Эстәлеккә күсергә

Юбилей баҡыр колчеданы ятҡылығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Юбилей баҡыр колчеданы ятҡылығы
урыҫ Юбилейное медно-колчеданное месторождение
Страна
РФ субъектыБашҡортостан
Рәсәй
Красная точка
Юбилей баҡыр колчеданы ятҡылығы
Башҡортостан Республикаһы
Красная точка
Юбилей баҡыр колчеданы ятҡылығы

Юбилей баҡыр колчеданы ятҡылығы (рус. Юбилейное медно-колчеданное месторождение) — Рәсәй, Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районында урынлашҡан баҡыр-цинк-колчедан ятҡылығы. Рәсәйҙә иң эреләрҙең береһе булып тора. 1966 йылдың авгусында асыла. Ятҡылыҡ 1996 йылдан эшкәртелә.

Ятҡылыҡтарҙың тасуирламаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юбилей ятҡылығы мәғдәндәре ике төрҙән тора: алтынлы көрән тимер мәғдәне һәм беренсел баҡыр колчеданы.

Ятҡылыҡ операторҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2004 йылдың авгусынан ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусының генераль подрядсыһы булып Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты тора. 2006 йылдың 1 мартынан Юбилей баҡыр-цинк мәғдәне ятҡылығын «Башҡорт баҡыры» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тарафынан асыҡ ысул менән үҙләштереү алып барыла.

1980 йылда Юбилей ятҡылығын, шулай уҡ Октябрьский һәм Подольский ятҡылыҡтарын асҡан һәм разведкалаған өсөн, В. В. Воробьё, Б. Д. Мәһәҙиев, В. М. Попов, Ю. А. Болотин, У. Ю. Дәүләтбаев, Ғ. Ю. Мәжитов, Г. К. Долматов, Н. В. Матвеев СССР дәүләт премияһы менән бүләкләнә[1].