Шаһиншаһ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шаһиншаһ
* бор. фарсы xšāyaθiya xšāyaθiyānām

Иран шаһиншаһының империя гербы
Вазифала

Иран Иран

Һайлана

нәҫел буйынса

Вәкәләт мөҙҙәте

ғүмерлек

Шаһиншаһ йәки шаханшаһ[1] (бор. фарсы 𐎧𐏁𐎠𐎹𐎰𐎡𐎹 𐏐 𐎧𐏁𐎠𐎹𐎰𐎡𐎹𐎴𐎠𐎶 xšāyaθiya xšāyaθiyānām, пехл. šāhān šāh, фарсы شاهنشاه‎, [shāhanshāh] «батшаларҙың батшаһы») — боронғо фарсы (мидий сығышлы, Әһәмәниҙәр үҙләштергән), һуңыраҡ яҡынса европа император титулына тап килгән иран монархия титулы. Титуллау — Император Ғәли йәнәптәре.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Титул тәүге тапҡыр Сәсәниҙәр династияһы Иран хакимдары тарафынан ҡабул ителә, ләкин ул Әһәмәниҙәр «xšāyaθiya xšāyaθiyānām» заманына барып тоташа, шуның өсөн Иранда Әһәмәни батшаһы Бөйөк Кир II-не беренсе шаһ тип атайҙар. Әһәмәниҙәр һәм Сәсәниҙәрҙән тыш, б.э.т. II быуаттан башлап «батшаларҙың батшаһы» титулын Аршакидтар династияһынан Парфия идарасылары йөрөткән[2].

Дөйөм алғанда, титулды, ҡайһы бер өҙөклөктәр менән, 2500 йыл дауамында файҙаланғандар. Ирандың һуңғы шаһаншаһы 1979 йылда ислам революцияһы ваҡытында ҡолатылған Мөхәммәт Риза Пәхләүи була. Мөхәммәт Риза Пәхләүиҙең улын Иран монархистары законлы шаһиншаһ тип һанай.

Рус телендәге әҙәбиәттә, һүҙ Фарсы иле хаҡында барһа, шаһиншаһ титулы, ғәҙәттә, «батшаларҙың батшаһы» тип тәржемә ителә, бөгөнгө Иран тураһында һүҙ барғанда, тәржемә ителмәй.

Сәсәниҙәрҙе еңгәндән һуң, византия императоры Ираклий I шундай уҡ мәғәнәгә эйә — Басилевс Басилеон — грек титулын ҡабул иткән.

Әһәмәниҙәрҙән һуң титул йөрөткән династиялар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Династия Дәүләт Идара йылдары
Аршакиҙар Аряншаһр б. э. т. 170 — б. э. 226
Арташесиҙар Бөйөк Әрмәнстан б. э. 88 — б. э. 1
Сәсәниҙәр Эраншаһр 226—651
Багратидтар Әрмәнстан[3] 921—1045
Багратиондар Ҡалып:Флагификация/Грузинское царство[4] 1124—1490
Бувайхидтар Ираҡ һәм Иран 932—1062
Һүләкүләр Һүләкүләр дәүләте
Баһарлы Ҡара Ҡуйлылар
Баяндурҙар Аҡ Ҡуйлылар
Сәфәүиҙәр Иран Сәфәүи Ираны 1501—1794
Бабуриды Бөйөк Моголдар империяһы 1526—1858
Әфшариҙар Әфшариҙар Ираны 1736—1795
Зәндтәр Иран 1782—1794
Ҡажарҙар Иң юғары Иран дәүләте 1796—1925[5]
Пәхләүи Шаһаншаһ Дәүләте Иран 1925—1979

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Фарсы батшалары

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Вариант «шаханшах» ближе к оригиналу, но используется редко, большей частью в специальной литературе. Общие же словари знают только форму «шахиншах», см. [1] 2007 йыл 29 сентябрь архивланған..
  2. Fowler R. ‘Most Fortunate Roots’: Tradition and Legitimacy in Parthian Royal Ideology // Imaginary Kings. Royal Images in the Ancient Near East, Greece and Rome / Ed. by O. Hekster, R. Fowler. Stuttgart, 2005. P. 142
  3. Armenia — энциклопедии Британника

  4. Georgia in the XI—XII centuries = საქართველო XI—XII საუკუნეებში / Mariam Lortkipanidze ; Editor: George B.Hewitt

  5. претендовали до 1943

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «шахиншах» мәҡәләһе бар

Ҡалып:Шахиншахи Ирана Ҡалып:Ближневосточные титулы