Шарль Бодлер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Пьер Шарль Бодлер (франц. Charles Pierre Baudelaire [ʃaʁl pjɛʁ bodlɛʁ]; 9 апрель 1821 йыл, Париж, Франция31 август 1867 йыл, шунда уҡ) — француз шағиры, тәнҡитсе, эссесы һәм тәржемәсе; декаданс һәм символизм эстетикаһына нигеҙ һалыусы. Француз һәм донъя әҙәбиәте классигы.

1857 йылда сыҡҡан «Яуызлыҡ сәскәләре» тигән шиғыр йыйынтығы ижадындғы иң билдәле һәм күренекле баҫма булып тора.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шарль Пьер Бодлер 1821 йылдың 9 апрелендә Парижда тыуа. Атаһы, Франсуа Бодлер, сығышы буйынса крәҫтиән, Бөйөк революцияла ҡатнаша, Наполеон осоронда сенатор булып китә. Улы тыуған йылды уға 62 йәш тула, ә ҡатынына ни бары 27 йәш була. Франсуа Бодлер рәссам була һәм улында ла бәләкәй сағынан уҡ сәнғәткә һөйөү тәрбиәләй, музей һәм галереяларға алып бара, рәссам дуҫтары менән таныштыра, рәссам оҫтаханаһына йөрөтә.

Жанна Дюваль. Бодлер төшөргән һүрәт

Малай алты йәшендә атаһын юғалта. Бер йылдан әсәһе полковник Жак Опикҡа кейәүгә сыға, был кеше һуңыраҡ төрлө дипломатик миссияларҙа француз илсеһе була. Үгәй атаһы менән малай араһында мөнәсәбәттәр насар була. Шарль «күңел яралары» ала, уның ҡайһы бер шаҡ ҡатырғыс эшүғәмәлдәре үгәй атаһы менән әсәһенә ҡаршы төшөргә тырышыу менән аңлатыла. Бодлер бала сағында, үҙенең әйтеүе буйынса, «әсәһенә үлеп ғашиҡ була».

Шарлгә 11 йәш тулғас, ғаилә Лионға күсә, һәм малайҙы пансионға бирәләр, унан ул Лион Король коллежына күсерелә. Бала ауыр меланхолия өҙлөгөүҙәренән яфалана, уҡытыусыларҙы берсә тырышлығы һәм башлылығы, берсә ялҡаулығы һәм иғтибар тарҡаулығы менән аптыра. Әммә ошонда уҡ уның әҙәбиәт һәм шиғриәткә бирелгәнлеге күренә башлай.

1836 йылда ғаилә Парижға ҡайтып, Шарль Изге Людовик коллежына хоҡуҡиәт курсына уҡырға инә. Ошо ваҡыттан башлап ул күңел асыу тулы ярһыу тормошҡа сума, еңел тәртипле ҡатын-ҡыҙҙар менән аралаша, венерик ауырыу эләктерә, аҡса туҙҙыра. Бының эҙемтәһе булараҡ, курсты тамамларға бер йыл ҡалғанда уны коллеждан ҡыуалар.

1841 йылда нисек тә уҡыуын тамамлауға өлгәшә һәм хоҡуҡ бакалавына имтихан бирә, әммә ҡәрҙәшенә былай тип хәбәр һала: «Мин бер ниндәй һөнәргә лә ылығыу тоймайым». Үгәй атаһы уны юрист йә дипломат итергә теләй, әммә Шарль үҙен әҙәбиәткә бағышлай. Ата-әсә уны «был һәләкәтле юлдан», «насар йоғонтоло Латин кварталынан» ҡотҡарырға теләп, Шарлде һиндостанға, Калькуттаға сәйәхәткә китергә күндерә.

Бодлер портреты. Эмиль Деруа һүрәте (1844)

10 ай үткәс, Бодлер, Һиндостанға барып етә алмайынса һәм Реюньон утрауынан Францияға әйләнеп ҡайта. Сәйәхәт уға Шәреҡ матурлыҡтары тәьҫораттарын бүләк итә һәм егет уларҙы художетсволы образдарҙа һынландырырға хыяллана. 1842 йылда бәлиғ булған Бодлер мираҫ хоҡуғына инә, туған атаһынан ҡалған хәл 75 000 франк аҡсаға эйә була[1], ул аҡсаны йылдам туҙҙыра башлай. Яҡын йылдарҙа артист даирәләрендә денди һәм бонвиван тигән даны тарала. Был ваҡытта шағир Теодор де Банвиль һәм рәссам Эмиль Деруа уның иң яҡын дуҫтары була[2].

Шул уҡ ваҡытта ул Гаити креолы балерина Жанна Дюваль менән таныша — уны үҙенең «Ҡара Венераһы» тип атай. Ул үлгәнсе уның менән айырыла алмай һәм уны алиһәләй күрә. Әсәһе фекере буйынса, ҡыҙ уны «мөмкин булған тиклем ыҙалата» һәм «һуңғы тиненә тиклем аҡсаһын һыпырып алып тора». Бодлерҙың ғаиләһе Дювалде ҡабул итмәй. Хатта ыҙғыштар ваҡытында ул үҙ-үҙенә ҡул һалырға ла итә.

1844 йылда ғаилә улы өҫтөнән опека алырға судҡа дәғүә бирә. Суд ҡарары менән мираҫҡа идара итеү әсәһенә тапшырыла, ә Шарль үҙе шул ваҡыттан алып ай һайын «кеҫә сығымдарына» бәләкәй генә сумма алырға тейеш була. Ошо ваҡыттан башлап, «табышлы проекттар» менән мауығыусан Бодлер йыш мохтажлыҡ кисерә, ваҡыты-ваҡыты менән ысын фәҡирлеккә төшә. Етмәһә, һөйгәне Дюваль ғүмеренең ахырына тиклем «Купидон сиренән» яфалана.

Өлгөрөү йылдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1846 һәм 1845 йылдарҙа быға тиклем Латин кварталының тар даирәһендә генә билдәле булған Бодлер «Salon» журналында (ике номеры сыға — «Салон 1845 йыл» һәм «Салон 1846 йыл») сәнғәт буйынса күҙәтеү мәҡәләләре менән сығыш яһай. З. А. Венгерова әйтеүенсә[1], «уның бында заман рәссамдары һәм ағымдары тураһында әйткән фекерҙәре һуңынан вариҫтарҙың фекерҙәре менән тулыһынса раҫлана, ә мәҡәләләрҙең үҙҙәре сағыу ҡасан да булһа сәнғәт тураһында яҙылған иң сағыу биттәргә ҡарай». Бодлер билдәлелек яулай.

1846 йылда Бодлер Эдгар По ижады менән таныша һәм уның ижады менән шул тиклем арбала, хатта Америка яҙыусыһын өйрәнеүгә һәм уның әҫәрҙәрен французсаға тәржемә итеүгә йәмғәһе 17 йылын бағышлай. Венгероваға ярашлы[1], «Бодлер По менән рухи ҡәрҙәшлеген һиҙә».

1848 йылғы революция осоронда Бодлер баррикадаларҙа һуғыша, бер аҙ ваҡыт радикаль «Салю пюблик» (франц. Le Salut Public) гәзитен мөхәррирләй. Әммә сәйәси мауығыуҙары тиҙ үтә, ә һуңыраҡ ул революционерҙар тураһында кәмһеткес һүҙҙәр әйтә.

Ауырыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1865 йылда Бодлер Бельгияға китә, унда ике йыл ярым үткәрә. Һаулығы насарая. Намюрҙағы Сен-Лу сиркәүендә аңын юғалтып таш баҫҡысҡа ҡолай.

1866 йылда Шарль-Пьер Бодлер ҡаты ауырып китә. Сирен үҙе шулай тасуирлай: «һауа етмәй башлай, уйҙар бутала, ҡолайым кеүек тойола, баш әйләнә, ныҡ итеп баш ауырта башлай, һалҡын тире бәреп сыға, еңеп булмаҫлыҡ апатия килә».

Әлбиттә, ул сифилис менән ауырыуы тураһында өндәшмәй. Хәле көндән-көн насарая. 3 апрелдә ауыр хәлдә Брюссель дауаханаһына килтерәләр, әммә әсәһе килгәс, уны ҡунаҡханаға күсерәләр. Был ваҡытта Шарль-Пьер Бодлер ҡот осҡос ҡиәфәттә була — ауыҙы салшайған, ҡарашы туҡтап ҡалған, һөйләшеү мөмкинлеген тулыһынса юғалтҡан. Бер нисә аҙна инде Бодлер фекер йөрөтөү һәләтенән яҙа, түшәктән тормаҫ була. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, аҡтыҡ тәнемдә тағы ла дауам итербеҙ тип, шағир аҡылы һүнә.

Уны Парижға аҡылдан яҙғандар клиникаһына күсерәләр, унда 1867 йылдың 31 авгусында вафат була.

Ерләү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шарль-Пьер Бодлер Монпарнас зыяратында ғүмер буйы күрә алмаған үгәй атаһы менән бер ҡәбергә ерләнә. 1871 йылда әсәһенең мәйете лә шунда ерләнә. Оҙон ҡәбер яҙыуында Бодлерға өс кенә юл бағышлана: "Генерал Жак Опиктың үгәй улы һәм Каролина Аршанбо-Деваиҙың улы. Парижда 1867 йылдың 31 авгусында 46 йәшендә вафат булды" тиелә унда.

Шағир Бодлер тураһында бер һүҙ ҙә әйтелмәй.

Монпарнас зыяратында Бодлерҙың кенотафы



Шағир үлгәндән һуң 35 йылдан зыяраттың Трансверсаль проспектында Бодлерға мөһабәт кенотаф — тотош зыяратта берҙән-бер кенотаф ҡуйыла.

Скульптура композицияһын ҡуйыу башланғысы менән Бодлерҙы яратҡан шағир һәм тәнҡитсе Леон Дешан сығыш яһай. Ул 1892 йылдың 1 авгусында Plume La журналында Бодлерға кенотаф ҡуйыуға аҡса йыйыу иғлан итә.

Архитектор һайлауҙа Огюст Роден да үҙ проекты менән ҡатнаша, әммә жюри танылып өлгөрмәгән скульптор Жозе де Шармуа композицияһын һайлай.

1902 йылдың 26 октябрендә монумент тантаналы асыла.

1857 йылда уның иң билдәле шиғри йыйынтығы «Яуызлыҡ сәскәләре» сыға. Ул уҡыусыларҙы шул тиклем шаҡ ҡатыра, хатта цензорҙар Бодлерға штраф һала һәм алты айырыуса әҙәпһеҙ шиғырҙы йыйынтыҡтан алып ташларға ҡуша. Бодлер тәнҡитселәргә мөрәжәғәт итә һәм тиҙ арала уларҙың таныуын һәм уңыш яулай. Тәүге йыйынтыҡ менән бер үк ваҡытта тиерлек тағы бер китабы — «Прозалағы поэмалар»ы сыға, быныһы әллә ни һиҙелерлекэҙ ҡалдырмай. 1860 йылда Бодлер «Париж сплины» тигән йыйынтығын баҫтыра, ул прозалағы шиғырҙарҙан тора. 1861 йылда «Яуызлыҡ сәскәләре»нең автор тарафынан киңәйтелгән һәм эшкәртелгән икенсе баҫмаһы нәшерләнә[3].

Әҙәби ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бодлерҙың түге шиғырҙары 1843—1844 йылдарҙа «Артист» журналында баҫыла («Креол ханымға», «Дон Жуан йәһәннәмдә», «Малабар ҡыҙына»). Донъяға ҡарашы 1840—1850 йылдарғы өлгөрөп етә.

Музыка һәм Бодлер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәссам тәнҡитсе сифатында һынлы сәнғәт һәм рәссамдар, музыка һәм композиторҙар тураһында фекерҙәрен яҙа. Үҙ эстетикаһында һәм шиғриәттә сәнғәт төрҙәре араһында ярашлылыҡ принцибын (correspondances) нигеҙләй (ҡарағыҙ: «Ярашлылыҡтар» сонеты). Ул нескә музыка белгесе була. Францияла беренсе булып Бодлер Рихард Вагнер талантын аса, «Рихард Вагнер „Тангейзер“ Парижда» (1861) тигән мәшһүр эссеһын яҙа. Бодлерҙың ижадында уның яратҡан ижадсылары — Вебер, Бетховен, Лист телгә алына. Брюсселдә ҡаты сырхау Бодлер йыш ҡына «Тангейзер» увертюраһын уйнауҙы үтенә.

Бодлер шиғырҙарына музыка яҙыусылар: К. Дебюсси, Э. Шабрие, Г. Форе, Венсан д’Энди, Гюстав Шарпантье, Эрнест Шоссон, Анри Дюпарк, Альфредо Казелла, Фрейташ Бранку, А. фон Цемлинский, А. Берг, К. Штокхаузен, Н. Рорем, В. Плохарский («Cyfry» альбомы), А. Соге, Арне Меллнесс, Кайхосров Сорабджи, Оливье Грейф, Серж Генсбур, С. Танеев, А. Гречанинов, А. Крупнов, Юрий Алексеев, Д. Тухманов, Диаманда Галас, Лоран Бутонна, Милен Фармер, Константин Кинчев һәм башҡалар.

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Цветы зла
  • Искусственный рай
  • Парижский сплин
  • Бодлер Ш. Избранные письма / Перевод под ред. С. Л. Фокина. — СПб.: Machina, 2012. — 366 с. — ISBN 978-5-901410-96-7 

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 Венгерова З. А. Бодлер Шарль // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. Portrait d’un jeune poète romantique (фр.). Дата обращения: 19 ғинуар 2018.
  3. Бодлер Шарль. Цветы зла. Школа язычников. — М.: Изд-во Эксмо, 2005. — 352 с.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]