Чуракова Шәмсикамал Ғөбәйт ҡыҙы
Чуракова Шәмсикамал Ғөбәйт ҡыҙы | |
Тыуған көнө |
1.02. 1931 |
---|---|
Тыуған урыны |
Байназар ауылы, |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
һауынсы |
Наградалары һәм премиялары | |
Чуракова Шәмсикамал Ғөбәйт ҡыҙы (1.02. 1931, Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Байназар ауылы) — алдынғы һауынсы, Почёт билдәһе ордены кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Чуракова Шәмсикамал Ғөбәйт ҡыҙы, 1931 йылдың 1 февралендә Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Байназар ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған, «Ағиҙел колхозының» алдынғы һауынсыһы, Почёт билдәһе ордены кавалеры.
Чураковтар ғаиләһендә дүрт бала була. Атаһы Чураков Ғөбәйт Абдулла улы 1899 йылғы, Бөрйән районы Байназар ауылы кешеһе була. Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән үк мобилизациялана, 1942 йылдың декабрь айында хәбәрһеҙ юғала.
Шәмсикамал 1940 йылда Байназар мәктәбенең беренсе класына уҡырға бара.
Алтынсы класты бөткәс, колхозға һарыҡ көтөүсеһе булып эшкә сыға. Ул саҡта күп үҫмерҙәр хеҙмәт юлын һарыҡ йә кәзә көтөүҙән башлағандар.
1957 йылда Яуымбай фермаһына һауынсы булып эшкә сыға.
1972 йылда хаҡлы ялға сыға.
Хеҙмәт юлы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алтынсы класты бөткәс, йылдар ауыр булғанлыҡтан, һарыҡ көтөргә сыға. Апайын ФЗО-ға ебәргәс, өй һәм колхоз эшендә әсәһе Маһикамалдың төп ярҙамсыһы булып ҡала ул. Ул саҡта көнөнә йөрөп эшләү юҡ. Ҡайҙа эш ҡушһалар ҙа, ғаилә менән бергә күсеп барып, шунда ятып эшләйҙәр. Ашау яғы хөрт. Шәмсикамал, әсәһе һәм бәләкәй ҡустыһы Фәйзрахман бер нормаға (эшкә яраҡлы оло кешенең колхоз тарафынан көндәлек бирелгән ашарлыҡ ризығы) йөрөйҙәр. Уныһы ла ҡайһы саҡта көрөшкәләп кенә таратылған тын иген.
Бәләкәйҙән сос булып үҫә. Етешмәгән, аслы-туҡлы тормош уны иртә етлектерә, ҡатынҡы, эшкә тилбер була ул.
Әсәһе менән звеноға бесән эшләргә китә. Бөтөн звеноның салғыларын әсәһе сүкеп бирә. Күбә яһау, кәбән ҡойоу кеүек ауыр эштәрҙең барыһын да әсәһе үҙе кеүек ҡатындар менән эшләй. Шәмсикамал тәүҙә бесән саба, йыя. Араһында үгеҙ егеп һыу ташыусы булып эшләй. Айырым хеҙмәт көнө яҙыла башлай.
12—13 йәшенән һарыҡ көтә, башмаҡ ҡарай. Бер йылы Әсебарҙа (Ғәлиәкбәр яғы) башмаҡ ҡарап ятҡандары уның хәтерендә ныҡ уйылып ҡалған. Ауырлыҡ менән ҡыш сығалар, март айында уҡ малдың ашарына бөткәс, кәбән төптәренә йөрөтөп ашатып, сыбыҡ-сабыҡ ҡырҡып һалып, малдың үлеүенә юл ҡуйылмай.
Әсәйе Байназар ауылының дөйөм мунсаһын яға. Шәмсикамал, уға ярҙам булһын тип, утын быса. Быны күреп ҡалған колхоз бригадиры уны оло бабайҙар менән ағас ҡырҡыуға ебәрә. Бында ла ул үҙен һынатмай.
Ш. Чуракова 1957 йылдың көҙөнә Яуымбай ауылына һауынсы булып эшкә килә. Ул ваҡытта эш шул тиклем ауыр ине. Бөтә эш ҡул көсө менән башҡарыла. 15—20 баш һыйырҙы ҡул менән һауырға, быҙауын тәрбиәләргә, аҙыҡ таратырға, аҫтын таҙартырға, йылғаға алып барып һуғарырға кәрәк. Уның араһында һарай башына бесән алышыу, төшөрөп бүлешеп алыу һәм башҡа бөткөһөҙ эштәр. Ул һәр саҡ алдынғылар рәтендә була, исеме колхоздың Почёт таҡтаһынан төшмәй.
Йәш саҡ бит, эшен емертеп эшләргә лә, араһында күңел асырға ла өлгөрә Шәмсикамал апай. Ул ауылдағы үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгенең иң актив ағзаһы була. Драма әҫәрҙәрен сәхнәләштергәндә ниндәй генә образды кәүҙәләндермәһен, профессионал артистарҙан кәм уйнамай. Уға уҡыу ғына етмәгән. Сәнғәт юлын һайлаһа, һис шикһеҙ, юғары дәүләт исемдәренә лайыҡ булыр ине.
Ш. Чуракова 1968 йылдың март айында КПСС ағзаһы итеп ҡабул ителә. Һауынсы эшенең ни тиклем ауыр булыуына ҡарамаҫтан, ул бригаданың бүтән эштәрендә ҡатнашырға әмәлен таба. Ферма йәйләүҙән күсеп ҡайтҡас, картуф ҡаҙышырға, ырҙында иген таҙартырға ла йөрөй.
Хеҙмәт баһалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хеҙмәте колхоз идараһы, район тарафынан юғары баһалана. Алдынғы һауынсы-коммунисты XXI район партия конференцияһына делегат итеп һайлайҙар. Шул уҡ йылды Башҡортостан Өлкә партия конференцияһында делегат булып ҡатнаша.
1960 йылда ҡатын-ҡыҙҙарҙың Башҡортостан Республикаһы съезына делегат итеп һайлана.
Ил кимәлендә лә танылыу таба ул. В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу хөрмәтенә «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» юбилей миҙалы, 41-45 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» һәм Бөйөк Еңеүҙең юбилейҙары хөрмәтенә юбилей миҙалдары менән бүләкләнә.
Хеҙмәт ветераны «Почёт билдәһе» орденын да ҡәҙерләп һаҡлай. Был юғары награда уға 1971 йылдың 7 майында тапшырыла.
Оҙаҡ йылдар лайыҡлы хеҙмәте өсөн «Ағиҙел» колхозы ветеранға Ҡурғашлы ауылында Рәйлә ҡыҙы янында ыҡсым ғына өй һалып биргән.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Почёт билдәһе» ордены (№ 716764, 1971 йыл)
- В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу хөрмәтенә «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» юбилей миҙалы
- 41-45 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы
- Еңеүҙең юбилей миҙалдары менән бүләкләнә.