Шарташ (күл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Шарташ
Рәсем
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Екатеринбург
Commons-logo.svg Шарташ Викимилектә

Шарташ — Екатеринбург ҡалаһының төньяҡ-көнсығыш ситендә, Киров районында урынлашҡан тымыҡ күл, элек Иҫәт[2] йылғаһы бассейнына ҡараған.

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғалим А. К. Матвеев үҙенең һүҙлектәрендә был һүҙҙең мәғәнәһен: «...атама, бәлки, башҡорт телендәге шар — «һаҙлыҡ» (шулай уҡ ул самодий теленән килгән Сор һүҙенең рефлексы булып тора) һүҙе менән бәйлелер» тип аңлата.[3]

Һыу ятҡылығы атамаһы самодий сығышлы — Сор-То, йәғни «ҡылымыҡлы күл» тигән фараз бар. Һуңыраҡ төрки телдәрҙә (башҡорттар һәм татарҙар), яр буйы ҡаялары төҫөнән сығып, ике төрки һүҙ тамырын: сары — «һары», таш — таш ҡушыу кеүек тип аңлағандар. Тағы ике вариант әйтелә: «һары таш», «шор таш» (урындағы диалект, «шар таш» — һаҙ ташы[4][5].

Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадын һәм ер-һыу атамаларын өйрәнгән Силәбе топонимисы Шувалов, Шарташ тип алмаһа ла, Шарлаш топонимындағы шар тамырын былай аңлата[6]:

Шарлаш, Ҡытаутамаҡ-Минйәр участкаһындағы ҡасаба; Шарлыкүл, күл, Сыбаркүл районы; Шарлы-Үҙәк - Мейәс ҡалаһы биләмәһендәге һаҙлыҡ; Шаран-Күл, Ҡыштым ҡалаһы биләмәһендә. Топоним нигеҙендә башҡорт диалект һүҙе шар — «һаҙ», «талсыбыҡ һәм ҡамшы баҫҡан батҡыл һаҙлыҡлы урын», һүҙ яһаусы -лаш, -лы, -ан аффикстары һәм — «күл» һүҙенән.

Был ерҙәрҙә борондан башҡорттар йәшәгән, һәм шор түгел, ә шәрә — йәғни, яланғас тигән һүҙ беленә. Рәсәй Фәндәр Академияһының Башҡортостан ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты сығарған 2 томлыҡ "Башҡорт теленең һүҙлеге"ндә шәрә һүҙенең бер нисә аңлатмаһы бар. Шуларҙың икәүһе: өҫтөндә бер нәмәһе лә булмаған, яланғас; үҫентеһе булмаған, бер ни менән дә ҡапланмаған[7].

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күл ҡара борсаҡ формаһында ҡабарынҡы яғы менән көнсығышҡа ҡарай. Ул төньяҡтан көньяҡҡа 4 километрға, көнбайыштан көнсығышҡа – на 2-2,5 километрға һуҙылған, көҙгөһө майҙаны — 7,0 кв.км. Хәҙерге яр һыҙаты яҡынса 12 км. Күлдең төбө үҙәгенә табан иңкеүләнәеп төшә. Күлдең уртаса тәрәнлеге – 3 м, ә уртаһында максималь тәрәнлеге – 4,7 м[8].

Шарташ яҡынса 1 миллион йыл элек барлыҡҡа килгән күл. Күлдең ҙур ҡаҙаны төбөндә бик күп сапропель ултырмаһы күҙәтелә һәм ул, гранит карьерынан һурҙырылған һыу аша, ауыр металдар менән бысранған. Күл ярҙарында һуңғы неолит дәүеренән кеше йәшәгәнлеге беленә. Күлдең Иҫәт йылғаһына ағымы — Шарташ аҡмаһы — көньяҡ ҡултығы аша, Пески ҡасабаһынан көнбайыштараҡ, үтә. XIX быуат аҙағынан аҡма даими булмаған һәм үҙенең һыуын Иҫәт йылғаһына еткергән. Авария хәлендәге әлеге аҡма һаманға тиклем эшләй[9]. Күлдең һыуы туранан-тура бетон торбалары аша, һуңынан ҡаҙылған канау буйлап барып, ТЭЦ-ҡа илткән юл янында түгелә. Яуым-төшөм аҙ булһа, шишмә кибә, әгәр яуым-төшөм артыҡ күҙәтелһә, һыу Кесе Шәрәташ яғына, Кесе Шәрәташ Торфлығына, тиклем аға.

Шарташ күле районында 1745 йылда раскольник крәҫтиән Ерофей Марков, Шарташ ауылы кешеһе Рәсәйҙәге беренсе алтын ятҡылығын (Берёзово ятҡылығы) аса[10].

XIX быуатта бер нисә тапҡыр күлде, һыуын Пышма йылғаһы бассейнына ағыҙып, ҡороторға маташҡандар. Әлеге ваҡытта был канал («Александров соҡоро») сафта түгел[11].

Күлдә алабуға, сабаҡ, табан, ҡарабалыҡ, һаҙан, рипус, ташбаш балыҡтары тереклек итә.

Күл буйына Екатеринбург халҡын күпләп ял итеү урындары йәлеп итә. Күл эргәһендәге ҡарағай урманында Шәрәташ таш тирмәләре тип йөрөтөлгән тәбиғәт ҡомартҡыһы урынлашҡан. Күл тирәләй Май ял итеп йөрөүе — «Шәрәташ донъя әйләнәһе йөрөү» традицион маршруты үтә.

Күлдә, башлыса боҙло һыулы, яҡынса 50-ләп шишмә урғыла, һәм был күлгә кибергә бирмәй[4].

2014 йылдың 23 октябрендә Шарташ күле өлкә әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителә[12].

Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 861 бит. — 689-сы бит.
  • Балабанова З. М. Материалы к озеру Большой Шарташ / З. М. Балабанова // Труды Уральск. отд. ВНИОРХа. Свердловск, 1949. С. 107—114.
  • Галактионов С. А. Озера Урала. — Свердловск: Полиграфист, 1990. — 117 с.
  • Матвеев А. К. Географические названия Урала: Топонимический словарь. — Екатеринбург: Сократ, 2008.
  • Н. П. Архипова Озеро Шарташ: вчера, сегодня, завтра // Природные достопримечательности Екатеринбурга и его окрестностей.
  • А. К. Матвеев. Ономатология. Отделение ист.-филол. Наук РАН. – М.: Наука, 2006.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. [1] 2009 йылдың 20 июнь көнөндә архивланған.
  3. Матвеев А. К. Географические названия Урала: Топонимический словарь. — Екатеринбург: Сократ, 2008
  4. 4,0 4,1 Озеро Шарташ
  5. от слов «сары таш» — «жёлтый камень», от «шор таш» — голый камень (диалектный вариант, характерный для местности, где расположено озеро), или от слов «шар таш» — «болотный камень» (в данном варианте «шар» является несколько видоизменённым заимствованием в башкирский язык манскийским словом «сор») — Озеро Шарташ
  6. * Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  7. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 861 бит. — 689-сы бит
  8. Шәрәташ - һары таш күле 2009 йылдың 20 июнь көнөндә архивланған.
  9. Шарташ исчезает на глазах  (рус.). 16 апрель 2019 тикшерелгән.
  10. Ерофей Марков асышы
  11. Шарташ — озеро желтого камня. 2009 йылдың 20 июнь көнөндә архивланған.
  12. О памятнике природы областного значения «Озеро Шарташ», Постановление Правительства Свердловской области от 23 октября 2014 года №925-ПП. docs.cntd.ru. 21 апрель 2018 тикшерелгән.