Шилкина Марина Александровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Шилкина Марина Александровна
Эшмәкәрлек төрө:

социаль эшҡыуар

Тыуған көнө:

26 март 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (43 йәш)

Тыуған урыны:

Куйбышев ҡалаһы, Куйбышев өлкәһе

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР Рәсәй Рәсәй

Сайт:

билдингсад.рф

Ши́лкина Мари́на Алекса́ндровна (26 март 1976 йыл) — Рәсәй социаль эшҡыуары, йәмәғәт эшмәкәре. «Билдинг-баҡса» балалар баҡсалары селтәренең нигеҙләүсеһе.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шилкина Марина Александровна 1976 йылдың 26 мартында Куйбышев өлкәһенең Куйбышев ҡалаһында тыуған. Юғары иҡтисади һәм юридик белеме бар. 2008—2009 йылдарҙа Һамар квалификацияны арттырыу институтында «Белем биреү учреждениеһы етәксеһе» һөнәре буйынса, киләһе йылда Һамар дәүләт идаралыҡ институтында «Психолог-коуч» һөнәре буйынса курстарҙы тамамлай.

Марина Шилкина «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһы ағзаһы, Һамар өлкәһенең сауҙа-сәнәғәт палатаһының ағзаһы, 2011 йылдың майынан алып — «Рәсәй тәрбиәселәре» йәмәғәт ойошмаһының Һамар өлкәһе буйынса рәйес, шул уҡ йылдың февраленән алып Дәүләт Думаһының мәктәпкәсә белем биреү буйынса эскперт советы ағзаһы, Дәүләт Думаһы депутаты Е. И. Кузмичёваның ярҙамсыһы, 2011 йылдың сентябренән «Балалар баҡсалары — балаларға» проектының Һамар өлкәһе буйынса координаторы, 2012 йылдың мартынан алып — Белем биреү ойошмалары ассоциацияһының президенты.

2012 йылда Һамар ҡалаһында «Билдинг-баҡса» балалар баҡсаһын ойоштора[1][2]. Тәүҙә «Билдинг-баҡса» «Филиппок» балалар баҡсаһы була[3].

2014 йылға тиклем Марина Шилкина Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең төбәктәрҙе үҫтереү министрлығының бюджеттан тыш инвестицион проектар департаментының директоры вазифаһын башҡара[4].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Марина Александровна Шилкина кейәүҙә, бер ул тәрбиәләй.

Бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Балалар баҡсаһы — балаларға» беренсе бөтә Рәсәй конкурсының дипломы (2010)
  • «Балалар баҡсаһы — балаларға» беренсе бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабыны еңеүсеһе дипломы (2011)
  • «Йыл директоры — 2011» төбәк конкурсында «Ҡатын-лидер» номинацияһында еңеүсе
  • I дәрәжәләге «Иң яҡшы балалар баҡсаһы» (2012)
  • «Яҡшылыҡ импульсы» премияһы лауреаты (2013)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. О нас. Билдинг-сад. 14 июнь 2015 тикшерелгән.
  2. Шабалина, Ирина Через четыре года здесь будет билдинг-сад. — Самара: Самарские известия, 2012. — № 158.
  3. Эксперт, 2014, с. 26
  4. Шилкина Марина Александровна. Новый Бизнес. 14 июнь 2015 тикшерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Петрова, Валентина Все в сад. — Эксперт, 2014. — № 26. — С. 26-28.