Шәһресәбез
Шәһресәбез | |
Нигеҙләү датаһы | Б. э. т. VII быуат |
---|---|
Дәүләт | Үзбәкстан |
Административ үҙәге | Шахрисабзский район[d] һәм Q10916017? |
Административ-территориаль берәмек | Кашкадарьинская область[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны | 100 300 кеше (2014)[1] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 622 метр |
Мираҫ статусы | Бөтә донъя мираҫы |
Майҙан | 240 гектар |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (iii)[d][2] һәм (iv)[d][2] |
Шәһресәбез Викимилектә |
Шәһресәбез (үзб. Shahrisabz; фар. شهرسبز шәһре сәбз — «йәшел ҡала» — Үзбәкстандың Ҡашҡадаръя өлкәһендә урынлашҡан ҡала. Өлкәнең төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Сәмәрҡандтән көньяҡтараҡ 80 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Үҙәк Азиялағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе, XVI быуатҡа тиклем Кеше исеме менән билдәле була[3] 2014 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 100,3 мең кеше тәшкил иткән, 1991 йылға — 53 мең кеше. Халыҡтың күпселек өлөшөн үзбәктәр тәшкил итә.[4] Аэропорт Һәм Китаб тимер юл станцияһы бар, ул 1959 йылда Шәһрисәбез районының үҙ аллы берәмеге булыуҙан туҡтай һәм Шәһрисәбез ҡалаһы составына инә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ҡалаға яҡынса беҙҙең эраға тиклем VIII быуатта нигеҙ һалынған. Ҡала борон Кеш тип аталған[5]
Ҙур антик һәм иртә урта быуат ҡала үҙәге һәм оҙаҡ ваҡыт Үҙәк Сөғд батшалығының мәркәз ҡалаһы була. VI быуатта ул эфталиттар дәүләте составына инә . 567—658 йылдарҙа ҡаланың сөғд хакимдары төркиҙәргә буйһона.
VIII быуатта ғәрәптәр яулап ала. Ғәрәп ябырылыуы ваҡытында Ҡашҡадаръя үҙәне һәм бигерәк тә Кеш ғәрәптәргә һәм исламға ҡаршы азатлыҡ хәрәкәтенең үҙәге була. XIV — XV быуат баштарында — Аҡһаҡ Тимер биләмәһе.
XVI—XX быуат башында Шәһресәбез Бохара ханлығы тәркибенә инә һәм кенәзлектең административ үҙәге була.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үзбәктәр халыҡтың төп өлөшөн тәшкил итә. Шулай уҡ ҡалала урта азия ғәрәптәре, аҙ һанлы татарҙар, урыҫтар һәм башҡа ҡайһы бер халыҡтар ҙа бар.
Дини йәһәттән күпселекте мосолман-сөнниҙәр тәшкил итә. Шулай уҡ христиан вәкилдәре бар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://www.citypopulation.de/Uzbekistan.html
- ↑ 2,0 2,1 http://whc.unesco.org/en/list/885
- ↑ Ш. С. Камалиддинов. Историческая география Южного Согда и Тохаристана по арабоязычным источникам IX — начала XIII вв.
- ↑ Материалы по районированию Средней Азии. Кн.1. Территория и население Бухары и Хорезма. Ч.1. Бухара. Т., 1926
- ↑ Ш. С. Камалиддинов. Историческая география Южного Согда и Тохаристана по арабоязычным источникам IX — начала XIII вв.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Массон М. Е.Ю, Пугаченкова Г. А. Шахрисабз при Темуре и Улугбеке // Труды САГУ, выпуск LXIX, Ташкент, 1953.
- Сухарева О. А. К истории городов Бухарского ханства: Историко-этнографические очерки / Акад. наук Узбек. ССР. Ин-т истории и археологии. — Ташкент: Изд-во АН УзССР, 1958. — 148, [36] с.
- Пугаченкова Г. А. Термез. Шахрисябз. Хива: Художественные памятники I—XIX веков. — М.: Искусство, 1976. — 208 с. — (Архитектурно-художественные памятники городов СССР). — 50 000 экз.
- Арапов Д.Ю., Бухарское ханство в русской востоковедческой историографии. М., 1981.
- Маликов А.М. Противостояние Бухарского эмирата и Шахрисабза в первой половине XIX века // Жанубий Узбекистон тарихи, археологияси, этнологияси янги манбаларда. Республика илмий-амалий конференция материаллари. Карши, 2015,с.210-213
- Поспелов Е. М. Географические названия мира. Топонимический словарь / отв. ред. Р. А. Агеева. — 2-е изд., стереотип. — М.: Русские словари, Астрель, АСТ, 2002. — 512 с. — 3000 экз. — ISBN 5-17-001389-2.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 885 рус. • англ. • фр. |
- История и памятники Шахрисабза Архивная копия от 22 мая 2012 на Wayback Machine (инг.)
- Шахрисабз — что делать и где побывать Архивная копия от 11 ноября 2017 на Wayback Machine
- Шахрисабз, Шахрисабз. Наполнен радостью и светом Архивная копия от 9 января 2018 на Wayback Machine
- YouTube сайтында Ялла - Шахрисабз