яҙыусы, шағир, балалар яҙыусыһы, драматург, сценарий яҙыусы
Эшмәкәрлек төрө әҙәбиәт[6], шиғриәт[6], драма[d][6] һәм Фильм[6]
Уҡыу йорто Белград университетының философия факультеты[d]
Белградский университет[d]
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы
Кем хөрмәтенә аталған Бранко Радичевич[d]
Ойошма ағзаһы Сербия фәндәр һәм сәнғәттәр академияһы[d], Сербия фәндәр һәм сәнғәттәр академияһы[d] һәм Академия наук и искусств Боснии и Герцеговины[d][7][8]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәттәре тупланмаһы Književne novine (Literary News)[d][9]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
 Чопич Бранко Викимилектә

Бранко Чопич (сер. Бранко ЋопићБранко Ћопић; 1 ғинуар 1915, Хашани (серб.)баш. (серб.)баш., Босния Краинаһы, Австро-Венгрия — 26 март 1984, Белград, Сербия) — Югославия Сербия яҙыусыһы һәм шағиры. Сербия фән һәм сәнғәт академияһы (1968) һәм Босния һәм Герцеговина фән һәм сәнғәт Академияһы ағзаһы (1973)[10].

Беренсе донъя һуғышы башында (1915 йылдың 1 ғинуарында) Австро-Венгрия биләмәһендә, Босния өлкәһенең Грмеч (серб.)баш. (серб.)Грмеч тауы итәгендә урынлашҡан Хашань ауылында тыуған. Яҙыусының үҙе хәтерләүе буйынса, уның атаһы, Вид Чопич, австровенгрия армияһы составында һуғышҡан, ә Ниджо ағаһы серб үҙ ирке менән армияға китеүселәр составында Австро-Венгрияға ҡаршы һуғыша. Һуғыш тамамланғандан һуң ғына улар бөтәһе бергә осраша ала.

Бранкоға 4 йыл тулған саҡта, уның атаһы «испанка» ауырыуынан вафат була. Малай ҡустыһы Райко, апайы Смилька һәм әсәһе София (ҡыҙ фамилияһы — Новакович), Ниджо бабайы, Рада олатайы менән бергә йәшәйҙәр. Ҡышҡы оҙон кистәрҙә Ниджо халыҡ әкиәттәре һәм йырҙары һөйләй, Бранко йөрәгендә ижад менән ҡыҙыҡһыныу уята. Бранко олатайы менән бергә һарыҡ көтә йөрөй. Алты йәшендә уға бәрәстәр тәрбиәләүҙе ышанып тапшыралар.

Бранко уҡырға, үҙенең хәтирәләре буйынса, мәктәптә уҡый башлағанға тиклем, һандыҡтан халыҡ йырҙары китабын табып алып өйрәнә. Һуңынан, өсөнсө класта уҡыған сағында, бабайынан ауырлыҡ менән ике динар һорап алып, уҡытыусыһынан «Мигель Сервантес» китабын һатып ала. Был китапта яҙыусының тормошо һүрәтләнә һәм «Дон Кихот» романынан өҙөктәр бирелә[11]

Тыуған ауылында башланғыс мәктәпте тамамлағандан һуң, алыҫ түгел урынлашҡан Бихач ҡалаһында гимназияла уҡыуын дауам итә.

Үҫмерлек һәм йәшлек йылдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гимназияны тамамлағандан һуң, Баня-Лука ҡалаһына уҡытыусылар мәктәбенә уҡырға китә. Уны тыйылған әҙәбиәт уҡығаны өсөн дүртенсе курста уҡыуҙан ҡыуалар. Уҡыуын дауам итеү өсөн Бранко Сараевоға күсә, әммә унда ла һуңынан ҡыуыла. Артабан ул Карловацҡа бара, унда урындағы уҡытыусылар мәктәбен тамамлай. Бынан һуң Белград университетының философия факультетына уҡырға инә.

Студент йылдарында әҫәрҙәрен баҫтырып сығара башлай. Беренсе баҫмаһы 1928 йылда «Венац» йәштәр журналында баҫылып сыға. 1929 йылдан башлап, мөхәррире Жика Миличевич булған «Политицтә» әүҙем рәүештә әҫәрҙәрен баҫтыра башлай. Унда, башлыса үҙенең «балалар мәнфәғәтендә сәйәсәт» даими колонкаһында, 126 материалын баҫтырып сығара[12]. Уның мәҡәләләре тәнҡитселәр араһында ыңғай баһалама ала, һәм ул 1939 йылда Милан Ракич исемендәге премияға лайыҡ була.

1940 йылда университетты тамамлай.

Югославияның халыҡ-азатлыҡ армияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Бранко Чопич, Мира Алечкович (серб.)баш. (серб.)баш. һәм Блаже Конески партизандар янында (1944 йыл)

Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Югославия операцияһын Бранко Чопич Югославия Короллеге армияһының студент батальонында Мариборҙа ҡаршылай. Дуҫтары менән бергә был көндәрҙә ул Мрконич-Града янында дошмандарға отпор бирергә маташа. Һуңынан армия таратыла, Чопич тыуған яғына ҡайта. Унда шунда уҡ халыҡ-азатлыҡ хәрәкәте партизандарына ҡушыла, һуғыш аҙағына тиклем улар менән ҡала, дуҫы Скендер Куленович менән бергә хәрби корреспондент булып эшләйҙәр. Һуғышта туплаған тәжрибә Чопичтың күп әҫәрҙәре өсөн мөһим нигеҙ булып тора[13][14]

Һуғыштан һуңғы осор

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғыш тамамланғандан һуң, барлыҡ ғүмерен Бранко Чопич Белградта йәшәп үткәрә, Югославия һәм Европа буйынса күп сәйәхәт итә.

«Пионир» балалар гәзитенең баш мөхәррире булып эшләй башлай, һуңынан профессиональ яҙыусылыҡ эшенә ваҡыт бүлә башлай. Уның әҫәрҙәре бер нисә тапҡыр экранға сығарыла[15]

1950 йылда Чопич сатирик «Еретик мәҫәл» баҫтырып сығара, уны үҙенең сығышында Иосип Броз Тито ҡырҡа тәнҡитләй. Артабан уның сатира әҫәрҙәре яҙыусыны бер нисә тапҡыр ғәйеп ташлауға дусар итә.

1951 йылдың 28 июнендә балалар табибы булып эшләгән Богданка Цица Иличҡа өйләнә.

1958 йылда «Не грусти, бронзовый страж» романы өсөн Чопич НИН (Недељне информативне новине) журналының абруйлы премияһына лайыҡ була

1965 йылдың 16 декабренән— Серб фән һәм сәнғәт академияһының әҙәбиәт һәм тел бүлеге ағза-корреспонденты, 1968 йылдың 7 мартынан — академик.[16]

Белградта Яңы зыяраттағы почёт аллеяһында Бранко Чопич ҡәбере

Бранко Чопич һуңғы йылдарҙа үҙен яңғыҙ тоя, оҙайлы депрессияла була. Ошо кәйеф тәьҫире аҫтында 1984 йылдың 26 марты төнөндә, ул ваҡытта халыҡта Бранко күпере булараҡ билдәле булған — Бранко урамы буйлап, Сава йылғаһы аша һалынған туғанлыҡ һәм берҙәмлек Күперенән ташлана. Бранко Чопич үҙ-үҙен үлтергәндән һуң был исем өҫтәмә, ҡайғылы мәғәнә ала[17][18].

Белградта, Яңы зыяратта ерләнгән.

  • I дәрәжә Туғанлыҡ һәм берҙәмлек ордены.
  • I дәрәжә «Халыҡ алдында ҡаҙанышы өсөн» ордены.
  • Таҫмалы Югославия флагы ордены.
  • 1941 йылғы Партизан хәтере миҙалы.
  • 1939 йыл — Милан Ракич исемендәге премия.
  • 1947 йыл һәм 1948 йыл — Фән һәм мәҙәниәт буйынса Комитет премияһы.
  • 1949 йыл — СФРЮ Хөкүмәте премияһы.
  • 1956 йыл — Белград ҡалаһының Октябрь премияһы.
  • 1958 йыл — «Не грусти, бронзовый страж» романы өсөн НИН журналы премияһы.
  • 1965 йыл — «Младо поколене» журналы премияһы.
  • 1969 йыл — СР Сербия 7 июль премияһы.
  • 1970 йыл — Антифашистское вече народного освобождения Югославии премияһы.
  • 1972 йыл — Петр II Петрович Негош исемендәге премия.
  • 1978 йыл — Скендер Куленович исемендәге премия.
Баня-Лукала Бранко Чопич һәйкәле

Белградтағы (Король Милан урамы, 23-сө йорт), Бранко Чопич һуңғы йылдарҙа йәшәгән йортта, 2011 йылдың 10ғинуарында мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Майҙаны 150 м² булған фатир, яҙыусының ҡатыны Богданка Илич-Чопич вафат булғандан һуң, йыһазы менән бергә Сербия фән һәм сәнғәт академияһына күсә. Әлеге ваҡытта Бранко Чопич фонды унда яҙыусының музей-фатирын булдырыу өсөн көрәшә.

Йыл һайын проза һәм шиғриәт өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн Бранко Чопич исемендәге премия тапшырыла[19]

Бранко Чопич һәйкәле уның тыуған ауылы Хашаниҙа[20], Баня-Лукала[21], Херцег-Новиҙа ҡуйылған[22]

  1. Record #46799197 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 3,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #118670026 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  4. 4,0 4,1 Branko Ćopić // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  5. Branko Ćopić // Proleksis enciklopedija, Opća i nacionalna enciklopedija (хорв.) — 2009.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 Чешская национальная авторитетная база данных
  7. Preminuli članovi
  8. KULTURNIM DIJALOGOM ČUVAMO I PROMOVIRAMO KULTURNO NASLIJEĐE BIH - obilježavanje 15 godina CKD, debata u BiH
  9. http://courage.btk.mta.hu/courage/individual/n19930 (ингл.)
  10. [ Чопич Бранко] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3-е издание)
  11. Branko Ćopić, «Moj život i književni rad». 2009 йыл 26 июнь архивланған. (серб.)(серб.)
  12. 26 GODINA OD SMRTI BRANKA ĆOPIĆA. (серб.)(серб.)
  13. Бранко Ћопић. 2014 йыл 8 март архивланған. (серб.)(серб.)
  14. Sanjar koji je volio ljude. 2014 йыл 27 февраль архивланған. (серб.)(серб.)
  15. Чопич Бранко (инг.) Internet Movie Database сайтта(инг.) Internet Movie Database сайтта
  16. Бранко ЋОПИЋ. 2012 йыл 21 декабрь архивланған. (серб.)(серб.)
  17. Branko Ćopić. 2017 йыл 1 май архивланған. (серб.)(серб.)
  18. З. НИКОЛИЋ. Београдске приче: Безимени Бранков мост (серб.). Вечерње новости. Компанија Новости (9 октябрь 2013). Дата обращения: 18 март 2014.(серб.). Вечерње новости. Компанија Новости (2013-10-09). 18 март 2014 тикшерелгән.
  19. Stan Branka Ćopića zvrji prazan. (серб.)(серб.)
  20. Хашани-обиљежена 29.
  21. Otkriven spomenik Branku Ćopiću. (серб.)(серб.)
  22. Spomen biste. 2014 йыл 29 май архивланған. (серб.)(серб.)