Эм Виктория Вячеславовна
Эм Виктория Вячеславовна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 20 ғинуар 2001 (23 йәш) |
Һөнәр төрө | игрок в регби-7 |
Спорт командаһы ағзаһы | ЦСКА[d] |
Спорт төрө | регби-7[d] |
Виктория Вячеславовна Эм (20 ғинуар 2001 йыл) — Рәсәй регбисы, ЦСКА командаһы уйынсыһы, проп һәм үҙәк позицияла сығыш яһай[1].
Хоккейсы карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Виктория Эм «регби» йүнәлеше буйынса «Көньяҡ Тушино» 103-сө Олимпия резервы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Регбиға килгәнгә тиклем баскетбол һәи гандбол менән шөғөлләнгән[2]. ЦСКА өсөн 2019 йылдан сығыш яһай. 2020 йылда регби буйынса Рәсәй Кубогына эйә[3]. 2020 йылдың днекабрендә Рәсәй регби федерацияһы версияһы буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы йәш уйынсыһы призына лайыҡ була[4][5].
2021 йылдың апрелендә ЦСКА составында регби-7 буйынса Рәсәй чемпионы була, әммә ВВА-ға ҡаршы финал уйынына (еңеү 15:0) эләкмәй[6]: 5-се турҙа ҡатнаша (13-14 март), финал уйында ВВА-ға ҡаршы ынтылыш менән билдәләнә[7].
2019 йылда Польша ҡалаһы Яроцинда үткән Европа чемпионатында 18 йәшкә тиклемге Рәсәй йыйылма командаһы составында бронза призеры була, һәм 9 маташыу индерә (Польшаға һәм Швецияға ҡаршы төркөм этапта 4-шәр маташыу, Чехияға сирек финалда)[8][9]. 2021 йылда Мадридта Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһында регби-7 буйынса ике этаплы турнирында беренсе тапҡыр сығыш яһай (ингл. Madrid Sevens), Польша йыйылма командаһына ҡаршы уйында ынтылышта билдәләнә (еңеү 45:7)[10]. Рәсәй шул турнирҙа ике этапта ла еңеү яулай[11].
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яратҡан фильмы — «1+1». Яратҡан китабы — Джек Лондондың «Зов предков»[1]. Апаһы Екатерина, шулай уҡ ЦСКА өсөн уйнай һәм үҙе Викторияны регби буйынса тәүге күнекмәләргә саҡыра[12][13].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Профиль . РК ЦСКА. Дата обращения: 6 апрель 2021.
- ↑ Юниорская женская сборная по регби-7 готовится в Калининграде к чемпионату Европы. Вести-Калининград(29 августа 2019).Дата обращения: 6 апреля 2021.
- ↑ Профиль. РК ЦСКА.Дата обращения: 6 апреля 2021.
- ↑ Профиль. РК ЦСКА.Дата обращения: 6 апреля 2021.
- ↑ «Красотка. Само очарование!» Виктория Эм признана лучшей молодой регбисткой России. sport24.ru(11 декабря 2020).Дата обращения: 6 апреля 2021.
- ↑ ЦСКА впервые в истории стал чемпионом России по регби-7 среди женских команд . Sportbox. Дата обращения: 6 апрель 2021.
- ↑ Триумф ЦСКА, потеря игрока сборной и переход из американского футбола. Лучшие регбистки России сыграли в Краснодаре . sport24.ru. Дата обращения: 6 апрель 2021.
- ↑ Чемпионат Европы по регби-7 (U18). Сборная России выиграла все матчи группового этапа и вышла в четвертьфинал. Федерация регби России(31 августа 2019).Дата обращения: 6 апреля 2021.
- ↑ Женская сборная России (U18) по регби-7 – бронзовый призер чемпионата Европы!. Федерация регби России(1 сентября 2019).Дата обращения: 6 апреля 2021.
- ↑ Женская сборная России по регби-7 на международном турнире в Испании: 3 победы в 3 матчах . sport24.ru (20 февраль 2021). Дата обращения: 6 апрель 2021.
- ↑ Женская сборная России стала победителем второй игровой недели Madrid Sevens. Sportbox(28 февраля 2021).Дата обращения: 6 апреля 2021.
- ↑ Виктория Эм: «В регби никогда нельзя сдаваться. И это самое лучшее» . Федерация регби России (13 ноябрь 2020). Дата обращения: 6 апрель 2021.
- ↑ ЦСКА УСИЛИЛСЯ КАПИТАНОМ ЖЕНСКОЙ СБОРНОЙ РОССИИ U18 . ЦПС (19 ноябрь 2019). Дата обращения: 6 апрель 2021. 2021 йыл 21 апрель архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Эм, Виктория Вячеславовна на сайте Instagram