Эстәлеккә күсергә

Роден Огюст

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Роден Огюст
франц. Auguste Rodin
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2][3][…]
Гражданлыҡ  Франция[2][4][3]
Тыуған ваҡыттағы исеме франц. René François Auguste Rodin
Тыуған көнө 12 ноябрь 1840({{padleft:1840|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[5][1][6][…]
Тыуған урыны Париж, Франция[7][1][8]
Вафат булған көнө 17 ноябрь 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[5][1][6][…] (77 йәш)
Вафат булған урыны Мёдон[d][7][1][8]
Ерләнгән урыны Villa des Brillants[d]
Мёдон[d]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Jean Baptiste Rodin[d][9]
Әсәһе Marie Cheffer[d][9]
Хәләл ефете Rose Beuret Mignon[d]
Внебрачный партнёр Камилла Клодель[d] һәм Гвен Джон[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле Француз теле
Һөнәр төрө скульптор, рәссәм, фотограф, рәссам, художник-гравёр
Уҡыу йорто Национальная высшая школа декоративных искусств[d]
Уҡыусылар Эмиль Антуан Бурдель[d], Константин Бранкузи[d], Камилла Клодель[d], Шарль Деспио[d], Louis Auguste Albert Paul[d], Карл Миллес[d], Де Фрумери, Агнес[d], Hilda Flodin[d], Raphaël Diligent[d], Иван Петрович Кавалеридзе[d], Блох, Элеонора Абрамовна[d], Ernest Nivet[d] һәм Malvina Hoffman[d]
Кемдә уҡыған Каррье-Беллёз, Альбер-Эрнест[d] һәм Буабодран, Орас Лекок де[d]
Әүҙемлек урыны Брюссель[10], Мёдон[d][10], Париж[10], Рим[10], Дордрехт[d][10], Лондон[10] һәм Буэнос-Айрес
Ҡатнашыусы Documenta 3[d][11]
Архивы хранятся в Национальная библиотека Уэльса[d][12] һәм Музей Родена[d][13]
Сәнғәт йүнәлеше искусство эпохи модерна[d][14] һәм символизм[d][15]
Ойошма ағзаһы Академия изящных искусств[d]
Жанр портрет[d][16][10], аллегория[d][10], фигурка[d][10], ню[d][10] һәм паблик-арт[d][17]
Йоғонто яһаусы Микеланджело һәм Карпо, Жан-Батист[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Тасуирлау биттәре arteforadomuseu.com.br/a…
Защитник авторских прав reproduction right not represented by CISAC member[d][18]
Хеҙмәттәре тупланмаһы Музей Бойманса-ван Бёнингена[d], галерея Бельведер[d], Штеделевский художественный институт[d], Чикаго сәнғәт институты[d], Музей искусств Нельсона-Аткинса[d], Auckland Art Gallery[d], Музей Тиссена-Борнемисы[d], Финская национальная галерея[d], Гетти музейы, Хәҙерге сәнғәт музейы (Нью-Йорк), Виктория милли галереяһы[d], Тейт[d], Милли сәнғәт галереяһы[d], Милли һынлы сәнғәт музейы[d], Национальная галерея Канады[d], Национальный музей изобразительных искусств[d], Музей современного искусства Сан-Франциско[d][19], Метрополитен-музей[d], Монреальский музей современного искусства[d][20], Королевский музей изящных искусств[d][21], Музей изящных искусств[d], Mu.ZEE[d], Музей Крёллер-Мюллер[d], Музей Орсе[d], Израиль музейы[d], Новая пинакотека[d], Музей и сад скульптур Хиршхорна[d], Vanderbilt Museum of Art[d], Музей Родена[d], Государственный музей изобразительных искусств имени А. С. Пушкина[d], Лионский музей изобразительных искусств[d], Музей Соумайя[d], Музей Августинцев[d], Эрмитаж Дәүләт Музейы[d], Musée des Beaux-Arts et d'Archéologie de Besançon[d], Бруклинский музей[d], Кливленд художество музейы[d], La Piscine[d], Национальный музей изящных искусств[d], Музей искусств округа Лос-Анджелес[d], Музей скульптур под открытым небом Мидделгейм[d], Әрмәнстандың Милли картиналар галереяһы, Национальный музей в Варшаве[d], Королевские музеи изящных искусств[d][22], Musée d'art de Joliette[d][23], Смитсон американ сәнғәте музейы[d][24], Художественный музей Северной Каролины[d][25], Городской музей[d][26], Musée des Beaux-Arts de Pau[d], Национальный музей западного искусства[d], Музей изобразительного искусства Нанси[d], Museum of Grenoble[d], Национальный музей искусства, архитектуры и дизайна[d], Calvet Museum[d], Карнавале[d], John and Mable Ringling Museum of Art[d], Дом-музей Виктора Гюго[d], Musée des Beaux-Arts de la ville de Paris[d], Уэльс милли музейы[d], Национальный музей искусства Каталонии[d], Pinacoteca do Estado de São Paulo[d], Женевский музей искусства и истории[d], Print Collection[d][27], Музей Ашмола[d], Музей Родена[d], Музей современного искусства (Страсбург)[d], Музей Нортона Саймона[d], Экленд художество музейы, Старая национальная галерея[d], Гамбург Кунстхаллеһы һәм Государственные музеи Берлина[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Файлы артиста по адресу Philadelphia Museum of Art Library and Archives[d][28], Smithsonian American Art and Portrait Gallery Library[d][29], Frick Art Research Library[d] һәм College for Creative Studies Library[d][30]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Auguste Rodin
 Роден Огюст Викимилектә

Франсуа Огюст Рене Роден (франц. François-Auguste-René Rodin; 12 ноябрь 1840 йыл, Париж — 17 ноябрь 1917 йыл, Медон) — француз скульпторы, хәҙерге скульптураға нигеҙ һалыусыларҙың береһе тип танылған. Йәш сағында Роден һөнәре буйынса биҙәүсе-декоратор була, ә уның күпселек ижади эштәре һуңыраҡ барлыҡҡа килә. Роден скульптурала новатор булып танылғас та, уның эштәре тирәһендә ғауға ҡуба һәм улар заказсылар тарафынан кире ҡағыла торған була.

Роден ижады реализм, романтизм, импрессионизм һәм символизм менән сиктәш[31]. Роден кеше кәүҙәһен һүрәтләүҙә ҙур оҫталыҡҡа өлгәшә, үҙ геройҙарының хәрәкәтен һәм эмоциональ торошон художестволы саралар менән ышандырырлыҡ итеп бирә. Родендың төп әҫәрҙәре араһында — «Аҡыл эйәһе», «Кале халҡы» и «Үбешеү» скульптуралары.

Бала сағы һәм йәшлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Огюст Роден Парижда 1840 йылдың 12 ноябрендә тыуған. Уның атаһы Жан-Батист Роден префектурала хеҙмәт итә. Огюст Роден Жан-Бастистың Лотарингияла тыуып үҫкән Мари Шеффер менән икенсе никахында тыуған икенсе бала була; беренсе балаһы Мари — ике йәшкә унан өлкән өлкән[32].

Огюст Роден. П.Шумовтың фотоһүрәте

Мәктәптә Роден рәсемдән тыш уҡыуға ҡыҙыҡһыныу күрһәтмәй. 14 йәшендә Огюст атаһынан, Мари ярҙамы менән,École Gratuite de Dessin (шулай уҡ Petite École, Кесе мәктәп булараҡ билдәле) уҡырға инергә рөхсәт ала — был уҡыу йортонда рәссамдар, биҙәүселәр, ювелирҙар һәм шуға оҡшаш һөнәр вәкилдәре әҙерләйҙәр. Родендың уҡытыусыһы булып күренекле рәссам һәм педагог Орас Лекок де Буабодран тора. Кесе мәктәпте тамамлап, Роден өс тапҡыр Париждағы Нәфис сәнғәттәр мәктәбенә инергә маташа, әммә уңышһыҙлыҡҡа тарый[33].

Һынған танаулы кеше. Роден музейы (Филадельфия)

Ошо мәлдән башлап Роден өйрәнсек, биҙәүсе, ижтимағи эштәрҙә скульптор булып аҡса эшләп йән аҫрай. Ул тәбиғи тарих музейына скульптор Антуан Бари курстарына йөрөй. В 1862 йылда скульпторҙың апаһы Мари Роден вафат була. Был уны ныҡ тетрәндерә, күпмелер ваҡытҡа ул скульптура менән дәрестәрен ҡалдыра, рухани Пьер Эймарҙың конгрегацияһына монахҡа әҙерләнеүсе булып инә, Эймар уны сәнғәт дәрестәрен ташламаҫҡа күндерә. 1863 йылда Роден төҙөгән Эймарҙың бюсы һаҡланған[34].

Скульптураға ҡайтып, Роден биҙәүсе рәссам һәм декоратор булып күп эшләй. Шул осорҙа ул эштәрен аноним башҡара, күбеһен уларҙың билдәләү мөмкин түгел, күбеһе һаҡланмаған. Родендың Парижда Гаитэ театрының фасадын һәм фойеһын биҙәүе билдәле (Гоблен театры бинаһы хәҙерге ваҡытта кинотеатр). 1864 йылда Роден тегенсе Роза Бёре менән таныша һәм уның менән йәшәй башлай. 1866 йылда парҙарҙың улы Огюст тыуа. Никах рәсми теркәлмәй, шуға күрә улы әсәһенең фамилияһын ала[35]. Роза ауылса һөйкөмлө ҡыҙ була һәм Родендың ҡайһы бер иртә әҫәрҙәренә, бюстарына бер ҡиәфәттә тора: «Девушка в шляпке с цветами» (1865—1870) һәм «Миньон» (1870) һәм скульптураһы «Вакханка»; һуңғыһы, күсенгән ваҡытта ярылып, һаҡланмай[36]. Роден даими булмаһа ла, һәм мөнәсәбәттәре төрлө мәлде кисерһә лә, Роза Бёре скульпторҙың бөтә ғүмере дауамында тормош юлдашы булып ҡала.

Роза Бёре менән танышҡандан һуң үҙ оҫтаханаһын — элекке ат һарайын һатып ала. 1864 йылда Роден Биби ҡушаматлы урындағы кешенең бюсын башҡара, был кешенең һынған танау менән мәғәнәле йөҙө айырылып тора. Һалҡындар ваҡытында ат һарайының наҡыҫ шарттарында башҡарылған бюст сатнай, әммә Роден «Һынған танау менән кеше» бюсын Париж салонына ебәрә. Йыйырсыҡтар һәм битендәге йөйҙәр менән йәмһеҙлек менән һоҡланыуҙы сағылдырған һәм матурлыҡтың академик ҡанундарына ҡаршы сығыусы скульптураны кире ҡағалар[37][38]. 1864 йылдан 1870 йылға тиклем Роден, декоратив скульптура әҙерләү менән аҡса табып, Альбер Каррье-Беллёз оҫтаханаһында эшләй. Француз-пруссия һуғышы башланыу менән Роден армияға саҡырыла, әммә насар күреүе арҡаһында комиссия үтмәй. Бельгияға күсеп китеүсе һәм Брюссель биржаһының бинаһын биҙәүгә заказ алған Каррье-Беллёз, Роденға эш тәҡдим итә, һәм тегенеһе тиҙ генә Брюсселгә күсеп килә[39].

Брюсселдә Роден шәхси йорттар, биржа бинаһы өсөн бер нисә скульптура һәм д’Анверс паркында бургомистр һәйкәле өсөн ҡабырға фигуралары эшләй. Эштән һуң Роден Каррье-Беллёз өсөн статуэткалар әҙерләй, уны тегенеһе бронзаға ҡоя һәм үҙенең исеме аҫтында һатыуға ҡуя[40]. Бер ваҡыт Роден бер статуэткаға үҙенең исемен яҙа һәм Каррье-Беллёдан үтеп, аралашсыға тәҡдим итә. Бының туралар Каррье-Беллёз белеп ҡала һәм уны тиҙ генә эшенән бушата. Француз-пруссия һуғышы тамамланыу менән Каррье-Беллёз Францияға ҡайта, һәм уның контракт буйынса тамамланмаған эшен скульптор Антуан-Жозев ван Расбург ҡабул итә, уныһы яңынан Роденды яллай. Ике скульптор Икселдә оҫтахана алалар һәм үҙҙәренең эштәрен бергә һатырға килешәләр, бынан тыш Бельгияла һатылыусы скульптураларҙы ван Расбург үҙенең исеме аҫтында, ә Францияла Роден үҙ исеме аҫтында ҡул ҡуя. Францияның алыҫта булыуы һәм ван Расбургтың клиенттарының күп булыуы арҡаһында бөтә тиерлек һатыуҙар һөҙөмтәлә Бельгияға тура килә. Ван Расбург ҡул ҡуйған шул осорҙағы ҡайһы бер эштәр, күпмелер-әҙмелер ихтималлыҡ менән Роденға ҡарай, әммә авторлығының ысын дәлиллеге, ҡағиҙә булараҡ, юҡ[41].

Родендың артып барыусы килемдәре Розеға Париждан Икселгә күсеп килергә мөмкинлек бирә. 1875 йылда Роден Салонға ҡабаттан «Һынған танау менән кешене» ҡуя — был юлы мәрмәр бюсын, һәм ул ҡабул ителәт[42]. Аҡса йыйып, Роден 1876 йылда Италияға сәйәхәт ҡыла, унда Генуяға, Флоренцияға, Римгә, Неаполгә һәм Венецияға бара. Родендың маҡсаты булып Яңырыу осорондағы сәнғәт менән, бигерәк тә элекке бөйөк скульптор Микеланджело һәм Донателло сәнғәте менән танышыу тора[43]. Родендың Италияға юлы Реймс аша ята, унда скульптор тәүге тапҡыр Реймс соборын күрә, ул скульпторҙы таң ҡалдыра, һәм Роден готика архитектураһына ҡарата бөтә ғүмере буйына һөйөү һаҡлай[44].

Италиянан ҡайтҡас, Роден 18 ай буйына скульптура өҫтөндә эшләй, ул хәҙер «Бронза быуаты» булараҡ билдәле. Уның өсөн ул профессиональ булмаған натурасыныны — скульпторға үҙенең мускулдары менән таң ҡалдырған бельгия һалдатын файҙалана. Скульптура Микеланджелоның асыҡтан- «Умирающий раб» скульптураһы йоғонтоһо аҫтында барлыҡҡа килә: оҡшашлыҡты кәүҙәнең һәм артҡа ташланған ҡул торошонда, йомолған күҙҙәрҙә күрергә мөмкин[45]. Роден һул ҡулында һөңгө менән «Побеждённый» тип аталған гипс эшен тәүге тапҡыр 1877 йылда Бельгияла ҡуя, уны француз һалдаттырының ҡаһарманлығына һәйкәл кеүек күрһәтә, ә киләһе йылда уны Салонға ебәрә. Француз тамашасыһына күрһәтерҙән алда Роден уларҙың кешенең ғазаптарын түгел, ә уның уяныуын күрһендәр өсөн, күҙ уңында тотолған мәғәнәһен үҙгәртә. Ул һөңгөнө алып ташлай һәм скульптураға «Бронза быуаты» тигән исем бирә. Әммә Родендың яланғас кәүҙәне һүрәтләү оҫталығында уның натурасы кәүҙәһенән күсермә алыуҙа ғәйепләйҙәр. Роден күп сәнғәт эшмәкәрҙәренән хуплау ала һәм аҡлана[46]. 1880 йылда бронзанан ҡойолған был скульптура Салонда тағы бер тапҡыр ҡуйыла[44].

Бер ваҡыт Роденға бер ҡиәфәттә торорға теләүсе итальян крәҫтиәне килә. Крәҫтиәндең буй-һыны матур була, Роденға бигерәк тә уның йөрөштәге хәрәкәттәре тәьҫир итә. Роден скульптураның ике аяғының да ерҙә ныҡ баҫып тороуын һәм ауырлыҡтың улар араһында тигеҙ бүленешен күрһәтергә теләй. Һөҙөмтәлә ике скульптура эшләй: «Шагающий» (1877) һәм «Иоанн Креститель» (1878). «Шагающий» (башһыҙ һәм ҡулдарһыҙ атлап барыусы фигураша) икенсе скульптураға этюд була. Икенсе скульптураның ғәҙәттә изгене һүрәтләгәндә, ҡулдарының үҙенсәлекле ҡул хәрәкәтенән тыш, бер ниндәй ҙә атрибуттары булмай[47]; скульптор үҙенең эшен шулай тип атай, сөнки натурасы фигураһы Роденда Иоанн Креститель менән үҙенән-үҙе булған ассоциацияны тыуҙыра. Роден «Иоанн Креститель» скульптураһын 1880 йылда Салонда ҡуя, унда скульптура өсөнсө премияны яулай.

1878 йылда Роден француз-пруссия һуғышында Парижды яҡлаусылар һәйкәленә конкурста ҡатнаша. Ул жюри хөкөмөнә хәҙер «Призыв к оружию» кеүек билдәле статуяны күрһәтә. Ул бер үк ваҡытта монументаль һәм баҙыҡ булған аллегорик ҡанатлы ҡатын-ҡыҙ һынынан ғибәрәт. Һуңынан данлыҡлы булып киткән статуя жюриға тәьҫир итмәй һәм хатта алдан премия исемлегенә лә инмәй. Роден Лазар Карно, Дени Дидро, Жан-Жак Руссо һәм генерал Жан-Огюст Маргериттҡа һәйкәлдәренә конкурстарҙа ла уңышһыҙлыҡҡа тарый. Ул тик Отель-де Виль фасадына д’Аламбер һәйкәленә заказ ала. 1875 йылдан Севр мануфактураһының элекке директоры булып эшләгән Каррье-Беррёз, 1879 йылда Роденды үҙенә эшкә саҡыра. Яҡшы эш хаҡы булған был эштә Роден 1882 йылға тиклем була. 1881 йылда рәхмәт йөҙөнән Роден Каррье-Беллёз бюсын эшләй[48].

Һуңғараҡ Роден яҙыусы Жюльетта Адам салонына инә, унда уны премьер-министр Леон Мишель Гамбетта менән таныштыралар. Гамбетта,үҙ сиратында, Роденды нәифс сәнғәттәр министры Антонен Прустҡа тәҡдим итәләр, ул хөкүмәт өсөн «Иоанн Креститель» эшен һатып ала[49]. Был скульпторға килгән беренсе танылыу була, скульпторға был ваҡытта ҡырҡ йәш була[43].

«Врата ада»
һулдан уңға: «Мыслитель», «Врата ада», «Поцелуй»
Мыслитель Врата ада Поцелуй

1880 йылда Роден тәүге тапҡыр хөкүмәттән заказ — портал скульптураһына заказ ала, ул Париждағы декоратив сәнғәт музейының яңы бинаһын биҙәргә тейеш була. Скульптор заказсы биргән ваҡытҡа, 1885 йылға өлгөртмәй, Музей ойошторолмай, әммә Роден «Врата ада» тип аталған скульптура өҫтөндә эшләүен дауам итә, һөҙөмтәлә ул тамамланмай ҡала: «Врата ада» тәүге тапҡыр бронзаға оҫта вафатынан һуң ҡойола[44]. Роден Лоренцо Гибертиҙың бронза ҡапҡаларынан илһам ала һәм идеяларҙы Данте Алигьериҙың «Божественная комедия», Микеланджелоның «Страшный суд», Шарль Бодлерҙың «Цветы зла» әҫәрҙәренән, готик соборҙарҙың портал образдарынан ала[50][43]. Ете метрлыҡ «Врата ада» 186 фигураны һыйҙыра, уларҙың күптәре, шул иҫәптән «Мимолётная любовь», «Поцелуй», шулай уҡ «Әҙәм» һәм «Һауа» композицияһынан алып ташланғандар, бронзала ҡойолоп һәм мәрмәрҙә тишеп яһалып, айырым скульптуралар булараҡ үҙаллы тормошҡа эйә була. Донъя тарихында иң күренекле һәм иң билдәле скульптура образы булған Родендың «Мыслитель» әҫәре тамуҡтың авторы Дантеның портреты кеүек барлыҡҡа килә, уларҙан Роден үҙенең әҫәре өсөн образдар ала. Әммә ваҡыт үтеү менән Роден скульптураны шағирҙың, философтың, ижадсының ваҡыт менән сикләнмәгән образы яғына ҡарай эшкәртә.[51]. «Поцелуй» башта Франческаның ире тарафынан үлтерелгән һәм мөхәбәт символы булған ғашиҡтар Паоло Малатеста һәм Франческа да Риминиҙың — «Божественная комедия» персонаждарының һүрәте була. «Врата ада» эше гигант Әҙәм һәм Һауа һындарын — беренсе гонаһ ҡылыусыларҙы уратып алырға тейеш була, әммә үҙенең скульптуралары менән ҡәнәғәт булмаған Роден уларҙы даими яңынан үҙгәртә һәм баштағы ниәтенән баш тарта. Әҙәм фигураһы төрлө ракурстарҙан һүрәтләнгән өс бер иш фигураларҙан торған «Врата ада» композицияһын тамамлаусы «Три тени» өсөн нигеҙ була[52].

1881 йылда Роден Лондонда йәшәгән рәссам Альфонса Легроға бара, уның менән ул дуҫ була һәм унан офорт сәнғәтенә өйәрәнә. Был сәфәре ваҡытында Роден шағир һәм тәнҡитсе Уильям Хенли менән таныша. Роден Хенлиҙы таң ҡалдырыуға өлгәшә, һәм тегенеһе уның тураһында Лондон артистары даирәһенә хәбәр итә. Шул уҡ йылда Хенли абруйлы Magazine of Art журналының мәхәррире була һәм Роден ижады тураһында бер нисә мәҡәлә яҙа, ә киләһе йылда «Иоанн Креститель бюсы» Король сәнғәттәр академияһында уңылы ҡуйыла[53].

«Врата ада» эше өҫтөндә башлау менән Роден хөкүмәттән яңы оҫтахана ала — Рю л’Юниверсит бинаһында уға ике студия бүленә, унда рәссам һәм скульпторҙарға бирелгән ун ике студия була[54]. 1884 йылда Роден Чили хөкүмәтенән мәрхүм булған президент Франсиско Рамон Викунья һәм күптән түгел тамамланған Икенсе Тымыҡ океан һуғышы геройы хәрби начальник Патрисио Линч һынына заказ ала. Линч атта һүрәтләнергә тейеш була, ә ат һыны Родендың элекке хыялы була. Роден ике макет әҙерләй, әммә Чилиҙағы түңкәрелеш арҡаһында һәйкәлдәр ҡойолмай, ә макеттар үҙҙәре юҡҡа сыға. Бер үк ваҡытта Роден Францияла үҙенең иң сағыу эштәренең береһе булған Чили илсеһенең ҡатынының бюсын эшләй[55].

1883 йылда Роден тәнҡитсе Эдмонд Базир яҡлауы аҫтында Виктор Гюгоның бюсын эшләгә унан рөхсәт ала. Шул уҡ саҡта һикһән йәшлек тере классик был проектҡа ҡарата энтузиазм күрһәтмәй һәм уның иң яҡшы бюсы бынан тиҫтә йылдар элек Давид д’Анже тарафынан эшләнгән тип иҫәпләй. Эш Гюгоның бер ҡиәфәттә тороунынан баш тартыуы менән ҡатмарлана; әммә Роденға яҙыусының йортона килергә, уның көндәлек шөғөлдәрендә булырға, рәсемдәр һәм һыҙмалар яһарға рөхсәт була. Бынан тыш, Роден фотоһүрәттәр менән күп эшләй. Яҙыусының бюсы 1883 йылда тамамлана һәм киләһе йылда Салонда ҡуйыла[56][57]

Шул уҡ 1883 йылда Роденды скульптор Альфред Буше студенттар төркөмөнә кураторлыҡ итергә саҡыра. Унда ул йәш ҡыҙ Камилли Клодель менән таныша, ул таланты менән башҡа студенттарҙан күпкә юғары була. 1885 йылда Клодель Роден оҫтаханаһында ярҙамсы булып эшләй башлай, уға бер ҡиәфәттә тора, ә тиҙҙән уның һөйәркәһе була[43]. Уларҙың мәнәсәбәте туғыҙ йыл дауам итә, шул уҡ ваҡытта Роден Роза менән бәйләнешен өҙмәй, Роза ла «башҡа ҡатындың» ролен белә. [58]. Камилла менән мөнәсәбәттәре осоронда Роден темаһы мәхәббәт булған күп һанлы скульптуралар эшләй. Был эштәр араһында иң билдәлеләре «Поцелуй» һәм «Вечный идол»[59][43]. Артабан Камилла Клоделдың психик төшөнкөлөк билдәләре күренә башлай. 1913 йылда туғандары уны психиатрия клиникаһына урынлаштыралар, унда ул 1943 йылда вафат була. Камилланың ир туғаны Поль Клодель, шағир һәм дипломат, Роденды апаһының фажиғәһендә ғәйепләй[58].

«Граждане Кале» (1884—1888)

Родендың иң билдәле эштәренең береһе булып «Граждане Кале» скульптура төркөмө тора. (1888 йылда тамамлана). Ҡала тарихында героик битте мәңгеләштергән Һәйкәлгә заказды Роден Кале муниципалитетынан ала. Йөҙ йыллыҡ һуғыш ваҡытында инглиз короле Эдуард III ҡаланы ҡамай, һәм бер аҙ ваҡыт үткәс аслыҡ ҡурғаусыларҙы бирелергә мәжбүр итә. Әгәр алты иң абруйлы кеше уға үҙҙәрен язаға тапшырып, муйындарына арҡан тағып сыҡһа, король халыҡҡа мәрхәмәтлек күрһәтергә вәғәҙә бирә. Роден һайлаған сиселеш ғәҙәти булмай: ул иң абруйлыны кәүҙәләндергән бер фигураны ғына түгел, ә алты гражданды һүрәтләй[60]. Скульптура төркөмөндә статик фигуралар хәрәкәттә эләктереп алынған фигураларға ҡаршы ҡуйылған, шул уҡ мәлдә үлемгә барыу мәлендә күрһәтелгән һәр герой үҙенең үҙенсәлекле һыҙаттарын ала[31][61]. 1889 йылда «Граждане Кале» Родендың һәм Клод Моненың Жорж Пети галереяһында берлектәге күргәҙмәһенең төп ваҡиғаһы була. Был күргәҙмәлә бөтәһе Родендың 36 скульптураһы һәм Моненың 70 картинаһы ҡуйыла[62]. Скульптура Калела 1895 йылда ҡуйыла. Скульптура өҫтөндә эштә Роденға Камилла Клодель ярҙам итә. Тарихсылар Клоделдең роле тураһында бәхәс алып бара. Фекерҙәр Клоделдең өйрәнсек роленән алып ижади өлөшөн иҫәпкә алыу диапазонына тиклем айырыла[63].

1889 йылда Роден рәссам Клдо Лоррен һәйкәленә конкурста ҡатнаша. Родендың проекты ҡыйынлыҡ менән ҡабул ителә, әммә ахырҙа һын бронзала ҡойола һәм ҡала паркына ҡуйыла. Роден үҙ эшен ярайһы уҡ кәм баһалай: ҙур бейек постаменттағы нескә һын пропорцияһыҙ күренә[64].

Оноре де Бальзак һыны

Родендың башҡа ҙур әҫәрҙәре араһында француз әҙәбиәтендә иң әһәмиәтле шәхестәрҙең — Виктор Гюгоның һәм Оноре де Бальзактың һәйкәлдәре. Һәйкәлгә заказды Заказ Роден 1886 йылда ала. Һәйкәлде яҙыусы бер йыл элек ерләнгән Пантеонда ҡуйыу планлаштырыла. Родендың кандидатураһы шул иҫәптән элек был яҙыусының бюсын төҙөгәнгә һайлана. Әммә Роден эше тамамланғас, ул заказсылар көткәнсә килеп сыҡмай. Скульптор Гюгоны өс муза менән уратып алынған һәм ҡаяға таянып тороусы ҡеүәтле яланғас титан итеп һүрәтләй. Яланғас кәүҙә кәшәнәлә урынһыҙ һымаҡ күренә, һәм һөҙөмтәлә был проект кире ҡағыла[65]. 1890 йылда Роден муза һындарын алып ташлап, баштағы идеяһын үҙәртә. Гюго һәйкәле 1909 йылда Пале-Рояль баҡсаһында ҡуйыла[66].

1891 йылда Әҙәбиәтселәр йәмғиәте, күберәк уның президенты Эмиль Золя тырышлығы арҡаһында Роденға ике йыл эсендә башҡарыу шарты менән Бальзак һәйкәленә заказ бирә. Бальзак ғүмере аҙағына ныҡ йыуаная һәм, замандаштары хәтирәләре буйынса, кейемдәрҙән формаһыҙ доминикан рясаһына өҫтөнлөк бирә. Роден буласаҡ һәйкәлде ҙур башлы һәм кәүҙәле баҫып тороусы драпировкалар аҫтындағы һын итеп күрә.[67]. Скульптор тиҙ генә эшкә тотона; һәйкәл торошон эшләү өсөн төҙөгән яланғас кәүҙә ҡиәфәтендәге этюдтары һаҡланған. Шулай булһа ла Роден бер нисек тә ваҡытына өлгөртмәй. Заказ биреүсе вәкилдәр уның оҫтаханаһына килгәс, улар проекттан ныҡ күңелдәре ҡайта, уны «формаһыҙ масса» һымаҡ тасуирлайҙар[68]. Тамамланып бөтмәгән һәйкәлде халыҡ алдында күрһәтеү 1898 йылда Салонда үтә һәм шау-шыу ҡуптара, шул уҡ ваҡытта Роденды күп сәнғәт эшмәкәрҙәре хуплай. Һөҙөмтәлә Әҙәбиәтселәр йәмғиәте эште ҡабул итеүҙән баш тарта һәм һәйкәлде Александр Фальгьерға эшләргә бирә, ә Роден түләнгән авансты кире ҡайтара һәм үҙенең скульптураһын үҙендә ҡалдыра. Роден эшләгән һәйкәл Парижда тик 1939 йылда ҡуйыла[69].

«Бронза быуаты»

1895 йылда Роден Париж янындағы Мёдонда имение һатып ала. Ул унда оҫтахана төҙөй һәм Мёдонға скульптураларын алып килә, әммә оҫтахана өсөн урын етмәй, шуға күрә ике йылдан һуң уны Парижға кире ҡайтара[70]. Килеп сыҡҡан килемдәре арҡаһында Роден үҙен сәнғәт әйберҙәрен йыйыуға арнай ала; ваҡыт үтеү менән ул Брийан Виллала Боронғо Мысыр һәм Боронғо Рим скульптураларын, фарсы миниатюралаын һәм замандаш француз рәссамдарының картиналарын, шул иҫәптән Ван Гоганың «Портрет Папаши Танги» эшен һатып ала һәм урынлаштыра[71].

Франция хөкүмәте Роденға Парижда үтә торған 1900 йылдағы Бөтә Донъя күргәҙмәһенә павильон бүлә. Скульптор ижады өсөн ретроспектив булған күргәҙмә өсөн «Человек со сломанным носом» эшенән башлап, 136 скульптура һәм 14 тамамланмаған эше һайлап алына, улар араһында тәүге тапҡыр «Врата ада» күрһәтелә. Каталогына инеш һүҙҙә тәнҡитсе Арсен Александр Роденды шулай уҡ талантына тиҙ генә баһалауҙы тапмаған Рихард Вагнер менән сағыштыра. Күргәҙмә Роденға бөтә донъя буйынса музейҙарға скульптураларын яҡынса 200000 франкҡа һатырға мөмкинлек бирә (дөрөҫ, бронза һәм мәрмәр күсермәләрҙе әҙерләү 60000 франк тора)[72].

Олоғайғас, Роден бик яҡшы рәсем төшөрөүсе һәм график булараҡ билдәләнә. Әгәр йәш сағында ню моделдәре менән һыҙмалар ауыр бирелһә, ваҡыт үтеү менән ул моделдән күҙен, ә ҡәләмде ҡағыҙҙан алмайынса эләктереп алған хәрәкәт мәлен сағылдырып, рәсемдәрҙе тиҙ генә төшөрөргә өйрәнә. Ҡайһы саҡта рәсемдәрҙе акварель менән буяй йәки аҡбур менән эшләп ҡуя. 1897 йылда сәнәғәтсе һәм коллекция йыйыусы Морис Феней Роден рәсемдәренең 147 репродукцияһы менән 125 дана тиражда альбом сығара. Альбом тиҙ тарала[73]. 1906 йылда Камбоджа короле Сисоват Францияға килә. Уны Парижа һәм Марселдә тамаша күрһәтеүсе бейеүселәр труппаһы оҙатып йөрөй. Бейеүселәр менән таң ҡалған Роден, ике тамашаға ла бара һәм һыҙмалар серияһы эшләй, уларҙы уның иң яҡшы рәсемдәре тип һанайҙар[74][75].

Роден эшләгән Клемансо бюсы (1911)

1900 йылдарҙа Роден үҙ ваҡытының байҙарынан һәм күренекле кешеләренән даими заказдар ала башлай. Уның клиенттары араһында Бернард Шоу, Густав Малер, Жорж Клемансо, Аргентина президенты Доминго Фаустино Сармьенто, химик Марселен Бертло, филантроп Берта Палмер була. 1914 һәм 1915 йылдарҙа Роден Римгәә сәйәхәт итә, уның маҡсаты Рим папаһы Бенедикт XV бюсын эшләү була[76]. Клемансоның баһаламаһы ла билдәле, ул үҙенең портреты менән ҡәнәғәт булмай, «монгол генералына» оҡшаған тип иҫәпләй[77].

Родендың эш хаҡы уға үҙенең оҫтаханаһына талантлы йәш скульпторҙарҙы ассистент итеп ялларға мөмкинлек бирә. Улар араһында 1890 һәм 1900 йылдарҙа Анутан Бурдель, Шарль Деспьо, Жюль Дюбуа, Франсуа Помпон һәм Аристид Майоль була[43][44]. 1897—1899 йылдарҙа урыҫ скульпторы Анна Голубкина Родендың уҡыусыһы була[78]. 1904 йылда Родендың моделе һәм уҡыусыһы булып инглиз рәссамы Гвен Джон тора (ул шулай уҡ скульпторҙың күп һөйәркәләренең береһе була)[79]. Константин Бранкузи Роден оҫтаханаһына ике ай эшләй, әммә «ҙур ағас аҫтында бер нәмә лә үҫмәй» тип иҫәпләй һәм тиҙҙән унан китә[80]. Шул уҡ ваҡытта, Шампиноль һүҙҙәре буйынса, Роден үҙенең стилен һәм эстетикаһын дауам итеүсе уҡыусылар ҡалдырмай. Уның менән оҙаҡ эшләүсе һәм уҡыусылары булып һаналыусы бөтә скульпторҙар классик традицияға ҡарай[81]. 1905—1906 йылдарҙа немец шағиры Райнер Мария Рильке Родендың шәхси секретары була, ул һуңғараҡ скульпторҙың биографияһын яҙа.

Роден ҡартайғас ҡатын-ҡыҙ матурлығына әүәҫ була. Уның мауығыуҙары, маркиза де Шуазель менән романын иҫәпкә алмағанда, оҙаҡҡа һуҙылмай. Романы 1904 йылда башлана һәм 1912 йылға тиклем дауам итә. Родендың дуҫтары де Шуазель тураһында тар фекерле һәм сәнғәттә аңламаған, шулай ҙа скульпторҙы үҙенең ихтыярына буйһондорған һәм уның байлығы һәм даны менән файҙаланған ҡатын кеүек хәтерләйҙәр. Роден һуңыраҡ де Шуазель тураһында «уға ете йыл ғүмерен әрәм иткән» «яуыз даһи» кеүек баһалай[82].

1908 йылда Мёдондағы Роденға Бөйөк Британия һәм Ирландия короле Эдуард VII килә [83]. Шул уҡ йылда Рильке Роденды торлаҡ йорт итеп яңынан ҡоролған Париждағы XVIII быуаттың айырым йортона саҡыра, унда Рильке һәм уның ҡатыны бүлмәләр алып йәшәй. Айырым йорт Роденға ныҡ оҡшай, һәм ул унда беренсе ҡатына йәшәргә инә, студияһын күсерә һәм һуңғы йылдарын шунда үткәрә[84].

Үҙенең урта быуат соборҙарына булған элекке һөйөүен Роден «Соборы Франции» китабында сағылдыра(франц. Les Cathédrales de France), уның беренсе баҫмаһы 1914 йылда сыға. Сәнғәт белгесе Бернар Шампиньоль Родендың етерлек архитектура әҙерлеге булмаһа ла, ул готик архитектураны интуитив бик яҡшы аңлауын күрһәтә, әммә уның яҙыу манераһы уҡыусы өсөн ауыр, тип билдәләй[85].

1916 йылда Роден васыятҡа ҡул ҡуя, уға ярашлы бөтә эштәре һәм ҡулъяҙмалары хөкүмәткә күсә. Һуңғы йылдарында Роден күп һанлы һөйәркәләр менән уратып алына, улары, скульпотрҙың коллекцияһынан сәнғәт әҫәрҙәрен алып сығып, асыҡтан-асыҡ уның мөлкәтен урлай. Роден имениеһын һаҡлау хөкүмәттә шәхсән коммерция министры Клемансо тарафынан ойошторола.

19 ғинуарҙа Мёдонда виллала Родендың Роза Бёре менән никахы үтә. Роза инде ныҡ сирле була һәм тантананан һуң егерме биш көн үткәс вафат була[86]. 12 ноябрҙә Роден да ныҡ сирләп китә. Ул 17 ноябрҙә ҡапыл ғына үпкә шешеүенән вафат була. Мёдонда уның ҡәберендә «Мыслитель» скульптураһының күсермәһе ҡуйыла[87].

Парижда Роден музейы (Отель Бирондың элекке айырым йорто)

Огюст Роден эштәренә өс музей арналған. Роден музейы Отель Биронда урынлашҡан, унда Роден һуңғы йылдарында йәшәй. Йыйылмаһының нигеҙе булып скульптуралар, рәсемдәр һәм сәнғәт әҫәрҫәре коллекцияһы тора, уларҙы Роден хөкүмәткә ҡалдыра. Музей 1916 йылдың 22 декабрендә ойошторола (скульптор ғүмере ваҡытында уҡ) һәм тамашасы өсөн 1919 йылда асыла. Родендың икенсе француз музейы 1930 йылда Родендың виллаһы урынлашҡан һәм үҙе шунда ерләнгән Мёдонда асыла. 1929 йылда кинотеатрҙар селтәре хужаһы Жюль Мастбаумға ҡараған коллекциялар нигеҙендә Филадельфияла Роден музейы асыла[88].

Роден үҙенең скульптураларының күпләп күсермәләрен һатыу өсөн эшләргә рөхсәт бирә, ә вафатынан һуң күсермәләрҙе эшләү хоҡуғы Роден музейына күсә[89]. Скульптор тере саҡта бер ҡойоу оҫтаханаһы «Вечный идол» скульптураһының 231, ә «Поцелуй» эшенең 319 күсермәһен эшләүе билдәл[90]. Ошо сәбәпле хәҙерге ваҡытта Роден скульптураларының авторлашҡан күсермәләре йыйынтығы донъяның музейҙарында, шул иҫәптән Санкт-Петербургта Дәүләт Эрмитажында, Мәскәүҙә А. С. Пушкин исемендәге Дәүләт һынлы сәнғәт музейында, Вашингтондың Сәнғәттең милли галереяһында, Метрополитен-музейҙа (Нью-Йорк), Карлсбергтың глиптотекаһында (Копенгаген) бар. 1956 йылда Францияла скульптуранан рөхсәт ителгән күсермәләр һанын ун ике менән сикләүсе закон ҡабул ителә[89].

Әһәмиәте һәм скульптура тарихында урыны

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Роден үҙен бер ниндәй ҙә ағымға ҡайтарып ҡалдырмай. Уның ижадының тамырҙары реализ һәм романтизмда ята[31][81]. Роден күп кенә француз импрессионистарына яҡын тора, ә уға йоғонто яһаған скульпторҙарҙың береһе булып замандашы Медардо Россо тора[91]. Шул уҡ ваҡытта замандаш- рәссамдарҙан Роденды образдарҙың символлығына һәм ваҡыттан тыш сюжеттарға тартылыу айыра. 1880 йылдарҙың уртаһынан Роден скульптураларының үҙенсәлекле һыҙаты булып аңлы рәүештә булдырылған тамаланмаған тәьҫир тора[31]. Британнике энциклопедияһына ярашлы, «Родендың төп ҡаҙанышы булып… кеше кәүҙәһен бик яҡшы белеү һәм һүрәтләү тора»[43].

Ваҡыт үтеү менән Роденды баһалау үҙгәрә. Билдәләек яулағас та, ул оҙаҡ ваҡыт ҡаршылыҡлы, скульптураға ҡарата консерватив ҡарашы менән хатта шау-шыулы фигура булып ҡала. Әммә һуңғы йылдарҙа уға уңыш килә, Роден бөтә ерҙә Микеланджело ваҡытынан алып бөйөк оҫта булып таныла[43][92]. 1920—1930 йылдарҙа авангардсылар Роденды иҫкергән тип кире ҡаҡаһалар ҙа, уның артабанғы скульптураға ҙур йоғонтоһо дөйөм таныла[43][92].

Роден тормошо тураһында әҫәрҙәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Америка яҙыусыһы Дэвид Вейс 1963 йылда Родендың тормошо тураһында «Нагим пришёл я» романын яҙа. Был әҫәр Вейстың, бер нисә биографик раандар авторының популяр әҫәренә әүерелә[93].
  • 1988 йылда Францияла «Камиллла Клодель» фильмы сыға, унда Роден ролен Жерар Депардье, ә Клодель ролен Изабель Аджани башҡара.
  • 2011 йылда Борис Эйфман скульпторҙың һәм Камилла Клоделдең мөхәббәте тарихы тураһында «Роден» балетын ҡуя[94][95].
  • Жак Дуайондың «Роден» биографик фильмында (2017) скульпторҙы Венсан Линдон уйнай.
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 KulturNav (ингл.) — 2016.
  3. 3,0 3,1 https://www.moma.org/artists/4978 (ингл.)
  4. LIBRISНациональная библиотека Швеции, 2012.
  5. 5,0 5,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118601717 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  6. 6,0 6,1 Auguste Rodin (нидерл.)
  7. 7,0 7,1 Union List of Artist Names (ингл.)
  8. 8,0 8,1 Regionální významné osobnosti
  9. 9,0 9,1 Pas L. v. Genealogics (ингл.) — 2003.
  10. 10,00 10,01 10,02 10,03 10,04 10,05 10,06 10,07 10,08 10,09 RKDartists (нидерл.)
  11. https://www.documenta.de/en/retrospective/documenta_iii
  12. http://discovery.nationalarchives.gov.uk/details/a/A13530954
  13. https://www.musee-rodin.fr/
  14. https://cantorfoundation.org/resources/why-is-rodin-important/
  15. Кассу Ж., Brunel P., Claudon F., Pillement G., Ришар Л. Encyclopédie du symbolisme — 1979. — ISBN 2-85056-129-0
  16. Bazin G. R. M. Auguste Rodin // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  17. https://picasso.iro.umontreal.ca/~mona/api/v3/artists
  18. Rodin (oeuvres Posthumes), Auguste // https://web.archive.org/web/20210630075411/https://www.dacs.org.uk/licensing-works/artist-search/artist-details?ArtistId=1f3c340b-c5d0-4be2-9f7b-1a4335e5fc52
  19. Artists + Artworks (ингл.)
  20. https://www.donneesquebec.ca/recherche/fr/dataset/musee-dart-contemporain-de-montreal-liste-dartistes-de-la-collection-domaine-public — 2015.
  21. http://kmska.be/collection/work/data/04q0rf
  22. https://www.fine-arts-museum.be/nl/de-collectie/artist/rodin-auguste-1
  23. https://www.museejoliette.org/fr/collections/?artistes=13714
  24. https://americanart.si.edu/collections/search/artist/?id=4092
  25. https://ncartmuseum.org/artist/auguste-rodin/
  26. Jean d'Aire
  27. https://web.archive.org/web/http://wallachprintsandphotos.nypl.org/catalog/321570
  28. https://pacscl.exlibrisgroup.com:48994/F/?func=find-b&request=000211720&find_code=SYS
  29. https://library.si.edu/art-and-artist-files
  30. https://lib.collegeforcreativestudies.edu/cgi-bin/koha/opac-detail.pl?biblionumber=86156&query_desc=kw%2Cwrdl%3A%20Auguste%20Rodin
  31. 31,0 31,1 31,2 31,3 Роден Рене Франсуа Огюст // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  32. Champigneulle, 1999, p. 9—10
  33. Champigneulle, 1999, p. 19
  34. Champigneulle, 1999, p. 24—26
  35. Champigneulle, 1999, p. 27
  36. Champigneulle, 1999, p. 29
  37. Champigneulle, 1999, p. 31
  38. Стародубова В. В. Роден, Рене Франсуа Огюст // Европейское искусство: Живопись. Скульптура. Графика: Энциклопедия. — М.: Белый город, 2006. — Т. III.
  39. Champigneulle, 1999, p. 35
  40. Champigneulle, 1999, p. 36
  41. Champigneulle, 1999, p. 37—38
  42. Champigneulle, 1999, p. 41
  43. 43,0 43,1 43,2 43,3 43,4 43,5 43,6 43,7 43,8 Auguste Rodin (ингл.). — статья из Encyclopædia Britannica Online. Дата обращения: 24 октябрь 2011.
  44. 44,0 44,1 44,2 44,3 Vincent, Claire. Auguste Rodin (1840—1917). The Metropolitan Museum of Art (2004). Дата обращения: 8 декабрь 2011. Архивировано 20 май 2012 года.
  45. Raphaël Masson, Véronique Mattiussi. Rodin. — Flammarion, 2004. — P. 151. — 247 p. — ISBN 9782080112934.
  46. Champigneulle, 1999, p. 46—50
  47. St. John the Baptist. Musée Rodin. Дата обращения: 4 февраль 2014. Архивировано 31 март 2014 года. 2014 йыл 10 апрель архивланған.
  48. Champigneulle, 1999, p. 59—61
  49. Champigneulle, 1999, p. 64—65
  50. Champigneulle, 1999, p. 128—130
  51. Elsen, Jamison, Barryte, 2003, p. 175—179
  52. Elsen, Jamison, Barryte, 2003, p. 193
  53. Claudine Mitchell. Rodin: the Zola of sculpture. — Ashgate Publishing, 2004. — P. 60. — 261 p. — ISBN 9780754609049.
  54. Champigneulle, 1999, p. 69
  55. Champigneulle, 1999, p. 75
  56. Claudine Mitchell. Rodin: the Zola of sculpture. — Ashgate Publishing, 2004. — P. 62. — 261 p. — ISBN 9780754609049.
  57. Elsen, Jamison, Barryte, 2003, p. 293—295
  58. 58,0 58,1 Champigneulle, 1999, p. 167
  59. Champigneulle, 1999, p. 157
  60. Champigneulle, 1999, p. 77
  61. Champigneulle, 1999, p. 88
  62. Champigneulle, 1999, p. 101
  63. Ian Chilvers, John Glaves-Smith. Claudel, Camille // A dictionary of modern and contemporary art. — Oxford University Press, 2009. — 776 p. — ISBN 9780199239658.
  64. Champigneulle, 1999, p. 98—99
  65. Champigneulle, 1999, p. 91—95
  66. Champigneulle, 1999, p. 171—172
  67. Champigneulle, 1999, p. 180
  68. Champigneulle, 1999, p. 184
  69. Champigneulle, 1999, p. 198
  70. Champigneulle, 1999, p. 200
  71. Champigneulle, 1999, p. 203
  72. Champigneulle, 1999, p. 207—209
  73. Champigneulle, 1999, p. 123—125
  74. Champigneulle, 1999, p. 221—222
  75. Kinetz, Erika. Rodin Show Visits Home Of Artist's Muses // The New York Times. — December 27, 2006.
  76. Champigneulle, 1999, p. 266—267
  77. Champigneulle, 1999, p. 254—258
  78. [ Голубкина Анна Семёновна] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  79. Claudine Mitchell. Rodin: the Zola of sculpture. — Ashgate Publishing, 2004. — P. 202. — 261 p. — ISBN 9780754609049.
  80. Eric Shanes. Constantin Brancusi. — Abbeville Press, 1989. — P. 12. — 128 p. — ISBN 9780896599246.
  81. 81,0 81,1 Champigneulle, 1999, p. 260
  82. Champigneulle, 1999, p. 244—246
  83. Champigneulle, 1999, p. 217
  84. Champigneulle, 1999, p. 249
  85. Champigneulle, 1999, p. 223—224
  86. Champigneulle, 1999, p. 270
  87. Champigneulle, 1999, p. 271—273
  88. Champigneulle, 1999, p. 275
  89. 89,0 89,1 Laws That Govern the Casting of Rodin's Work. Iris & B. Gerald Cantor Foundation. Дата обращения: 25 июль 2013. Архивировано 26 июль 2013 года.
  90. In Rodin’s Studio. Iris & B. Gerald Cantor Foundation. Дата обращения: 2 февраль 2014. Архивировано 31 март 2014 года.
  91. Champigneulle, 1999, p. 102
  92. 92,0 92,1 Albert Ten Eyck Gardner. The Hand of Rodin // The Metropolitan Museum of Art Bulletin. — 1957. — Vol. 15. — № 9. — P. 200—204.
  93. David Weiss Obituary. Variety (December 16, 2002). Дата обращения 8 февраля 2012.
  94. Роден. eifmanballet.ru (2011). Дата обращения 4 июня 2014.
  95. Голубкова, М. На языке тела говорим о страсти. Российская газета (22 ноября 2011). Дата обращения 4 июня 2014.
Урыҫ телендә
  • Матвеева А. Б. Роден. — М.: Искусство, 1962. — 56, [38] с. — 20 000 экз. (обл.)
  • Вейс Д. Огюст Роден = Naked came I / Пер. с англ.. — М.: Искусство, 1969. — 579 с. — (Жизнь в искусстве).
  • Стародубова В. В. Огюст Роден: Жизнь и творчество. — М.: НИИ РАХ, 1998. — 151 с.
  • Огюст Роден. Мысли об искусстве. Воспоминания современников / Н. И. Рыбакова. — М.: Республика, 2000. — 358 с. — ISBN 5-250-02745-8.
Сит телдәрҙә
  • Роден Огюст // Энциклопедия «Кругосвет». (Тикшерелеү көнө: 25 июль 2013)
  • Rodin Collection (англ.). Iris & B. Gerald Cantor Center for Visual Arts at Stanford University. Дата обращения 22 февраля 2012. Архивировано 10 мая 2012 года.
  • Rodin-Web.org — The Independent Academic Rodin Platform (англ.). Hans de Roos, Munich, Germany (12.11.2011). Дата обращения 22 февраля 2012. Архивировано 10 мая 2012 года.