Юозас Тумас
Юозас Тумас | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Литва |
Тыуған ваҡыттағы исеме | лит. Juozas Tumas |
Тыуған көнө | 20 сентябрь 1869 |
Тыуған урыны | Maleišiai[d], Svėdasai eldership[d], Аникщяй район[d], Литва |
Вафат булған көнө | 29 апрель 1933[2][3] (63 йәш) |
Вафат булған урыны | Каунас[d], Литва[2] |
Ерләнгән урыны | Витовт костёлы[d] |
Яҙма әҫәрҙәр теле | Литва теле |
Һөнәр төрө | гәзит мөхәррире, әҙәби тәнҡитсе, уҡытыусы, католический священник |
Эш урыны | Бөйөк Витовт университеты[d] |
Уҡыу йорто |
Каунас семинарияһы[d] Двинское реальное училище[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Party of National Progress[d] |
Монашеский орден | Третий орден Святого Франциска[d] |
Юозас Тумас Викимилектә |
Юозас Тумас (лит. Juozas Tumas; 20 сентябрь 1869 йыл — 29 апрель 1933 йыл) — Литва яҙыусыһы, драматург, тәнҡитсе, әҙәбиәт белгесе, йәмәғәт һәм сиркәү эшмәкәре. Шулай уҡ Юозас Вайжгантас әҙәби псевдонимы аҫтында билдәле (урыҫ варианты Иосиф Вайжгантас; лит. Juozas Vaižgantas).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көнсығыш Литвала (Сведасай ауылынан йыраҡ түгел) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Динабург реаль гимназияһында (1881—1888) уҡый. Классик урыҫ әҙәбиәте (Л. Н. Толстой, И. С. Тургенев, Н. А. Некрасов) литва һәм легаль булмаған периодик баҫмалары йоғонтоһон кисерә. 1888—1893 йылдарҙа Каунаста дини семинарияла белем ала. Уны тамамлағандан һуң Митавалағы католик мәхәлләһе викарийы итеп тәғәйенләнә. Милли йәмәғәт эшмәкәрлегенә инеп китә, 1896—1904 йылдарҙа клерикаль „Tėvynės sargas“ («Ватан һаҡсыһы»; 1897 йылдан — мөхәррир) гәзитен сығара. Эшмәкәрлеге менән ҡәнәғәт булмаған сиркәү властары уны бер хеҙмәт урынынан икенсегә күсерә башлайҙар.
1906—1911 йылдарҙа Вильна ҡалаһында йәшәй һәм «Вильняус жиниос» („Vilniaus žinios“; «Вильна хәбәрҙәре», 1907), «Вильтис» („Viltis“; «Өмөт», 1907—1911), һуңғараҡ — «Рито гарсас» („Ryto garsas“; «Иртәнге тауышы», 1914) гәзиттәре редакцияларында эшләй. 1911 йылда АҠШ-та була.
1914 йылда Ригаға күсерелә, бында ул «Ригос гарсас» („Rygos garsas“; «Рига тауышы») гәзитен мөхәррирләй. Беренсе бөтә донъя һуғышы 1915 йыллда Петроградта литва ҡасаҡтарына ярҙам күрһәтеү буйынса комитет эшмәкәрлегендә ҡатнаша. Милли прогресс партияһы (Tautos Pažangos Partija) ойоштороусыһы була, Петроградта һәм Стокгольмда литваларҙың вәкәләтле йыйылыштарында («Петроград сеймы») ҡатнаша.
1918 йылда Литваға әйләнеп ҡайта һәм Вильнала ҡасаҡтарға ярҙам итеү комитеты эштәрендә ҡатнаша, «Летувос айдас» („Lietuvos aidas“; «Литва шаңдауы») гәзитен сығара, 1919 йылда «Неприклаусом Летува» („Nepriklausoma Lietuva“; «Бойондороҡһоҙ Литва») гәзитен баҫтыра башлай. 1920 йылда Каунасҡа күсенә. Бөйөк Витовт костелы ректоры итеп тәғәйенләнә (1932 йылға тиклем).
Бер үк ваҡытта Каунаста Литва университетының гуманитар факультетында эшләй (1930 йылдан Бөйөк Витовт университеты тип атала): 1922—1929 йылдарҙа литва әҙәбиәте тарихы буйынса лекциялар уҡый. 1929 йылда почетлы доктор исеменә лайыҡ була.
Бынан тыш, нәфис һәм публицистик әҫәрҙәр яҙа, төрлө гәзит һәм журналдарҙа мөхәррир була, күп һанлы сәйәси, ижтимағи, мәҙәни ойошмалары эшмәкәрлегендә ҡатнаша. Италия (1931) һәм Швеция (1932) буйлап сәйәхәт ҡыла. 1932—1933 йылдарҙа — Литва яҙыусылар йәмғиәте рәйесе.
Каунаста Бөйөк Витовт костелында ерләнгән.
Әҙәби эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күп яҡлы һәм иң уңышлы литва яҙыусыларының береһе, проза оҫтаһы. Реаль гимназияла уҡыған саҡта уҡ шиғырҙар һәм проза әҫәрҙәре яҙа башлай. Семинарияла клерикаль баҫмала хеҙмәттәшлек итә башлай. Башланғыс этапта башлыса ваҡ очерктар, күләме буйынса ҙур булмаған драма һәм проза әҫәрҙәрен ижад итә. Тере, образлы тел менән яҙылған патриотик әҫәрҙәре «Картиналар» (1902), «Сәхнә картиналары», «Аллегорик картиналар» (1906—1916) йыйынтыҡтарына индерелә.
Һуғыш ваҡытындағы кеше ғазаптары һәм бәлә-ҡазалары тураһында хикәйәләр циклы «Һуғыш картиналары» (1914—1917) йыйынтығына инә.
Литва әҙәбиәтенең алғы сафтарына «Ағайҙар һәм апайҙар» «Дяди и тетки» (1921, иң популяр әҫәре), «Әҙәм аҡтығы», «Өнһөҙ» (1930), «Жемайт Робинзоны» (1932), повестарын «Ғаилә рагы» (1927—1929) романын ижад итеүгә мөрәжәғәт иткән Вайжгантас 1920-се йылдарҙа сыға. «Ғаилә рагы» романында ул XIX быуаттың аҙаҡҡы тиҫтәһендәге Ковно зыялылары тормошо тураһында яҙа. Шулай уҡ ул «Сатҡылар. Мәҙәниәте өсөн көрәш картиналары» эпопеяһы авторы (икенсе исеме — «Яҡты һыҙаттар» «Просветы»; 1918—1920).
«Яҡты һыҙаттар» романы үҙенә күрә литва милли яңырыуының һәм 1905 йылғы революцияҙа тиклемге Литвалағы тормоштоң эпопеяһын сағылдары. Структураһы буйынса романдың берҙәм фабулаһы юҡ, ә ул Литва милли тормошоноң дөйөм темаһы менән берләштерелгән үҙаллы бер нисә повестан тора. Тумас-Вайжгантас литва прозаһы стилистарының алдынғы сафтарындаүҙенең бай теле, көндәлек тормоштан алынған һүрәтләү саралары, тасуирланған ваҡиғаларҙы үҙенсәлекле һыҙаттарын күрә белеү арҡаһында беренсе урындарҙы биләй.
Тәнҡит-әҙәбиәт ғилеме буйынса эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҙенең университет лекциялары нигеҙендә Майронис, Баранаускас Антанас, Винцас Кудирка тураһында биографик очерктар баҫтыра, Венажиндис, Венуолис, Лаздин Пеледа һәм башҡа литва күп кенә яҙыусылар тураһында мәҡәләләр яҙа. Үҙенең тарихи-әҙәбиәт эштәре өсөн ентекле рәүештә документаль-фактик мәғлүмәттәр йыя, улар литва тикшеренеүселәре өсөн бик мөһим сығанаҡ булып тора.
Баҫмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әҫәрҙәр йыйынтыҡтары
- Vaižganto raštai: 19 t. («Әҫәрҙәр», 19 т.). — Kaunas; Vilnius: Švyturys, 1922—1938.
- Raštai: 3 t. («Әҫәрҙәр», 3 т.). — Kassel-Mattenberg, 1948.
- Rinktiniai raštai: 2 t. («Һайланма әҫәрҙәр», 2 т.). — Vilnius: Valst. grož. lit. l-kla, 1957.
- Raštai («Әҫәрҙәр»). — Vilnius, 1994 — баҫтырыу дауам итә.
- Китаптар
- Vaizdeliai. — Tilžė, 1902. — 60 p.
- Scėniškieji vaizdeljai. — Peterburgas, 1906. — 98 p.
- Šis tas: trys Vaižganto apysakėlės. — Shenandoah, 1906. — 18 p.
- Vaizdeliai. — Tilžė, 1908. — 60 p.
- Ten gera, kur mūsų nėra, arba neapleiskime Tėvynės!: (pasakojimai, kaip mūsų išeiviams sekasi Amerikoje). — Kaunas, 1912. — 224 p.
- Karo vaizdai; Rimai ir nerimai. — Ryga, 1915. — 136 p.
- Alegorijų vaizdai. — Petrapilis, 1916. — 136 p.
- Lietuvos «žodis»: šių dienų apsakymėlis. — Petrapilis, 1916. — 64 p.
- Vanduo ir oras. — Petrapilis, 1917. — 31 p.
- Pragiedruliai: [2 kn] («Проблески»). — Vilnius: Švyturys, 1918—1920.
- Aplink Baltiją: kas jau yra pajūryje ir kas dar norėtų ten būti. — Vilnius: Švyturys, 1919. — 95 p.
- Tiesiant kelią Lietuvos nepriklausomybei, 1916—1917 m. — Vilnius, 1919. — 40 p.
- Jaunam veikėjui: 20 feljetonų. — Kaunas, 1925. — 151 p.
- Kanauninkas Petras Legeckas ir jo gyvenimo nuotykiai. — Marijampolė, 1930. — 43 p.
- Pragieduliai: vaizdai kovos dėl kultūros: 4t. («Проблески»). — Kaunas, 1942—1944.
- Dėdės ir dėdienės («Дяди и тетки»). — Kaunas: Valst. grož. lit. l-kla, 1945. — 124 p.
- Vaizdai. — [Kaunas]: Valst. grož. lit. l-kla, 1947. — 582 p.
- Pragiedruliai: 3t. — Kassel-Mattenberg: Aistia, 1948.
- Dėdės ir dėdienės. — Kassel-Mattenberg: Aistia, 1949. — 175 p.
- [Rinktinė]. — Kaunas: Valst. ped. lit. l-kla, 1956. (Mokinio biblioteka).
- Dėdės ir dėdienės. — Vilnius: Valst. grož. lit. l-kla, 1963. — 99 p.
- Dėdės ir dėdienės. — Kaunas: Šviesa, 1967. — 95 p. (Mokinio biblioteka).
- Rimai ir Nerimai. — Chicago, 1969. — 55 p.
- Pragiedruliai: vaizdai kovos dėl kultūros: 2 d. — Vilnius: Vaga, 1969.
- Valiulio pasaka: [apsakymai]. — Vilnius: Vaga, 1969. — 240 p.
- Tiesiant kelią Lietuvos nepriklausomybei, 1916—1917 m. — Chicago: Ped. Lituanistikos inst., 1969. — 40 p.
- Mikutis gamtininkas. — Vilnius: Vaga, 1972. — 111 p.
- Dėdės ir dėdienės; Nebylys; Rimai ir Nerimai: apysakos. — Vilnius: Vaga, 1974. — 236 p.
- Dėdės ir dėdienės: apysaka. — Kaunas: Šviesa, 1978. — 95 p. (Mokinio biblioteka).
- Valiulio pasaka: [apsakymai]. — Vilnius: Vaga, 1978. — 288 p.
- Rimai ir Nerimai: apysakos ir apsakymai. — Vilnius: Vaga, 1979. — 421 p.
- Napalys darbus dirba. — Vilnius: Vaga, 1983. — 31 p.
- Apysakos, apsakymai, vaizdai. — Kaunas: Šviesa, 1984. — 368 p.
- Pragiedruliai: vaizdai kovos dėl kultūros. — Vilnius: Vaga, 1989. — 652 p.
- Nebylys. — Vilnius: Vaga, 1995. — 124 p.
- Mikutis gamtininkas. — Kaunas: Spindulys, 1997. — 136 p.
- Laiškai Klimams. — Vilnius: Lietuvių literatūros ir tautosakos inst., 1998. — 453 p.
- Dėdės ir dėdienės; Nebylys. — Vilnius: Baltos lankos, 1998. — 189 p. (Skaitinių serija; 23).
- Драма әҫәрҙәре
- Scenos vaizdai: monologai ir dialogai. — Ryga, 1913. — 116 p.
- Тарихи-әҙәби һәм тәнҡит эштәре
- Ю. Тумас әҫәрҙәрен башҡа телдәргә тәржемәләү
- Вайжгантас. Дяди и тетки. — Вильнюс: Vaga, 1968. — 100 с.
- Vaižgantas. Sin at Easter and other stories. — New York, 1971.
- Vaižgantas. Onud ja tadid. — Tallinn: Eesti Raamat, 1985. — 256 p.
- Вайжгантас. Немой: повести. — Вильнюс: Vaga, 1988. — 350 c.
- Legendy Wileńskie: legendy Wileńskie spisali litewscy i polscy działacze sztuki i uczeni / Albert Wijuk Kojałowicz … [et al.]. — Vilnius, 1998.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Каунаста, ул 1920—1933 йылдарҙа йәшәгән Алексото урамындағы фатирҙа, мемориаль музейы эшләй — Майронис исемендәге литва әҙәбиәт музейы филиалы[4]. Вильнюс ҡалаһында Тумас-Вайжгантас исемен бер урам йөрөтә (Jurgio Baltrušaičio gatvė)[5].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Record #49351097 // VIAF (билдәһеҙ) — [Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
- ↑ 2,0 2,1 Тумас Юозас // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Vaižgantas // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
- ↑ Мемориальный музей Юозаса Тумаса-Вайжгантаса . Музеи Литвы. Центр информации, оцифровки и ЛИМИС музеев Литвы (18 ғинуар 2018). Дата обращения: 30 апрель 2018.
- ↑ J. Tumo-Vaižganto gatvė Vilniuje (лит.). Vilniaus katalogas. Дата обращения: 30 апрель 2018.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- История литовской литературы. — Вильнюс: Vaga, 1977. — С. 329—348.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 20 сентябрҙә тыуғандар
- 1869 йылда тыуғандар
- Литвала тыуғандар
- 29 апрелдә вафат булғандар
- 1933 йылда вафат булғандар
- Литвала вафат булғандар
- Литвала ерләнгәндәр
- Псевдоним аҫтында билдәле булған әҙиптәр
- Алфавит буйынса шәхестәр
- XX быуат публицистары
- Алфавит буйынса публицистар
- Рәсәй империяһы драматургтары
- XX быуат драматургтары
- Алфавит буйынса драматургтар
- XX быуат яҙыусылары
- Рәсәй империяһы яҙыусылары
- Алфавит буйынса яҙыусылар