Эстәлеккә күсергә

Хәмәҙинуров Шамил Шәрифйән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Шамиль Хамадинуров битенән йүнәлтелде)
Хәмәҙинуров Шамил Шәрифйән улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 2 сентябрь 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})
Тыуған урыны Иштебай ауылы, Мишкә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 14 ноябрь 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (64 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө йырсы
Музыка ҡоралы вокал[d]

Хәмәҙинуров Шамил Шәрифйән улы (2 сентябрь 1950 йыл — 14 ноябрь 2014 йыл) — башҡорт йырсыһы, 1978—2014 йылдарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы вокалсыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2013).

Шамил Шәрифйән улы Хәмәҙинуров 1950 йылдың 2 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Мишкә районы Иштебай ауылында тыуған.

1978 йылда Миләүшә Мортазина класы буйынса Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт филармонияһында артист-вокалсы (солист) булып эшләй башлай. Башҡортостанда һәм унан ситтә тиҙ арала билдәлелек яулаған «Ихлас» эстрада төркөмөн ойоштороуҙың инициаторы һәм уның етәксеһе була.

Йырсы оҙаҡ ауырыуҙан һуң 2014 йылдың 14 ноябрендә Өфө ҡалаһында вафат була[1].

Тормош иптәше — йырсы Римма Ибраһимова менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Ҡыҙы Гөлназ М. Кәрим исемендәге Йәштәр театрының әҙәбиәт бүлеге мөдире булып эшләй, Гөлсәсәк — Ҡазанда Ғ.Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры актрисаһы.

Шамил Шәрифйән улы йырҙарын бик күп телдәрҙә башҡара — башҡорт, татар, мари, сыуаш һәм мордва. «Бәллүр яҙмыш», «Төнгө серенада», «Ҡойон», «Парлы тормош», «Өфөләргә барам әле», «Үҙең аңла…» йырҙары менән Башҡортостандың халыҡ артисы Шамил Хәмәҙинуров үҙенсәлекле, моңло тауышы менән бик күп тамашасының яратҡан йырсыһына әүерелә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Юлдаш» радиоһы «Атайым тураһында һөйләгеҙ» тигән баш менән гүр эйәһе булған арҙаҡлы шәхестәр хаҡында тапшырыуҙар циклы ойоштора. Шамил Хәмәҙинуровҡа арналғаны «Бәллүр яҙмыш» тип аталды һәм эфирға 2016 йылдың 6 июнендә сыҡты[2].
  • Мишкә районында Башҡортостандың халыҡ артисы Шамил Хәмәҙинуровтың тыуыуына 65 йыл тулыуға арналған саралар уҙа. Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы коллективы был көндә Мишкәлә хәйриә концерты ойоштора. Унда танылған сәхнә йондоҙҙары — Лилиә һәм Хәлит Фәтиховтар, Фәриҙә һәм Роберт Тимербаевтар, Вәлит Илембәтов, Әлфиә Юлсурина, Радик Вәлмөхәмәтов, Фән Вәлиәхмәтов, Минзиә Нәсибуллина, Рушан Биктимиров, Сүриә Ғималова, Рәмил Хәзиев сығыш яһай. Был концерттан килгән аҡса Шамил Хәмәҙинуровҡа һәйкәл ҡуйыу өсөн тотоноласаҡ, тип хәбәр итте «Башҡортостан» гәзите хеҙмәткәре Айгиз Баймөхәмәтов. Ошо уңайҙан район үҙәге Мишкә ауылында Шамил Хәмәҙинуровҡа мемориаль таҡтаташ асыла. Киләсәктә урамға уның исемен бирергә ниәтләйҙәр[3][4].
  1. Ушел из жизни башкирский певец Шамиль Хамадинуров. ИА «Башинформ», 2014, 15 ноября (Тикшерелеү көнө: 19 ғинуар 2020)
  2. Шамил Хәмәҙинуров. Бәллүр яҙмыш. «Юлдаш» радиоһы. 2016 йыл, 6 июнь 2017 йыл 20 июль архивланған. (Тикшерелеү көнө: 1 сентябрь 2018)
  3. Айгиз Баймөхәмәтов. Шамил моңо йәшәй күңелдә /«Башҡортостан» гәзите. 2016 йыл, 11 ғинуар
  4. Башҡортостанда республиканың халыҡ артисы Шамил Хәмәҙинуровты хөрмәтләп иҫкә алдылар. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015 йыл, 16 сентябрь (Тикшерелеү көнө: 19 ғинуар 2020)