Шәрипов Ришат Муса улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Шәрипов Ришат Муса улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 1 ғинуар 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Саҡмағош районы, Имәнлеҡул ауылы
Вафат булған көнө 17 июнь 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (71 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Өфө
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Октябрь революцияһы ордены

Ришат Муса улы Шәрипов (1 ғинуар 1933 йыл — 17 июнь 2004 йыл) — Өфө приборҙар эшләү заводының комплекслы бригадаһы бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ришат Муса улы Шәрипов 1933 йылдың 1 ғинуарында БАССР-ҙың Саҡмағош районы Имәнлеҡул ауылында тыуа. Урта белем ала.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, 1958 йылда Урта Азияла Главголодностепстройҙа Һыу һәм санитар-техник эштәр менән идара итеү идаралығында слесарь-мантехник булып башлай. 1960—1966 йылдарҙа — слесарь-ҡороусы, 1966 йылдан — Өфө приборҙар эшләү заводында электромеханик һәм радиотехник приборҙар һәм системаларҙы көйләүсе, комплекслы бригада бригадиры.

Р. М. Шәрипов етәкселегендәге бригада һигеҙенсе биш йыллыҡтың (1966—1970) социалистик йөкләмәләрен дүрт йыл ярымда үтәй.

Туғыҙынсы биш йыллыҡта ла юғары етештереү күрһәткестәренә өлгәшә(1971—1975). Йыллыҡ план 105—110 процентҡа арттырып үтәлә.

1976 йылда планды һәм ҡабул ителгән социалистик йөкләмәләрҙе үтәүҙәге ҡаҙаныштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1977 йылдың 10 июнендәге указы менән Р. М. Шәриповҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

1993 йылда пенсияға киткәнгә тиклем Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһендә радиоэлектрон аппаратура һәм приборҙарҙы көйләүсе булып эшләй.

СССР Авиация сәнәғәте министрлығының социалистик ярыш еңеүсеһе (1977, 1978, 1980, 1988).

2004 йылдың 17 июнендә вафат була.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Р. М. Шәриповтың портреты Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһенең «Кеше хеҙмәт менән данлы» галереяһына ҡуйылған.

Саҡмағош районының Имәнлеҡул ауылы урамдарының береһе уның исемен йөрөтә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]