Эстәлеккә күсергә

Шатров Самуил Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шатров Самуил Михайлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 7 апрель 1909({{padleft:1909|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Тыуған урыны Киев, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1991
Вафат булған урыны Мәскәү
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө сценарий яҙыусы, журналист
Уҡыу йорто В. В. Воровской исемендәге Ленинград дәүләт журналистика институты
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Жанр проза

Шатров Самуил Михайлович (ысын фамилияһы — Шапиро; 7 апрель 1909 йыл — 1991 йыл) — СССР-ҙың сатирк яҙыусыһы, прозаик һәм сценарист, журналист, хәрби корреспондент. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Самуил Михайлович Шатров (Шапиро) 1909 йылдың 7 апрелендә Киевта тыуған. Мещандарҙан, милләте йәһүд.

Ленинград журналистика институтын тамамлаған. Артабан Уралда һәм Ҡаҙағстанда журналист булып эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хәрби корреспондент булып хеҙмәт итә.

Егерме йылдан ашыу — «Правда» гәзите менән, ҡырҡ йыл тирәһе «Крокодил» журналы менән (1941 йылдан алып) хеҙмәттәшлек итә.

1959 йылда СССР Яҙыусылар союзына ҡабул ителә[1].

Бер нисә юмористик хикәйәләр китабы һәм фельетондар йыйынтығы авторы. Самуил Шатровтың күп һанлы фельетондары һәм хикәйәләре китап уҡыусыларына жупналдарҙан һәм гәзиттәрҙән билдәле — «Крокодил» китапханаһы"нан һәм шулай уҡ «Советский писатель» нәшриәтендә баҫтырылған китаптарҙан.

С. Шатровтың юмористик хикәйәләре темаһы һәр саҡ актуаль. Автор мин-минлек, ҡатын-ҡыҙға ҡарата тупаҫлыҡ, эскеселек, ялҡаулыҡ кеүек кире сифаттарҙы фашлай.

Һайланма әҫәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Арифметика старого Абдуллы»
  • «За большой партой»
  • «Каюта для двойняшек»
  • «Наследство»
  • «Бородатый внук»
  • «Нейлоновая шубка»
  • «На нашем дорогом бугре»
  • «Три порции пломбира»
  • «Ребята из ёрш-избы»
  • «Каким вы не будете»
  • «Наш ужасный дядя Кузя»
  • «Хула-хуп»
  • «На лифте вокруг света»
  • «Кое-что о Васюковых»
  • «Крупный выигрыш» (роман).

Уның сценарийҙары буйынса «В поисках адресатат» (1955), «Опекун» (1970) һәм «Нейлон 100%» (1973 йыл, режиссеры — В. Басов) кинофильмдары төшөрөлгән.

  1. Будьте знакомы: новые члены Союза писателей // Московский литератор, 7 мая 1959 г.