Юзиев Илдар Ғәфүр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Юзиев Илдар Ғәфүр улы
Заты ир-ат
Тыуған көнө 3 ғинуар 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Яңауыл районы, Ямаҙы
Вафат булыу көнө 21 декабрь 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (71 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Ҡазан ҡалаһы
Ерләнгән урыны Татарское кладбище в Ново-Татарской слободе Казани[d]
Һөнәр төрө яҙыусы
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
«Почёт Билдәһе» ордены

Юзиев Илдар Ғәфүр улы (3 ғинуар 1933 йыл21 декабрь 2004 йыл) — шағир һәм драматург. Татарстандың халыҡ шағиры. Популяр йырҙар авторы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Илдар Ғәфүр улы Юзиев Башҡортостандың Яңауыл районы Ямаҙы ауылында 1933 йылдың 3 ҡинуарында тыуа. Ата-әсәһе ауыл уҡытыусылары була.

Ямаҙы урта мәкәтбен тамамлағандан һуң Илдар Юзиев Ҡаҙан педагогия институтының татар теле һәм әҙәбиәте бүлексәһенә уҡырға инә. Ул артабанғы тормошон, ижади һәм ижтимағи эшмәкәрлеген Ҡаҙан ҡалаһы менән бәйләй.

Илдар ижад юлын журналистика һөнәренән башлап алып китә. 1954—1966 йылдарҙа ул «Ялкын» балалар журналында яуаплы сәркәтип булып эшләй; 1966—1967 йылдарҙа — «Чаян» журналы әҙәби хеҙмәткәре, 1967—1971 йылдарҙа — Татарстан Яҙыусылар берлегенең әҙәби консультанты.

1973 йылда Илдар Юзиев Мәскәүҙә М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында Юғары әҙәби курстарҙы тамамлай, шунан һуң өс йыл «Казан утлары» журналының шиғриәт бүлегенә етәкселек итә. Артабан ул Татарстан Яҙыусылар берлеге идараһы рәйесе урынбаҫары була һәм йәш яҙыусылар менән эшләй.

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Илдар Юзиев мәктәптә 10-сы класта уҡыған сағында уҡ шиғырҙар яҙыу менән мауыға, уның шиғырҙары Өфөлә республика матбуғатында баҫыла башлай.

Илдар Юзиевтың ижады:

  • 30 поэма, шул иҫәптән «Тормош еңә» (1953 й.), «Таныш моңдар» (1955 й.), «Миләүшә» (1968 г.), «Һуңғы һынау» (1969 й.), «Ҡылдар» (1978 й.), «Әсәй», «Ҡарурман», «Миләүшә», «Иҙел-Даугава»
  • 40-тан ашыу шиғри йыйынтыҡ, шул иҫәптән «Мәңгелек менән осрашыу», «Йәш ҡарағайҙар», «Таныш моңдар», «Шиғырҙарым, йырҙарым», «Мөхәббәт китабы»
  • «Умырзая» (1959 й.), «Асыу һаҡламайынса» (1974 й.), «Ҡыр ҡаҙҙары артынан» (1976 й.), «Командировка» (1977 й.) пьесалары.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Почёт Билдәһе» ордены (22.08.1986)
  • «Миләүшә» (1968 йыл) поэмалар һәм балладалар китабы өсөн Муса Йәлил исемендәге республика премияһы.
  • «Таш диуарҙар ауазы» һәм "Ҡылдар" (1980 йыл) поэмалары өсөн Татарстандың Ғабдулла Туҡай исемендәге Дәүләт премияһы.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Шағирҙың тыуған ауылы Яңауыл районының Ямаҙы ауылында Татарстан Республикаһының халыҡ шағиры Илдар Юзиевтың музейы эшләй[1].
  • 2008 йылдың 24 сентябрендә Ғәлиәскәр Камал исемендәге театрҙа Илдар Юзиевтың тыуыуына 75 йыл тулыу айҡанлы тантаналы кисә үткәрелә[2].

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡиар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]