Ягеллондар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ягеллондар
Нәҫел башы: Гедиминовичтар
Титулдар: Бөйөк Литва кенәзе

Польша короле
Венгрия короле
Хорватия короле
Чехия короле

Нигеҙләүсе: Ягайло

Ягелло́ндар — XIV—XVI быуаттарҙа Үҙәк һәм Көнсығыш Европа дәүләттәрендә хакимлыҡ иткән бөйөк кенәз һәм король династияһы.

Династия вәкилдәре артабанғы титулдар йөрөткән:

Ягеллондар — Гедиминовичтар литва династияһының тармағы. Династия Владислав Ягелло (Ягайло) тарафынан нигеҙләнгән[1]. Бөйөк Литва кенәзлеге элекке Киев Русенең көнсығыш славян ерҙәре иҫәбенә киңәйә барғанда был литва династияһы әкренләп урыҫлашыуға, ә Польша менән уния (Речь Посполитая) төҙөгәндән һуң поляклаштырыуға дусар булған.

Венгрия короллегенә Ягеллон династияһы Чехиянан ике короллектең унияһы осоронда үтеп ингән. Ғосмандарға тиклемге Венгрияла урындағы Ягеллон династияһының вәкилдәре Габсбургтар менән ике династик никах төҙөгән. 1526 йылда улар ғосмандарҙың баҫып алыуҙары менән бөтөрөлгән булһа ла, был никахтар артабан 1699 йылда Австрия империяһына Венгрияны үҙенә ҡушыу өсөн нигеҙ булып торған.

Династия вәкилдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ягайло (пол. Władysław Jagiełło; 1351—1434), Ольгердтың улы, Гедиминдың ейәне, 1377—1381 һәм 1382—1392 йылдарҙа — Бөйөк Литва кенәзе, 1386 йылдан Владислав II исеме аҫтында Польша короле.
  • Эльжбета (пол. Elżbieta Bonifacja; 1399), Владислав II Ягайлоның һәм уның тәүге ҡатыны Ядвиганың ҡыҙы, беренсе йәшендә вафат булған.
  • Ядвига Ягайловна (пол. Jadwiga Jagiellonka; 1408—1431), Владислав II Ягайлоның һәм уның икенсе ҡатыны Анна Цельскаяның ҡыҙы. 1413 йылғы Едлиндағы съезда король Владиславтың улдары булмағанлыҡтан (улы Владислав 1424 йылда тыуған), рәсми рәүештә Польша тәхетенең вариҫы итеп танылған.
  • Владислав III Варненьчик (пол. Władysław Warneńczyk; 1424—1444), Владислав II Ягайлоның һәм уның өсөнсө ҡатыны Софья Гольшанскаяның өлкән улы, Польша короле (1434—1444), Ласло I исеме аҫтында Венгрия короле (1440—1444), Владислав I исеме аҫтында Хорватия короле (1440—1444).
  • Казимир IV (пол. Kazimierz Jagiellończyk, лит. Kazimieras Jogailaitis; 1427—1492), Владислав II Ягайлоның һәм уның өсөнсө ҡатыны Софья Гольшанскаяның өсөнсө улы, Польша короле (1447—1492), Бөйөк Литва кенәзе (1440—1492); 1454 йылда Изге Рим империяһы императоры Альберт II-нең (1397—1439) ҡыҙы Елизавета Габсбургҡа (Альжбете Ракушанке; 1437—1505) өйләнгән.
  • Владислав II (пол. Władysław II Jagiellończyk; 1456—1516), Казимир IV-нең улы, Чехия короле (1471—1516), Уласло II исеме аҫтында Венгрия короле (1490—1516), Хорватия короле (1490—1516); тәүге никахы — 1476—1490 йылдарҙа Барбара Бранденбургская менән (атаһы Гогенцоллерндар династияһы вәкиле Бранденбург курфюрсы Альбрехт III); икенсе никахы — 1490—1500 йылдарҙа Беатриса Арагонская менән (1457—1508); өсөнсө никахы — 1502 йылда Анна де Фуа менән (1484—1506). унан Ягеллондарҙың чех-мадьяр тармағы сыҡҡан.
  • Ядвига Ягеллонка (пол. Jadwiga Jagiellonka; 1457—1502), Казимир IV-нең ҡыҙы, 1475 йылда ландсхут-бавар герцогы Георг менән никахлашҡан.
  • Изге Казимир (пол. Święty Kazimierz, лит. Šv. Kazimieras; 1458—1484), Казимир IV һәм Елизавета Габсбургтың икенсе улы, королевич, 1521 йылда католик сиркәүе тарфынан канонизацияланған.
  • Ян I Ольбрахт (пол. Jan Olbracht; 1459—1501), Глогау кенәзе, Польша короле (1492—1501).
  • Александр Ягеллончик (пол. Aleksander Jagiellończyk, лит. Aleksandras Jogailaitis; 1461—1506), Казимир IV-нең дүртенсе улы, Польша короле (1501—1506), Бөйөк Литва кенәзе (1492—1506); уны Польша короле итеп һайлау менән Польша-Литва унияһы тергеҙелгән; 1495 йылда бөйөк Мәскәү кенәзе Ивана III Васильевичтың (1440—1505) ҡыҙы Елена Ивановнаға (1476—1513) өйләнгән.
  • София Ягеллонка (пол. Zofia Jagiellonka; 1464—1512), Казимир IV-нең ҡыҙы, маркграфа Бранденбург-Ансбах маркграфы Фридрих I-нең ҡатыны.
  • Эльжбета Ягеллонка (пол. Elżbieta Jagiellonka; 1465—1466), Казимир IV-нең ҡыҙы, сабый сағында вафат булған.
  • Сигизмунд I (Старый) (пол. Zygmunt Stary, лит. Žygimantas Senasis; 1467—1548), Казимир IV-нең бишенсе улы, Польша короле (1506—1548), Бөйк Литва кенәзе (1506—1522), Оппельн һәм Глогау кенәзе; тәүге никахы — 1512 йылда Барбара Запольяи (1495—1515) менән; икенсе никахы — 1518 йылда Бона Сфорца (1494—1557) менән.
  • Фредерик Ягеллон (пол. Fryderyk Jagiellończyk; 1468—1503), Краков епискобы, Гнезно архиепискобы, кардинал.
  • Эльжбета Ягеллонка (пол. Elżbieta Jagiellonka; 1472—1480), Казимир IV-нең ҡыҙы.
  • Анна Ягеллонка (пол. Anna Jagiellonka; 1476—1503), Казимир IV-нең ҡыҙы, Померания герцогы Бөйөк Богуслав X-ның ҡатыны.
  • Барбара Ягеллонка (пол. Barbara Jagiellonka; 1478—1534), Казимир IV-нең ҡыҙы, Саксония герцогы Һаҡаллы Георгтың ҡатыны.
  • Эльжбета Ягеллонка (1482—1517)[pl] (пол. Elżbieta Jagiellonka; 1482—1517), Казимир IV-нең ҡыҙы, Силезия-Лигницы герцогы Фридрих II-нең ҡатыны.
  • Ядвига Ягеллонка (пол. Jadwiga Jagiellonka; 1513—1573), Сигизмунд I-нең ҡыҙы. 1535 йылдан Бранденбург курфюрсы Иоахим II Гекторҙың ҡатыны.
  • Анна Ягеллонка (пол. Anna Jagiellonka; 1515—1520), Сигизмунд I һәм Барбара Запольяиның ҡыҙы.
  • Изабелла Ягеллонка (1519—1559), Сигизмунд I-нең ҡыҙы. 1535 йылдан Венгрия короле Янош I Запольяиның ҡатыны.
  • Сигизмунд II Август (пол. Zygmunt August, лит. Žygimantas Augustas; 1520—1572), Сигизмунд I һәм Бона Сфорцаның улы, Польша короле (1548—1572), Бөйөк Литва кенәзе (1548—1572); тәүге никахы — 1543 йылдан Елизавета Габсбург (1526—1545; Изге Рим империяһы императоры Фердинанд I-нең (1503—1564) ҡыҙы); икенсе никахы — 1547 йылдан Барбара Радзивилл (1520—1551; Бөйөк Литва гетманы Юрий Радхивиллдың ҡыҙы); өсөнсө никахы — 1553 йылдан Екатерина Габсбург (1533—1572; Изге Рим империяһы императоры Фердинанд I-нең (1503—1564) ҡыҙы). Ягеллондар династияһының һуңғы ир затлы вәкиле.
  • София Ягеллонка (пол. Zofia Jagiellonka; 1522—1575), Сигизмунд I һәм Бона Сфорцаның ҡыҙы. 1556 йылдан Браунгшвейг-Люнебург герцогы Генрих V-нең ҡатыны.
  • Анна Ягеллонка (пол. Anna Jagiellonka; 1523—1596), Сигизмунд I һәм Бона Сфорцаның ҡыҙы, Польша королеваһы; ире Стефан Баторий (1533—1586), 1576—1586 йылдарҙа Польша короле һәм Бөйөк Литва кенәзе.
  • Катерина Ягеллонка (пол. Katarzyna Jagiellonka; 1526—1583), Сигизмунд I һәм Бона Сфорцаның ҡыҙы, 1562 йылдан Швеция короле Юхана III Вазаның (1537—1592) ҡатыны. Уларҙың улы Сигизмунд 1587 йылда Польша һәм Бөйөк Литва кенәзлеге тәхетенә (Сигизмунд III) һайланған, бер үк ваҡытта 1592—1599 йылдарҙа Швеция короле була.
  • Ольбрехт Ягеллончик (пол. Olbracht Jagiellończyk; 1527 йылда тыуған һәм үлгән), Сигизмунд I-нең улы, тыуған көндө үк вафат булған.

Ягеллондарҙың чех-мадьяр тармағы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Анна Ягеллонка (1503, Буда — 1547), Владислав II-нең ҡыҙы, Ягеллондарҙың чех-мадьяр тармағының һуңғы вәкиле. 1521 йылдан Изге Рим империяһы императоры Фердинанд I-нең (1503—1564) ҡатыны. Ошо никах арҡаһында Габсбургтар династияһы вәкилдәре Чехия һәм Венгрия тәхеттәренә хоҡуҡ алғандар.
  • Людовик II (пол. Ludwik II Jagiellończyk; 1506—1526), Владислав II-нең улы, Лайош II исеме аҫтында Венгрия һәм Чехия короле (1516—1526); Хорватия короле (1516—1526), Мария Габсбургҡа (1505—1558) өйләнгән. Ягеллондар династияһынан һуңғы Чехия һәм Венгрия короле булған[2], что свидетельствовало об усилении немецкого влияния в Венгрии. Сам двойной брак Людовика с Марией и Анны с Фердинандом был заключён 26 мая 1521 года[3]. Үҙенең ҡатыны Мария Австрийская ярҙам итеүенә ҡарамаҫтан, король Лайош солтан Сөләймән I етәкселегендәге төрөктәргә ҡаршылыҡ күрһәтә алмаған һәм Мохач янындағы алышта һәләк булған. Лайош II үҙ вариҫтарын ҡалдырмаған, Венгрия тәхетенә үҙ хоҡуҡтарын ике дәғүәсе белдергән. Береһе 1505 йылғы дәүләт саҡырылышы ҡарарҙары буйынса «милли король» әһәмиәтлелеге тураһындағы ҡарар менән үҙ хоҡуҡтарын яҡлаһа, икенсеһе 1506 йылда Ягеллондар һәм Габсбургтар араһында төҙөлгән никах килешеүенә һылтанған.[4]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Нечаев В. М.,. Ягеллоны // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. Z. Wdowiszewski, Genealogia Jagiellonów i Domu Wazów w Polsce, Kraków 2005, s. 177.
  3. Z. Wdowiszewski, Genealogia Jagiellonów i Domu Wazów w Polsce, Kraków 2005, s. 178.
  4. Всемирная история — Венгрия в середине XVI в. Христианский бастион

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]