Эстәлеккә күсергә

Этика

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Э́тика (грек. ἠθικόν, от бор. грек. ἦθος — этос, «холоҡ, йола») — философия фәне, уның тикшереү темаһы — әхлаҡ һәм мораль [1].

Аристотель на фреске Рафаэля «Афинская школа»

Башта этос һүҙенең асылы бергә йәшәү һәм бергә йәшәү осоронда булдырылған, йәмғиәтте берләштереүсе, индивидуализм һәм дошманлыҡты еңеүгә килтереүсе ҡағиҙәләр була. Йәмғиәт үҫә бара быға намыҫ, изгелек һәм яуызлыҡ, шәфҡәтлелек, дуҫлыҡ, тормош мәғәнәһе , үҙ-үҙеңде ҡорбан итеү һәм башҡалар өҫтәлә[2]. Этика төшөнсәләре — шәфҡәфтлелек, ғәҙеллек, дуҫлыҡ, теләктәшлек һәм башҡалар, социаль институттарҙың һәм мөнәсәбәттәрҙең үҫеш йүнәлешен билдәләйҙәр[1].

Фәндә этика тип белем өлкәһен , мораль йәки әхлаҡ тип ул өйрәнгән өлкәне атайҙар. Көндәлек ҡулланышта уны әлегә айырмайҙар[1]. «Этика» термины ҡай ваҡытта билдәле бер социаль төркөмдөң мораль һәм әхлаҡ ҡағиҙәләре системаларын билдәләү өсөн ҡулланыла.

Схема философии по С. Л. Франку

Этиканың философияның айырым аспекты итеп айырылып сығыуы софистарҙың ( б.э.т.V быуатта ) мәҙәниәт ҡағиҙәләре тәбиғәт ҡанундарынан ныҡ айырыла тигән асышы менән бәйле. Бөтә ерҙә лә бер иш булған тәбиғи зарурлыҡтан айырмалы, кешеләрҙең ҡанун, йола, ғәҙәттәре күп төрлө һәм үҙгәреп тора. Ҡайһыһы яҡшыраҡ икәнен белер өсөн төрлө ҡанундарҙы бер-береһе менән сағыштырыу мәсьәләһе килеп тыуа. Төрлө халыҡтарҙың бер-береһенән айырылып торған, бер быуындан икенсеһенә үҙгәреүсән мәҙәниәт ҡанундарын һайлап алыу уларҙың нигеҙләүенә бәйле була. Уларҙы аҡлау сығанағы булып аҡыл сыға[3]. Был идеяны Сократ менән Платон ҡеүәтләй һәм ары үҫтерә[3].

Этика , килеп сыҡҡан ваҡытынан алып, философияның айырылғыһыҙ бүлеге[4]. Был термин тәү тапҡыр Аристотель тарафынан «практик» философияның айырым тикшеренеү өлкәһе билдәһе тип ҡулланыла, сөнки ул “беҙ ни эшләргә тейешбеҙ?” тигән һорауға яуап эҙләй. Әҙәпле тәртип маҡсаты тип Аристотель бәхетте атай —йәндең изгелек ҡылыуҙа тулы эшмәкәрлеге , йәғни кеше мөмкинлектәрен тулыһынса тормошҡа ашырыу.Кеше мөмкинлектәрен тормошҡа ашырыу ул— аҡыллы эштәр, саманан тыш эштәрҙе эшләмәү һәм урталыҡты һайлау. Шуға күрә иң төп яҡшылыҡ— урталыҡ , сама белеү һәм аҡыл менән эш итеү.

Платондың уҡыусыһы Аристотель фекеренсә, этика маҡсаты — белем түгел, ә яҡшы эштәр. Этикала нимә ул бәхет (именлек) тигән һорау уны нисек булдырырға тигән һорау менән бәйле. «Шулай итеп, этика практик философия булараҡ һәр саҡ теоретик философиянан (метафизиканан) айырым тора»[3]. Этиканың башланғыс нөктәһе принциптар түгел, ә йәмғиәт тормошо тәжрибәһе, шуға күрә унда математикалағы кеүек теүәллек булдырып булмай; унда хаҡиҡәт « яҡынса һәм дөйөм һыҙаттарҙа» билдәләнә[3][5].

Аристотель фекеренсә, кеше хәрәкәте маҡсатҡа ярашлы, һәр бер эшмәкәрлектең үҙ маҡсаты, был маҡсаттар иерархияһы бар. Аристотель ниндәйҙер иң юғары, иң һуңғы, бар күңелдән кеше уға ынтылған маҡсат бар, уға өлгәшеү башҡа маҡсаттарға өлгәшеү сараһы түгел ти. Тимәк ул иң юғары бәхет (именлек) булараҡ кешенең һәм социаль институттарҙың камиллығы үлсәме булып торасаҡ [3].

Иң юғары именлекте бәхет тип атайҙар. Бәхет өсөн тышҡы именлек һәм далан (уңыш) кәрәк, ләкин ул башлыса йәндең эшләгән эшмәкәрлегенән,— шәфҡәтлелеккә тап килгән эшмәкәрлектән тора. Йәндең изгелеккә ярашлы эшләү үҙенсәлеге , Аристотель фекеренсә, этика темаһы булып тора [3]. Аристотелдә киң мәғәнәлә этика — сәйәсәт һәм иҡтисадҡа нигеҙ биреүсе полис тураһында фән (сәйәсәт фәне )[3].

«Этиканың алтын ҡағиҙәһе» — « үҙеңә телмәгәнде, башҡаларға эшләмә », — төрлө рәүештә бер-береһенән айырым төрлө мәҙәниәттәрҙә булған . Ул Конфуцийҙа ла бар[6], Мишнала (йәһүдтәрҙең тәүге әхлаҡ ҡағиҙәләре яҙмаһы) осрай[7].

Төрлө мәҙәниәттәр этикаһын унификацияларға тырышыу терминдар табыуҙа ҡыйынлыҡтар тыуҙыра.

Дини этик системалар айырмаһы шуның менән бәйле : монотеизмда Илаһ- мораль объекты , дин тарафынан Илаһ (алла) биргән тип иғлан ителгән ҡағиҙәләр төп ҡағиҙәләргә әйләнә , йәмғиәткә ҡарата әхләҡи йөкләмәләр системаһы булараҡ йәмғиәт мөнәсәбәттәре этикаһына алла биргән этика өҫтәлә ( йәки уның менән алмаштырыла). Был алла алдында әхлаҡи йөкләмәләр системаһы хатта йәмғиәт әхлағы менән конфликтҡа инеүе мөмкин (ҡайһы саҡта социаль йәки күп халыҡ ҡатнашҡан конфликт). Этикала классик тикшеренеүҙәр аҡылға таянып, тикшеренеүсенең үҙ миҫалында үткәрелгән, шуға күрә уның үҙ шәхси принциптарын һәм сикләүҙәрен тотош этикаға тағыуы күҙәтелеүе мөмкин. Был субъективизмдан аналитик этика ҡотҡарырға тырыша, ул этика буйынса әйтелгән уй-фекерҙәрҙе һәм дөйөм әһәмиәткә эйә этик фекерҙәрҙе анализлауҙа логиканы (мантиҡты) ҡуллана .

  1. 1,0 1,1 1,2 Гусейнов А. А. Этика // Новая философская энциклопедия / Ин-т философии РАН; Нац. обществ.-науч. фонд; Предс. научно-ред. совета В. С. Стёпин, заместители предс.: А. А. Гусейнов, Г. Ю. Семигин, уч. секр. А. П. Огурцов. — 2-е изд., испр. и допол.. — М.: Мысль, 2010. — ISBN 978-5-244-01115-9.
  2. Разин А. В. Этика: Учебник для вузов, стр.16
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; guseinov_dubko_vvedeniye төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  4. Драч Г. В. Рождение античной философии и начало антропологической проблематики. Ростов-на-Дону, 2001.
  5. Аристотель. Никомахова этика, кн. 1, гл. 1 — 1094в.
  6. Конфуций. Беседы и суждения. — 15:24 2009 йыл 28 февраль архивланған., 12:2 2011 йыл 22 март архивланған., 5:12 2013 йыл 6 февраль архивланған.
  7. Шабат, 31а
на русском языке
на других языках

Ҡалып:Разделы философии