Шарлауыҡ өҫтөндәге йорт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Шарлауыҡ өҫтөндәге йорт
Fallingwater
Шарлауыҡ өҫтөндәге йорт
Шарлауыҡ өҫтөндәге йорт
Ил АҠШ
Урынлашыуы ҡала ситендә, Пенсильвания
Координаталар 39/54/22/N/79/28/5/W
Архитектура стиле Органик архитектура
Архитектор Фрэнк Ллойд Райт
Төҙөлөшө 19361939 йылдар
Статус Милли тарихи парк, АҠШ
Материал тимер-бетон, тәбиғи таш
Сайт Рәсми сайт
Планировка «Дома над водопадом»
Планировка «Дома над водопадом»
Планировка «Дома над водопадом»

1939

«Шарлауыҡ өҫтөндәге йорт» (ингл. Fallingwater — һүҙмә-һүҙ «ағып төшә торған һыу»; икенсе исеме: ингл. Kaufmann Residence — Кауфман Резиденцияһы) — Пенсильвания штатының көньяҡ-көнбайышында Америка архитекторы Фрэнк Ллойд Райт проекты буйынса 1936—1939 йылдарҙа ҡаланан ситтә һалынған йорт. Питтсбург ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 80 километрҙа — Милл Рун (ингл. Mill Run) һәм Огайопайл (ингл. Ogyapyle) ауылдары араһындағы «Айыу шишмәһе» (ингл. Bear Run) тип аталған матур урында урынлашҡан[1].

Йорттоң исеме шарлауыҡ өҫтөндә тороуы менән аңлатыла. Төҙөлөш тамамланғандан һуң, йорт органик архитектураның эталоны һәм үҙенсәлекле витринаһы дәрәжәһен ала. 1966 йылда уҡ, ойошторолғандан һуң 30 йыл тирәһе үткәс, «Шарлауыҡ өҫтөндәге йорт» Америка Ҡушма Штаттарының Милли тарихи ҡомартҡыһы статусын йөрөтә[2]. 1991 йылда Америка архитекторҙар институты (англ. American Institute of Architects) ағзалары уны «милли архитектураның иң яҡшы һәм ғәҙәти булмаған эше» тип атай.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XX быуат башында Фрэнк Ллойд Райт АҠШ-тың иң модалағы һәм уңышлы архитекторҙарының береһе була. Ул үҙенең күп кенә проекттарын тормошҡа ашырыуға өлгәшә, уларҙың күпселеге архитектура йәһәтенән шул ваҡыт өсөн яңылыҡ була. Әммә 1930 йылдарға элекке популярлығын юғалта — Фрэнк Ллойд Райттҡа ҙур заказдары биремәй тиерлек. Матди хәлен яҡшыртыр өсөн Райт үҙ өйөндә "Талиесин (ингл. Taliesin) исемле һынлы сәнғәт студияһын аса. Был студияға Питсбург ҡалаһының уңышлы эшҡыуары Эдгар Кауфмандың улы Эдгар Кауфман йөрөй башлай. Ул атаһының кәңәше буйынса архитектураны өйрәнергә ҡарар итә.

Аҡрынлап Райттың ҡыйыу архитектура идеялары кесе Эдгар Кауфманды биләп ала. Улар бергәләп өлкән Кауфманды Райттың проектлаған тотош бер ҡаланың макетын төҙөүгә аҡса бүлергә күндерерәләр. Төҙөлөш тамамланғандан һуң, макет дөйөм күҙәтеү өсөн Кауфман ғаиләһенә ҡараған универмагта урынлаштырыла. Райт Кауфмандар ғаиләһе йортонда йыш ҡунаҡҡа әүерелә һәм оҙаҡламай уларҙан ҡаланан ситтәге йорт проектын эшләүгә заказ ала.

«Шарлауыҡ өҫтөндәге йорт»

Ошо маҡсатта кауфмандар районда «Айыу шишмәһе» тип аталған матур майҙансыҡ һатып ала, ул ерҙә бейек булып ҡалҡып торған суҡаҡлы ҡая, ә эргәһендә бәләкәй шарлауыҡ була.

1934 йылдың ноябрендә Райт Кауфмандарҙың ҡаланан ситтәге йорто төҙөлөшөнә аныҡ урын билдәләү өсөн "Айыу шишмәһе"ндә була. Шарлауыҡты буласаҡ йорттоң структур өлөшө итергә ҡарар итә һәм шарлауыҡ булған урынды һайлай. Архитекторҙың ҡыйыу идеяһы тәүҙә заказсыларҙы аптырашта ҡалдыра, әммә Райт: «Мин һеҙҙең шарлауыҡ менән йәшәүегеҙҙе теләйем. Ул һеҙҙең тормошоғоҙҙоң бер өлөшө булырға тейеш», — тип, Кауфмандарҙы үҙ идеяһына, шундай йорт төҙөү мөмкинлегенә, ә иң мөһиме — уларҙың унда йәшәү өсөн уның тулы хәүефһеҙлегенә ышандыра ала.

Райт Кауфмандарҙан йортто шарлауыҡ өҫтөндәге төҙөүгә тулыһынса ризалыҡ ала һәм проект өҫтөндә ентекле эшләй башлай. Райт йорт төҙөгәндә бер генә ағас та ҡырҡылмаһын, эре таштар ҙа үҙ урынында ҡалһын, ә буласаҡ йорт тәбиғи ландшафттың бер өлөшөнә әүерелһен, тип тырыша. Ул буласаҡ төҙөлөш участкаһын ентекле тикшереүҙе Пенсильванияның «Fayette Engineering Company of Uniontown» инжиниринг компанияһына йөкмәтә. Компания ошо урындағы бөтә ағастарҙы, таштарҙы һәм башҡа тәбиғи өлөштәрҙе күрһәтеп, участканың тулы топографияһын төҙөй һәм 1935 йылдың мартында Райтҡа ошо участка буйынса бөтә ентекле фәнни тикшеренеүҙәрен тапшыра.

Проектлау һәм төҙөү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шарлауыҡ өҫтөндәге йорттоң проектын Райт ике инженер — Мендел Гликман һәм Уильям Уэсли Питерс — менән авторҙашлыҡта әҙерләй. Быға тиклем улар Фрэнк Ллойд Райт проекты буйынса төҙөлгән «Johnson Wax Headquarters» бинаһы өсөн колонналар проектын эшләй.

Йорттоң яҡынса проекты 1935 йылдың 15 октябрендә Кауфманға раҫлау өсөн тапшырыла, шунан һуң Райт, китәсәк сығымдарҙың һуңғы сметаһын аныҡлау өсөн, төҙөлөш майҙанына тағы ла бер тапҡыр килә. Һуңғараҡ, йорт төҙөлөшө әүҙемләшкәс, Райт бында бик һирәк була, үҙенең шәкерте Роберт Мошерҙы (ингл. Robert Mosher) даими вәкил итеп тәғәйенләй.

Буласаҡ йорттоң диуарҙарын һалыу өсөн таштарҙы шул уҡ урындан сығарыу планлаштырыла, шуның өсөн 1935 йылдың декабрендә төҙөлөш урынынан алыҫ түгел — унан көнбайышҡа табан урынлашҡан иҫке таш карьеры асыла. Райт шарлауыҡ өҫтөндәге йорт өсөн төп төҙөлөш материалы итеп тимер-бетонды һайлай, тик быға тиклем ул бер ҡасан да уның менән эшләмәгән була.

Горизонталь һәм вертикаль һыҙаттар — "Шарлауыҡ өҫтөндәге йорт"тоң айырмалы үҙенсәлеге

Райт проекттың һуңғы вариантын 1936 йылдың мартында әҙерләй. Шул уҡ йылдың апрелендә төп бинала төҙөлөш эштәре башлана. Был проектҡа ярашлы, шарлауыҡ өҫтөндә йорт төҙөлөшө нигеҙен тимер-бетон иҙән плиталары тәшкил итә, улар үҙәк массивтан төрлө кимәлдә сыға һәм төрлө яҡҡа айырыла. Шул рәүешле, был түшәмдәр шарлауыҡ өҫтөндә эленеп торған киртләстәр барлыҡҡа килтерә, тыштан ғәҙәттәгесә күренмәй һәм көслө тәьҫораттар ҡалдыра. Йорт торған ҡаяның бер өлөшө бина эсендә урынлаша һәм Райт тарафынан интерьерҙы биҙәү өсөн файҙаланыла.

Төҙөлөш башланыу менән Райт, Кауфман һәм төҙөлөш подрядсыһы араһында аңлашылмаусанлыҡтар тыуа. Кауфман, Райттың тимер-бетон менән эшләй алыуына шикләнеп, сит төҙөлөш фирмаһының инженер-консультанттарына Райт тарафынан консоль конструкцияһының ҡыйыу проектланған һыҙмаһын күрһәтә. Үҙ проектына сит инженер-консультанттарҙан һығымта алғандан һуң, Райт, Кауфманға үпкәләп, унан бөтә эскиздарын кире ҡайтарыуҙы талап итә һәм проекттан сығыуын белдерә. Райттың "ультиматум"ы Кауфманға йоғонто яһай, ул Райттың архитекторлыҡ компетенцияһына шикләнеүҙән туҡтай, ә инженер-консультанттарҙың отчеты һуңынан йорттоң таш стенаһына күмелә[3].

1936 йылдың июнендә Райт төҙөлөш майҙанына килә һәм күпергә таш һалыуҙы кире ҡаға. Был таш яңынан эшләнә. Аҫылмалы консоль ҡаттары өсөн Райт һәм уның командаһы монолит бетон плитаға берләштереп төрөлгән Т рәүешле матсалар файҙалана. Был конструкция бер үк ваҡытта түбәнге бүлмәләрҙең түшәмен барлыҡҡа килтерә һәм ҡыҫылыуға ҡаршы тороуҙы тәьмин итә. Төҙөлөш подрядсыһы, шулай уҡ инженер булып торған Уолтер Холл (ингл. Walter Hall) үҙенең бойондороҡһоҙ иҫәпләүҙәрен башҡара һәм беренсе ҡаттың монолит плитаһында арматура һанын арттырыу файҙаһына дәлилдәр килтерә. Райт был тәҡдимде кире ҡаға. (Иҫкәрмә. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа был тәҡдимдең авторы подрядсы үҙе булған, ул арматура күләмен үҙ аллы ике тапҡырға арттырған, тип әйтелә. Икенсе фекер буйынса, был Кауфмандың үтенесе буйынса эшләнә, ул инженер-консультанттарға Райт проектына үҙгәрештәр индерергә һәм арматура һанын ике тапҡырға арттырырға, тип мөрәжәғәт итә).

Бынан тыш, подрядчик консолде бер аҙ өҫкә йүнәлтелгән ҡалып ҡулланып бетонламай (был Райт проектында консолдең яҫылығы күсәре бөгөлөүен һәм тайпылыуын компенсациялау өсөн ҡаралған була). Һөҙөмтәлә, ҡалып алынғас, консоль һиҙелерлек бөгөлә. Арматуралар һаны рөхсәтһеҙ арттырлыуы тураһында ишеткәс, Райттың асыулана.

Кауфман ризалығы менән сит инженер-консультанттар төҙөүсенән көнбайыш киртләстәге төп таяу өрлөгө аҫтына терәү диуары ҡуйыуҙы талап итә. Төҙөлөшкә киләһе сәфәре ваҡытында Райт быны күреп ҡала, ул объекттағы даими вәкиле Роберт Мошерға уның түбәһен емергә ҡуша. Һуңыраҡ Кауфман Райтҡа быны үҙе хуплауын белдергәс, Райт уға Мошерҙың диуар менән ни эшләгәнен һәм бер ниндәй ҙә терәге булмаған тимер-бетон консолдең һынауҙы ай буйына уңышлы үткәргәнен күрһәтә.

1937 йылдың октябрендә, бөтә ҡыйынлыҡтарға һәм ҡыҙыҡһынған яҡтар араһындағы бәхәстәргә ҡарамаҫтан, төп йортто төҙөү тамамлана.

Төҙөлөштөң хаҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төп йортто һәм тәүге бюджеты 35 мең доллар булған ҡунаҡ йортон төҙөү 155 мең АҠШ доллары тора[4][5]. Был сумма түбәндәгесә формалашҡан: төп йорт — 75 мең доллар, уның биҙәлеүе һәм эске йыһаздары — 22 мең, ҡунаҡ йорто, гараж һәм хеҙмәтселәр өсөн йорт — 50 мең доллар. Архитекторҙың гонорары 8 мең доллар тәшкил итә.

Инфляцияны иҫәпкә алып, 1930-сы йылдарҙа төҙөлөш өсөн тотонолған 155 мең доллар 2009 йылда яҡынса 2,4 миллион АҠШ долларына тиң. Сағыштырыу өсөн, Пенсильвания штатындағы бер ғаиләгә иҫәпләнгән йорттарҙың уртаса хаҡы тамамланыу мәленә 3205 доллар тәшкил иткән[6]. Әммә 1930 йылдарҙа был объектта ремонт-тергеҙеү эштәренә сығымдар проекттың сағыштырмаса хаҡының анығыраҡ сағылышын күрһәтә — бындай эштәрҙең иғлан ителгән хаҡы 2002 йылда 11,4 миллион доллар тәшкил итә.

"Шарлауыҡ өҫтөндәге йорт"то файҙаланыу тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1937 һәм 1963 йылдар араһында Кауфман ғаиләһе шарлауыҡ өҫтөндәге йортто даими рәүештә ҡала ситендәге ауыл йорто сифатында ҡуллана. Улар унда ял һәм байрам көндәрен үткәрә. 1963 йылда Кесе Эдгар Кауфман (ярҙам рәүешендә) Көнбайыш Пенсильвания консерваторияһына (ингл. Western Pennsylvania Conservancy) бүләк итә. Көнбайыш Пенсильванияны һаҡлау). 1964 йылда йорт музейға әүерелә һәм халыҡ өсөн асыҡ була. 2008 йылдың ғинуар айына ҡарата «Шарлауыҡ өҫтөндәге йорт»ҡа алты миллион самаһы кеше килгән. Пенсильвания штатының алыҫ мөйөшөндә урынлашыуына ҡарамаҫтан (Питсбургтан ике сәғәт самаһы юл), Шарлауыҡ өҫтөндәге йорт (урындағы реклама-мәғлүмәт брошюраһына ярашлы) әлеге ваҡытта йыл һайын 150 меңдән ашыу кешене ҡабул итә[7].

Стилистик үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ремонт эштәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Танылыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Виртуаль тур[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  •  (инг.) Trapp, Frank (1987). Peter Blume. Rizzoli, New York.
  •  (инг.) Hoffmann, Donald (1993). Frank Lloyd Wright’s Fallingwater: The House and Its History (2nd ed.). Dover Publications. ISBN 0-486-27430-6.
  •  (инг.) Brand, Stewart (1995). How Buildings Learn: What Happens After They’re Built. Penguin Books. ISBN 0-14-013996-6.
  •  (инг.) McCarter, Robert (2002). Fallingwater Aid (Architecture in Detail). Phaidon Press. ISBN 0-7148-4213-3.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. "Contact Us". www.fallingwater.org. Дата обращения: 20 сентябрь 2012. Архивировано 28 октябрь 2012 года.
  2. "Fallingwater" (ингл.). National Historic Landmark summary listing. National Park Service. Дата обращения: 20 сентябрь 2012. Архивировано 28 октябрь 2012 года.
  3. McCarter, Robert (2002). Fallingwater Aid (Architecture in Detail). Phaidon Press. ISBN 0-7148-4213-3. Page 12.
  4. McCarter, Robert. "Fallingwater Aid (Architecture in Detail)". — Phaidon Press, 2002. — С. 59. — ISBN 0-7148-4213-3.
  5. Plushnick-Masti, Ramit "New Wright house in western Pa. completes trinity of work" (ингл.). Associated Press (27 сентябрь 2007). Дата обращения: 20 сентябрь 2012. Архивировано 28 октябрь 2012 года.
  6. Historical Census of Housing Tables (ингл.). U.S. Census Bureau (6 июнь 2012). Дата обращения: 27 ноябрь 2017. Архивировано из оригинала 29 октябрь 2017 года.
  7. Plushnick-Masti, Ramit "New Wright house in western Pa. completes trinity of work" (ингл.). Associated Press (27 сентябрь 2007). Дата обращения: 20 сентябрь 2012. Архивировано 28 октябрь 2012 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]