Шәмсетдинова Римма Фәрит ҡыҙы
Шәмсетдинова Римма Фәрит ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 23 август 1957 (67 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | бейеүсе, солист |
Эш урыны | Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы[d] |
Шәмсетдинова Римма Фәрит ҡыҙы (23 август 1957 йыл) — бейеүсе, 1974—1994 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1989), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Римма Фәрит ҡыҙы Шәмсетдинова 1957 йылдың 23 авгусында Өфө ҡалаһында тыуған. 1974—1994 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. 1997—2012 йылдарҙа Өфө яуаплылығы сикләнгән «Респект» йәмғиәтендә эшләй. Башҡорт АССР-ы әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә 1976 йылда Ҡарағалпаҡстан, 1978 йылда Яҡут АССР-ы, 1989 йылда Татарстан, 1981 йылда Сыуашстан, 1986 йылда Галле ҡалаһы сәхнәләрендә сығыш яһай. Донъяның 20 иле буйлап гастролдәрҙә була, нәзәкәтле башҡарыу манераһы һәм виртоуз әйләнештәре менән тамашасы һөйөүен яулай[1].
Репертуары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Бөрйән ҡыҙҙары», «Гопак», «Ете ҡыҙ», «Кадриль», «Кейәү» («Жених»), «Сиртаки», «Шаян ҡыҙҙар», «Яҙғы ташҡын» бейеүҙәрҙә яңғыҙ партиялар башҡара.
Маҡтаулы мсемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1989);
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шәмсетдинова Римма Фәрит ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 22 август 2022)