Шаһиев Мөждәбә Гәрәй улы
Мөждәбә Гәрәй улы Шаһиев | ||
Тыуған ваҡыты | ||
---|---|---|
Тыуған урыны |
Ырымбур губернаһы, Верхнеурал өйәҙе, Иманғол ауылы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы) | |
Үлгән ваҡыты | ||
Вафат урыны |
Башҡорт АССР-ы, Учалы районы, Һәйтәк ауылы | |
Хеҙмәт иткән урыны | ||
Хеҙмәт итеү йылдары |
1941—1942, 1944—1945 | |
Хәрби алыш/һуғыш | ||
Наградалар һәм премиялар |
|
Шаһиев Мөждәбә Гәрәй улы (1907—21 май 1985 йыл) — Француз Ҡаршылыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыусы, макизар.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөждәбә Гәрәй улы Шаһиев 1907 йылда Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе[1] Иманғол ауылында тыуған. Балалар йортонда тәрбиәләнә, башланғыс синыф уҡытыусыһы һөнәрен ала.
Илсе ете йыллыҡ мәктәбендә уҡыта, һуңыраҡ колхоз рәйесе вазифаһында Сәфәр һәм Һәйтәк ауылдарында эшләй.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылдың июлендә фронтҡа китә.
1942 йылдың йәйендә Витебск янында немец ғәскәрҙәренә тотҡонлоҡҡа эләгә. Бер нисә концлагерҙарҙы алыштырып, Франция территорияһына барып сыға, бында бер нисә әсир менән бергә француз партизан-макизарҙарына ҡаса.
1944 йылдың апреленән һәм һуғыш бөткәнсе француз партизан-макизарҙары составында фашистарға ҡаршы һуғыша, разведкаларҙа һәм диверсияларҙа ҡатнаша. Францияның Иссель, Тюль, Бриф, Эглетон ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн Францияның бүләктәре — «Яугир миҙалы» һәм «Партизан миҙалы» менән бүләкләнә.
Һуғыш тамамланғас, Донбасс шахталарының береһендә эшләй. 1946 йылдың ғинуарында Һәйтәк ауылына ҡайта. Оҙаҡ йылдар дауамында Ватанына хыянат итеүҙә находился под подозрением . 1957 йылда Франция Президенты Шарль де Голль СССР-ҙың 1-се сәркәтибе Никита Хрущёвҡа хат яҙа, бында ул француз Ҡаршылығында ҡатнашҡан совет граждандарына үҙенең рәхмәтен белдерә, исемлектә Мөждәбә Шаһиевтың да исеме була. 1957 йылда уға партия билеты һәм бүләктәре ҡайтарыла[2].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Свердловск киностудияһы «Советский Урал» киножурналы өсөн Мөждәбә Гәрәй улы Шаһиев хаҡында документаль фильм төшөргән.
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Яугир миҙалы (Франция)
- Партизан миҙалы (Франция)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Учалы районы
- ↑ Аниса Янбаева. Солдат должен быть уверен в своей правоте.//Республика Башкортостан, № 226, 20 ноября 2004 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — М.: Восточная литература, 2010. — Т. VI. — С. 301. — 374 с. — ISBN 978-5-02-036494-3.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Баныу Ҡаһарманова. Батырлыҡ — ҡандарында. 2014 йыл 11 сентябрь архивланған.// Йәшлек.
- Аниса Янбаева. Солдат должен быть уверен в своей правоте.//Республика Башкортостан, № 226, 20 ноября 2004 года.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 1907 йылда тыуғандар
- Ырымбур губернаһында тыуғандар
- Учалы районында тыуғандар
- 21 майҙа вафат булғандар
- 1985 йылда вафат булғандар
- Учалы районында вафат булғандар
- Яугир тәреһе (Франция) менән бүләкләнеүселәр
- КПСС ағзалары
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- Француз Ҡаршылыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыусылар