Эльдышев Эрдни Антонович
Эльдышев Эрдни Антонович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 26 ноябрь 1959 (65 йәш) |
Тыуған урыны | Яшкуль[d], Калмыцкая АССР[d], РСФСР, СССР |
Яҙма әҫәрҙәр теле | Ҡалмыҡ теле |
Һөнәр төрө | яҙыусы, шағир |
Уҡыу йорто | Ҡалмыҡ дәүләт университеты |
Эльдышев Эрдни Антонович (26 ноябрь 1959 йыл) — ҡалмыҡ халыҡ шағиры, Ҡалмыҡ Республикаһы яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, Рәсәй яҙыусылар союзы, Халыҡ-ара яҙыусылар союздары Берләшмәһе, Рәсәй журналистар союзы, Кавказ яҙыусылар Клубы ағзаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эрдни Антонович Эльдышев 1959 йылдың 26 ноябрендә Ҡалмыҡ Республикаһы Яшкуль районы Яшкуль ҡасабаһында тыуған.
1982 йылда отличие менән Ҡалмыҡ дәүләт университетын тамамлай.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүге шиғырҙары 1979 йылда «Хальмг унн» («Калмыцкая правда») гәзитендә һәм «Теегин герл» («Свет в степи») альманахында баҫылып сыға . 1986 йылда тәүге шиғырҙар йыйынтығы «Нарта гер» («Ҡояш йорто») нәшер ителә.
Эльдышев донъяны һәм икһеҙ-сикһеҙ дала күренештәрен шиғырҙарында нескәлек менән күрһәтә . Ул әрем еҫен, ләләләрҙең яҙын сәскә атыуын, аттарҙың кешнәүен, һауала бөркөттәрҙең осоуын, төнгө йондоҙҙарҙың емелдәүен йырлай. «Әрем» шиғырынан:
Из всех земных растений мне милее
Полынь — степная горькая трава. Нет запаха прекрасней и роднее: Вдыхаю — и душа моя жива[1]. |
Шағир тыуған яғына үҙенең изге тойғоларын һәм фекерҙәрен һалған шиғырҙарын («Тыуған ил», «Минең Элиста», «Тыуған ер», «Ҡылған йыры», «Яҙ» һ.б.) бағышлай.[1]
Эрдни Эльдышев донъя әҙәбиәте классиктарының байтаҡ әҫәрҙәрен туған теленә тәржемә иткән. Улар араһында А. Пушкин, М. Ю. Лермонтов, Ф. Тютчев, В. Маяковский, А. Ахматова, А. Твардовский, Н.Рубцов, Рәсүл Гамзатов, Ҡайсын Кулиев, М. Кәрим әҫәрҙәре, Бүрәт, Монголия һәм Төньяҡ Кавказ республикалары шағирҙарының әҫәрҙәре бар. Уның ижады хәҙерге ҡалмыҡ шиғриәтенең сағыу биттәренең береһе һанала, ул Төньяҡ Кавказдың милли шиғриәтенең әҙәби хазинаһына ингән.[1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡалмыҡ халыҡ шағиры;
- Ҡалмыҡ Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре;
- Эрдни Деликов исемендәге Ҡалмыҡ комсомолы премияһы лауреаты;
- «Улан Залпа» милли премияһы лауреаты;
- Номто Очиров исемендәге Ҡалмыҡ Республикаһы премияһы лауреаты;
- Украинаның Тарас Шевченко исемендәге милли премияһы лауреаты (2009)[2]
- Владимир Сосюра исемендәге Украина төбәк-ара яҙыусылар союзы премияһы лауреаты;
- Яшкуль ҡасабаһының почётлы гражданы;
- Рәсәй төбәктәренең һәм тарихи ҡалаларының «Рәсәй халыҡтарының мираҫына индергән өлөшө өсөн» миҙалы;
- В. Маяковский ордены (2009)[2]
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалмыҡ телендә «Һайланма әҫәрҙәре» 2 томда
Шиғырҙар йыйынтығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Нарта гера (Ҡояш йорт). — 1986
- Мудрое дерево — Элиста, 2006
- Родной очаг: Шиғыр, поэмалар, тәржемәләр. — Элиста АПП «Джангар»: Журн. «Теегин герл» — 1996 — с. 477
- Иртәнге осоу (Утренний полёт)
- Ете торна (Семь журавлей)
- Олатай төрөпкәһе (Трубка деда): Шиғырҙар, поэмалар, тәржемәләр. — Элиста: Калм. кн. изд-во, 1994—131 с.
- Зая-Пандит, йәки Тәғлимәт тәгәрмәсе (Зая-Пандита, или Колесо Учения)
- Әсә васыяты (Матеренский завет)
- Һунарсы Бамбар (Охотник Бамбар)
- Ҡылған йыры (Песня ковыля)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Сайт литературно-художественного журнала «Нана»: «Эрдни Эльдышев: „Как тепло и радостно на свете…“» . Дата обращения: 13 ноябрь 2013. Архивировано 10 июнь 2015 года. 2015 йыл 10 июнь архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 «Правительственная газета» от 26.11.2009 № 112(788): Родного слова драгоценный звук… 2013 йыл 13 ноябрь архивланған.