Эстәлеккә күсергә

Эмиль Кубек

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Эми́ль Ку́бек (рус. Еміл Кубек; 1847 йылдың 23 ноябрь (ҡырпағай) көнөндә Штефуров касабаһында тыуған, 1940 йылдың 17 июль (майай) көнөндә АҠШтағы Пенсильвания штатының Маганой-Сити ҡалаһында вафат) − русин яҙыусыһы, тел белгесе, публицисы, грек католик священнигы. Иң күренекле проза әҫәре — Марко Шолтыс, русин ерҙәрендә йәшәү тураһында роман. Әҫәрҙәге ваҡиғалар 1870-се йылдарҙан 1915 йылғаса Маковица (рус. Маковіця) ерендә бара. Эмиль Кубек яҙған күренекле тел белеме әҫәре − 30 мең тирәһе һүҙ индергән дүрт телле «Иҫке славянса-венгерсарусинса-немецса һүҙлек» (рус. Старославяньско-мадярьско-русько-нїмецькый словник). Был китап 1960 йылда Ужгород ҡалаһының УНІО нәшриәтендә баҫылған.


Был яҙыусы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.