Эрнест Резерфорд

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Эрнест Резерфорд
Ernest Rutherford
Ernest Rutherford LOC.jpg
Тыуған көнө:

30 август 1871({{padleft:1871|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})

Тыуған урыны:

Спринг Грув, Яңы Зеландия

Вафат булыу көнө:

19 октябрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (66 йәш)

Вафат булған урыны:

Кембридж, Англия

Гражданлығы:

Яңы Зеландия Яңы Зеландия
Бөйөк Британия флагы Бөйөк Британия

Ғилми өлкәһе:

физика һәм химия

Эшләгән урыны:

Макгилла университеты
Манчестер университеты

Ғилми дәрәжәһе:

бакалавр искусств[d], сәнғәт магистры[d], фән бакалавры[d] һәм фән докторы[d]

Уҡыу йорто:

Кентербер университеты
Кембридж университеты

Ғилми етәксеһе:

Дж. Дж. Томсон

Билдәле уҡыусылары:

П. Л. Капица
Марк Олифант
Патрик Блэкетт
Ганс Гейгер
Фредерик Содди
Эрнест Уолтон
Джеймс Чедвик
Джон Кокрофт
Эдуард Эплтон
Отто Ган

Билдәләлек алған:

Йәҙрә физика «атаһы»

Награда һәм премиялары


Нобель премияһы Химия Нобель премия (1908)
Румфорда миҙал (1905)
Эллиотт Крессон миҙал (1910)
Маттеуччи миҙал (1913)
Копли миҙал (1922)
Франклин миҙал (1924)

Орден Заслуг
Рыцарь-бакалавр
Ҡултамғаһы:

Подпись

Эрне́ст Ре́зерфорд (ингл. Ernest Rutherford; 30 август 1871, Спринг Грув, Яңы Зеландия — 19 октябрь 1937, Кембридж) — Британия физигы сығышы менән Яңы Зеландиянан. Химия буйынса Нобель премия лауреаты (1908).

Ядро физикаһы «атаһы» булараҡ танылған, атом планет моделен тәҡдим иткән[1]. Резерфорд тәжрибәләре тәрән, ябай һәм асыҡ булыуы менән айырылып тора.

Биография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эрнест Резерфорд Яңы Зеландияла тыуған, бәләкәй ҡасабада Спринг-Грув. Эрнест ғаиләһе дүртенсе бала менән булған. Яҡшы хәтер һәм һаулыҡ булыу[2].

Радиоактивлыҡ күренешен өйрәнеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Радиоактив нурланыштың ҡатмарлы составын өйрәнеү схемаһы. 1 — радиоактив препарат, 2 — ҡурғаш цилиндр, 3 — фотопластинка.

Радиоактив элементтар асылғас уларҙың физик үҙенсәлектәрен өйрәнеү башлана. Резерфорд радиоактив нурланыштың ҡатмарлы составын аса. Тәжрибә былай үткәрелә. Радиоактив препарат ҡурғаш цилиндрҙың тар ғына каналының төбөнә урынлаштырыла, ҡаршыһына фотопластинка ҡуйыла. Каналдан сыҡҡан нурланыш юлына магнит ҡыры тәьҫир итә. Бөтә ҡоролма вакуум эсенә урынлаштырыла. Магнит ҡырында нурланыш өс өлөшкә бүленә. Нурланыштың ике өлөшө магнит ҡырында айырыла, был уларҙың заряды булыуын күрһәтә. Өсөнсө өлөшө тураға тарала. Ыңғай зарядлы нурланыш альфа-нурҙар, тиҫкәре заядлы нурланыш — бета-нурҙар, нейтраль нурланыш — гамма-нурҙар исемен ала. Альфа-нурланыш үҙенсәлектәрен Резерфорд түбәндәге тәжрибә ярҙамында өйрәнә. Альфа-өлөшсәләр юлына, билдәле ваҡыт эсендә үткән зарядтарҙы һанай трған, Гегер счётчигын ҡуя. Альфа-өлөшсәләрҙең дөйөм зарядын һәм миҡдарын белеп, бер өлөшсәнң зарядын иҫәпләп сығара. Ул ике элементар зарядҡа тигеҙ була. Магнит ҡырында киҫәксәнең ситкә тайпылыуы буйынса заряд һәм массаның сағыштырмаһын билдәләй. Бер элементар зарядҡа бер атом масса берәмеге тура килә. Шулай итеп, ике элементар альфа-өлөшсәгә дүрт атом масса беләмеге тура килә. Тимәк, альфа-нурланыш — гелий ядролары ағымы. 1920 йылда Резерфорд протон массаһына тигеҙ заряды булмаған — нейтрон булыуы тураһын фаразлай. Эксперименталь рәүештә был киҫәксә булыуын билдәләп булмай. Уның барлығын эксперименталь рүештә 1923 йылда Джеймс Чедвик иҫбатлай.

Радиоактив үҙгәреш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Торийҙың радиоактив үҙенсәлеге нигеҙендә Резерфорд химик элементтарҙың радиоактив үҙгәреүен аса һәм аңлатып биә. Ғалим, ябыҡ ампулала торий активлығы даими ҡалыуын, әгәр препаратҡа әкрен генә һауа өргәндә уның активлыға кәмеүенә иғтибар итә. Альфо-өлөшсәләр менән торий радиоактив газ бүлеп сығары тигән фараз әйтелә. Резерфорда һәм уның коллегеһы Фредерика Содди хеҙмәттәре 1902—1903 йылдарҙа «Philosophical Magazine» мәҡәләләрендә нәшер ителә. Былмәҡәләләрҙә авторҙар алған мәғлүмәттәрҙе анализлап, химик элементтар бер элементтан икенсе элементҡа әүерелә тигән нитижәгә килә.

Атом әүерелеше нәтижәһендә, физик һәм химик үҙенсәлектре менән тулыһынса бкркнсе матдәнән айырылған, өр-яңы матдә барлыҡҡа килә

— Э. Резерфорд, Ф. Содди

Ул ваҡытта атомдың бүленмәҫ киҫәксә булыу тураһында мәғлимәт йәшәп килә. Был күренеште ғалимдар матдә составында яңы эдементтар булыуы менән аңлата. Тик ваҡыт был аңлатыуҙың яңлыш булыуын күрһәтә. Артабынғы физик һәм химиктарҙың тикшереүҙәре элементтарҙың бер-береһенә әүрелеү законын аса[3]

Радтоактив тарҡаоыу законы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Торий тултырылған һауыттан һауаны һурып алып Резерфорд торий эманацияһын (хәҙер торон, Родон-220 исеме менән билдәле газ, родон изапобы) ала. Был газдың ионлаштырыу һәләтен тикшерә. Был газдың активлығы минут һайын ике мәртәбә түбәнәйеүе билдәле була.

Радиоактив матдәләрҙең активлығын ваҡыт үҙгәрешендә өйрәнеп, ғалим радиоактив тарҡалыш законын аса.

Химик элементтарҙың ядроһы бик тотороҡло икәне билдәле була, уларҙы емереү өсөн өеүәтле энергия сарыф итергә кәрәк, тип тәҡдим итә Резерфорд. Азот атомы ядроһы — яһалма рәүештә беренсе үҙгәртелгән атом. Ҙур энергиялы Альфа-киҫәксәләр бомбаһына тотоп, водород атомы ядроһы — протондар барлыҡҡа килеүен аса ғалим Резерфорд.

ɑ-киҫәксәләрҙе таратыу тәжрибәһе схемаһы. 1 — радиоактив препарат, 2 — ҡурғаш цилиндр, 3 — фольгаға уралған тикшерелеүсе материал, 4 — Цинк сульфаты ZnS менән ялатырған ярам үтә күренмәле экран, 5 — микроскоп.

Ҡыҙыҡ мәғлүмәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Эрнест Резерфорд атом ядроһы асты һәм ядер энергетика турала негатив фекер әйте.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Опыт Резерфорда. Elementy.Ru. 30 апрель 2014 тикшерелгән.
  2. Рукк, Н.С. Биография Эрнеста Резерфорда. Тәүге сығанаҡтан архивланған 11 февраль 2012. 19 август 2009 тикшерелгән.
  3. http://www.krugosvet.ru/enc/nauka_i_tehnika/fizika/radioaktivnie_prevrashcheniya.html?page=0,0 — РАДИОАКТИВНЫЕ ПРЕВРАЩЕНИЯ|Энциклопедия Кругосвет

Библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]