Юлмөхәмәтов Миндибай Бәхтиәр улы
Юлмөхәмәтов Миндибай Бәхтиәр улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 15 май 1947 (77 йәш) |
Тыуған урыны | Ильинка, Мансур ауыл Советы (Учалы районы), Учалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | мәктәп уҡытыусыһы |
Биләгән вазифаһы | мәктәп директоры һәм министр урынбаҫары[d] |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | педагогия фәндәре кандидаты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Юлмөхәмәтов Миндибай Бәхтиәр улы (рус. Юлмухаметов Миндибай Бахтиярович; 15 май 1947 йыл) — ғалим-педагог, мәғариф эшмәкәре. 1987—2007 йылдарҙа Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары. Педагогия фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Миндибай Бәхтиәр улы Юлмөхәмәтов 1947 йылдың 15 майында Башҡорт АССР-ы Учалы районы Ильинка ауылында эшсе ғаиләһендә тыуған[1].
1966 йылда урта мәктәпте тамамлағандан һуң, ул Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. БДУ-ла Радищев исемендәге стипендия алып уҡый, уны ҡыҙыл дипломға тамамлай[2].
1971 йылда Иманғол урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Артабан Ҡунаҡбай урта мәктәбе директоры итеп тәғәйенләйҙәр[3].
1986 йылда Миндибай Бәхтиәр улы Юлмөхәмәтов Башҡортостан уҡытыусылар белемен камиллаштырыу институтының туған телдәр кабинеты мөдире итеп алына. Бында ул республика мәктәптәрендә туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыу методтарын һәм алымдарын камиллаштырыу буйынса әүҙем эшләй, туған телдәр уҡытыуҙы яҡшыртыу программаһын төҙөй, имтихан билеттары һәм башҡа ҡулланмалар әҙерләй[3].
1987 йылда Башҡортостан Халыҡ мәғарифы министрлығына мәктәптәр инспекторы итеп тәғәйенләнә һәм шул уҡ йылда мәғариф министры урынбаҫары вазифаһына күсерелә.
1988—2005 йылдарҙа Мәғариф министрлығының аттестация комиссияһы рәйесе.
1988 йылдан «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының мөхәрриәт ағзаһы.
2007 йылдан Башҡортостан Республикаһы ғилми-методик уҡытыу үҙәгенең директор урынбаҫары[4].
Дәреслектәре һәм уҡытыу программалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Миндибай Бәхтиәр улы Юлмөхәмәтов — мәғариф министрлығында эшләгән йылдарҙа дәреслектәр, методик ҡулланмалар яҙыуҙа һәм баҫтырып сығарыуҙа әүҙем ҡатнашҡан авторҙарҙың береһе. Уның авторҙашлығында:
- «Синыфтан тыш уҡыу китабы», 5-се синыф өсөн;
- «Синыфтан тыш уҡыу китабы», 6-сы синыф өсөн;
- «Балалар баҡсалары өсөн башҡорт теле буйынса программа»;
- «Йәйғор» уҡыу китабы;
- «Тормош һабаҡтары» исемле яңы предметтың һәр синыф өсөн программаһы һәм дәреслектәре;
- Примерная образовательная программа по предмету «Башкирская литература» для 5-11 классов общеобразовательных организаций с родным (башкирским) языком обучения" (автор: Юлмухаметов Миндибай Бахтиярович)[5]
Ғилми-тикшеренеү эштәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1997 йылда Мәскәүҙә «Башҡорт мәктәбенең V—IX синыфтарында туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәре араһындағы үҙ-ара бәйләнештәрҙе тормошҡа ашырыу» темаһына диссертация яҙа һәм уны уңышлы яҡлай.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, ()
- Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, ()
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Информационно-политический портал России. Юлмухаметов Миндибай Бахтиярович — Биография (рус.)
- ↑ Учалы районы Ҡунаҡбай урта дөйөм белем биреү мәктәбендә Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған методик сара. Юлмөхәмәтов Миндибай Бәхтиәр улы
- ↑ 3,0 3,1 К.Ғ.Яйыҡбаев. «Мәғрифәтсе мөғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре». — Өфө: «Китап», 2003 й. — С. 249—250-се б.б..
- ↑ Состав центра. Юлмухаметов Миндибай Бахтиярович (рус.)
- ↑ Министерство образования и науки Республики Башкортостан. Национальное образование (рус.) 2021 йыл 21 август архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- К.Ғ.Яйыҡбаев. «Мәғрифәтсе мөғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре». — Өфө: «Китап», 2003 й. — С. 249—250-се б.б..
- Информационно-политический портал России
- Шэжэре Юлмухаметовых. Юлмухаметов Миндибай Бахтиярович (рус.)