Эдда Мозер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Эдда Мозер
нем. Edda Moser
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ[1][2][3]
Гражданлығы Flag of Germany.svg Германия
Тыуған көнө 27 октябрь 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[2][4][5] (83 йәш)
Тыуған урыны Германский рейх[d], Берлин[2]
Атаһы Ганс Иоахим Мозер[d]
Һөнәр төрө йырсы, опера йырсыһы, музыкант, университет уҡытыусыһы, актёр
Эш биреүсе Кёльнская высшая школа музыки[d]
Ойошма йәки клуб ағзаһы Verein Deutsche Sprache[d][6]
Йырсы тауышы драматическое колоратурное сопрано[d]
Фах колоратурное сопрано[d]
Музыка ҡоралы вокал[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
кавалерский крест ордена «За заслуги перед Федеративной Республикой Германия»
Рәсми сайт eddamoser.com​ (нем.)
Commons-logo.svg Эдда Мозер Викимилектә

Мозер Эдда (нем. Edda Moser; 28 октябрь 1938 йыл, Берлин) — немец опера йырсыһы (сопрано), музыка педагогы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Музыка белгесе Ханс Иоахим Мозерҙың ҡыҙы, музыка белгесе һәм педагог Андреас Мозерҙың ейәнсәре. Штерн консерваторияһында Херман Вайссенбергта, у уның вафатынан һуң Герти Кёнигта вокалға өйрәнә. 1962 йылдан 1963 йылға тиклем Вюрцбургта Ҡала театрында, ә һуңынан Билефельд һәм Хаген театрында эшләй. 1968 йылда Эдда Мозерҙы Герберт фон Караян Зальцбург фестиваленә саҡыра, унда Вагнерҙың «Нибелунгтар ҡулсаһында» Вельгунда партияһын башҡара. 1968 йылдан 1971 йылға тиклем Франкуфурт операһында сығыш яһай, Вена дәүләт операһына күсә.

Герберт фон Караян Эдда Мозерҙы Метрополитен-операға саҡыра, унда ул Моцарттың «Тылсымлы флейта» операһында Төн батшабикәһе партияларын башҡара. Метрополитен-операла «Нибелунгтар ҡулсаһы», «Сералдән урлау», Генделдың «Ринальдо» партияларын йырлай, «Дон Жуанда» Донна Анна партияһын башҡара.

Ул Нью-Йорктағы «Метрополитен-опера», Миландағы «Ла Скала», Веналағы Staatsoper , Лондондағы «Ковент-Гарден», Мәскәүҙәге Ҙур театр кеүек донъялағы иң ҙур театрҙарҙа сығыш яһай[7]

Үҙенең карьераһының иң юғары нөктәһе тип Эдда Мозер 1972 йылдың авгусында Electrola лейблында дирижёр Вольфганг Заваллиш етәкселеге аҫтында ойошторолған «Тылсымлы флейтала» Төн батшабикәһе партияһының Мюнхенда яҙыуын иҫәпләй. Техник яҡтан ҡатмарлы Төн батшабикәһенең икенсе арияһы, Мозер хәтирәләре буйынса, бер дублдә үк яҙыла[8]. Эдда Мозер башҡарыуындағы ария 1977 йылдың 20 авгусында «Вояджер-2» йыһан аппаратында ебәрелгән «Вояджер» алтын пластикаһының видео- һәм тауыш сигналдары составына индерелә[9][10].

1980 йылдан алып Эдда Мозер мастер-кластар үткәрә, шул иҫәптән Европа рәсем һәм һынлы сәнғәте академияһында (Монтепульчано), de:Philharmonie Junge Münchner, Моцартеумда һәм Кельнда Юғары музыка мәктәбе профессоры булып тора.

2006 йылда Мозер Рудольштадт янындағы Хайдексбургта, ә 2007 йылда Бад-Лаухштедтта тарихи Гете-театрҙа «Немец теле фестивален» үткәреү буйынса инициатор булып сығыш яһай.

Репертуар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Борис Блахер: «Ромео и Юлия» (Юлия);
  • Эжен д’Альбер: «Отъезд» (Луиза);
  • Гаэтано Доницетти: «Лючия ди Ламмермур» (Лючия);
  • Кристоф Виллибальд Глюк: «Орфей и Эвридика» (Амур);
  • Шарль Гуно: «Фауст» (Маргарита)
  • Георг Фридрих Гендель: «Ринальдо» (Армида); «Brockes Passion» (Сопрано);
  • Ханс Вернер Хенце: Оратория «Плот Медузы[en]»;
  • Леош Яначек: «Енуфа» (Сторожиха костёла);
  • Франц Легар: «Весёлая вдова» (Ганна Главари); «Джудитта» (Джудитта);
  • Руджеро Леонковалло: «Паяцы» (Недда);
  • Зигфрид Маттус: «Омфала» (Омфала, Царица Лидии)
  • Вольфганг Амадей Моцарт: «Аполлон и Гиацинт» (Гиацинт); «Директор театра» (Мадемуазель Зильберкланг); «Дон Жуан» (Донна Анна); «Похищение из сераля» (Констанца); «Волшебная флейта» (Царица Ночи, Первая Дама); «Идоменей» (Электра); Коронационная месса (Сопрано); Vesperae solennes de Confessore (Сопрано); Exsultate, jubilate
  • Жак Оффенбах: «Сказки Гофмана» (Олимпия/Антония/Джульетта/Стелла)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. OCLC. VIAF[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 2,2 Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #124950604 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  3. Bibliothèque nationale de France BNF танытҡысы: асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
  4. SNAC — 2010.
  5. Munzinger Personen
  6. http://vds-ev.de/verein/bekannte-mitglieder/
  7. Звёзды оперы: Эдда Мозер | Belcanto.ru. www.belcanto.ru.Дата обращения: 26 сентября 2019.
  8. Edda Moser: „Ich habe nie ein Fach gehabt, ich habe nur Rollen gesungen“  (нем.). FONO FORUM. 17 декабрь 2013 тикшерелгән.
  9. Music From Earth  (инг.). NASA. 22 июль 2013 тикшерелгән.
  10. Edda Moser  (нем.). eddamoser.com. 18 декабрь 2013 тикшерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Edda Moser: Ersungenes Glück : Erinnerungen und Gespräche, aufgezeichnet von Thomas Voigt, Leipzig : Henschel, 2011, ISBN 978-3-89487-671-5

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]