Эстәлеккә күсергә

Шаһзада Баязит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Шехзаде Баязид битенән йүнәлтелде)
Шаһзада Баязит
төр. Şehzade Bayezid
 
Дине: Ислам
Тыуған: 1525
Топҡапы
Үлгән: 25 сентябрь 1561
Ҡәзвин, Иран
Ерләнгән: Сивас[d]
Династия: Ғосмандар[d]
Атаһы: Сөләймән I
Әсәһе: Һүррәм солтан
Супруг: Фатма Хасеки Султан[d]
Балалары: Михрумах Султан[d]
Айше Султан[d]

Шаһзада Баязит (1525[1], Стамбул25 сентябрҙә 1561[2], Казвин) — дүртенсе ул һәм бишенсе бала булып Бөйөк Сөләймән уның законлы ҡатыны Һөррәм солтандан тыуған. Санжагын-бей Конья, Кютахья һәм Амасья[3].

Шаһзада Баязит 1525 йылда солтан Сөләймән һәм Һөррәм Солтан ғаиләһендә тыуған. 1541 йылда Венгрия походында ҡатнаша. 1546 йылда санджакбей Конья итеп тәғәйенләнә . 1548 йылда ағаһы Мостафа менән бергә Фарсы[4] ға ҡаршы Áикенсе.кампанияла ҡатнаша

1553 йылда Фарсыға ҡаршы өсөнсө кампания ваҡытында Мостафа язалап үлтерелә. Вариҫ тип Сәлим шаһзада иғлан ителә, Баязит икенсе вариҫы була. Ошо уҡ йылда Халебта Баязиттың кесе ҡустыһы Йыһангирҙе үлә. Мостафаның язалап үлетереле тураһындағы хәбәр бөтә ил буйынса сыуалыштарға сәбәп була. Ихтилалдарҙың береһен Мәхмәт Соколла тарафынан баҫтырыла. Баязитты ихтилалды ойоштороусы булараҡ

Сөләймән шаһзада Баязитты ҡәһәрләй. Hunername I, fol.211a


БОЛА

1558 йылда Һөррәм үлгәндән һуң ,туғандар араһындағы мөнәсәбәттәр киҫкенләшә. Был эштә мөһим роль Лала Мостафа паша (ике шаһзадалары остазы)[5]. уйнай. Сөләймән Ҡануни солтан, түңкәрелештән ҡурҡып, ике улын Истанбулдан йыраҡ империяһының провинциялары менән идара итергә ебәрә. Сәлим . Манисанан Коньяға күсерелә, ә Баязит — Амасҡа. Баязит бындай ҡарарға ҡаршылаша,сөнки Мостафаның вафатынан һуң булған сыуалыштар халыҡ хәтерендә әле тере була һәм Кютахьята ҡала, әммә атаһының талабы буйынса 21 декабрь 1558 йыл Амасҡа килә. Баязит үҙе яҡлыларҙы йыя, өлкән ағаһы ла шул уҡ эш менән шөғөлләнә. Баязит Яңычарҙың фавариты булды, ул үҙ атаһын хәтерләтте ул. һәм, улар фекер буйынса, холҡоноң яҡшы сифаттарын мираҫ[6]иткән. Сәлим яғында Соҡоп була. Сөләймән кесе улының был эшен бола буларвҡ баһалай һәм Сәлимгә ярҙам итә. . 29 майҙа 1559 йылда Баязит армияһы Конья районында Сәлим армияһы менән осрашты. Һан яғынан өҫтөнлөк иткән армия Сәлимгә еңеү тәьмин итә. Баязит Амасҡа ҡайтҡан, унан Джюрджани Мухьиддин мөфтөй солтанға ярлыҡлау тураһында үтенес хаты ебәргән.

Сөләймән ярлыҡлау тураһында үтенесте кире ҡаға. 7 июлдә Баязит дүрт улы менән Амасты ҡалдыра. Август уртаһында Баязит шаһ Тахмасп һарайында һыйыныу эҙләргә мәжбүр була.Солтандың илселәре Тахмас менән Баязитҡа яза биреү өсөн һөйләшеүҙәр алып бара. Тахмасп « батша аманаты» булған ер, ғосмандар тарафынан элек баҫып алынған Месопотамияға[6] алышыуҙы һорай. Сөләймән һуғыш менән янай һәм Тахмаспа 400 мең алтын бүләк итеп ебәргән . Сәлим тағы ла 100 мең[7]ебәрә.

1561 йылда Баязитты фарстар атаһына бирәләр, ә, һарайҙағы уның яҡлылалар менән 25 сентябрь 1561 йыл үлтерәләр. Баязит быуып үлтерелә Уның үҙенән башҡа биш улы язалап үлтерелә. Уларҙың иң кесеһе — өс йәшлек Морат, Сөләймән бойороғо буйынса, Бурсала быуып үлтерелә. Шаһзада Баязит өс улы менән бергә Сиваста тюрбе Мелик-и Аджем[tr]да ерләнгән. Баязиттың иң кесе улы Бурсала шаһзада Мостафа менән йәнәш ерләнгән.

Был турала Тахмаста хеҙмәт итеүсе Шәрәф-хан (1543-1603) яҙа, : « Солтан Баязитты улдары менән Хөсрәт паша һәм уның ярҙамсыларына тапшыра. Баязид солтанды улдары менән йәшерен рәүештә ат ярыштырыу майанында Казвинда үлтерәләр. Кәүҙәләрен табутҡа һалып, арбала Ванға килтерәләр,, унан Истанбулға килтереп ерләргә теләйҙәр һәм ҡапыл бойороҡ сыға: еңеүсе солтанды Сиваста ерләргә, һәм Истанбулға килтермәҫкә Бойороҡ ярашлы уларҙы Сиваста ерләйҙәр,, ҡаланың көнбайышында , юл янында»[7].

Баязиттың бөтәһе 9 балаһы була[8]:

Шаһзада Баязит Шаһи исеме аҫтында ғосман-төрөк һәм фарсы телендә шиғырҙар яҙған. Ҡулъяҙма күсермәләре эмира Али[tr] (тур. Kütüphanesi Emirî Ali Millet китапханаһында һаҡлана). Баязиттың шиғырҙары төрөк теле[10] тәржемә ителәләр, әммә ҡайһы бер тәржемәләре тәнҡиткә дусар була[11].

  • Төрөк сериалы «Һөррәм Солтан» шаһзада Баязит роленАлтана Энгин Дюзьятан башҡара.
  • Сериал «Күркәм быуат 2011 йыл, өлкән шаһзада ролен Булут Ийнемлить Ара башҡара.
  • Шаһзадә Мостафа
  1. Sakaoğlu, Necdet «Bayezid» (1999) Yaşamları ve Yapıtlarıyla Osmanlılar Ansiklopedisi, İstanbul:Yapı Kredi Kültür Sanat Yayıncılık A.Ş. C.1 s.302 ISBN 975-08-0072-9; sf. 18
  2. Uzunçarşılı, İsmail Hakkı (1983). Osmanlı Tarihi, II. cilt. Ankara. ISBN 975-16-0012-X.; sf. 408
  3. Fisher, Alain. «Suleyman and His Sons». Дата обращения: 26 декабрь 2013. Архивировано 9 март 2016 года.
  4. Prof. Dr. Remzi KILIÇ. KANUNİ SULTAN SÜLEYMAN VE DİYARBAKIR (төр.).
  5. Prof. Dr. Fahri UNAN. An essay on Süleyman's sons (төр.).
  6. 6,0 6,1 Шехзаде Баязид. Все полководцы мира. Дата обращения: 7 октябрь 2013.
  7. 7,0 7,1 Шараф-хан ибн Шамседдин Бидлиси, ШАРАФ-НАМЕ- сайт востлит.
  8. 8,0 8,1 Yılmaz Öztuna. Kanuni Sultan Süleyman. — Ötüken Neşriyat A.Ş., 2016. — 208 с.
  9. İsmail Hakkı Uzunçarşılı, Rıdvan Nafiz, Recep Toparlı. Sivas şehri. — Sivas Ticaret ve Sanayi Odası Yayınları, 1997. — С. 199. — 213 с. — ISBN 9755122230, 9789755122236.
  10. Filiz KILIÇ. Şâhî Divanı. — Ankara: Kültür Bakanlığı, 2000. — 591 с.
  11. Azad Ağaoğlu, «Şahi Divanı mı, Vâhî Divanı mı?», Toplumsal Tarih derg., SAYI:93 CİLT:16 EYLÜL 2001