Яковлев Валерий Иванович
Яковлев Валерий Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 4 май 1944[1] (80 йәш) |
Тыуған урыны |
Өфө, РСФСР, СССР Рәсәй |
Һөнәр төрө | тарихсы, этнограф |
Ғилми дәрәжә | тарих фәндәре докторы[d] |
Әүҙемлек урыны | Ҡазан дәүләт консерваторияһы |
Яковлев Валерий Иванович (4 май 1944 йыл, Өфө, БАССР) — совет Рәсәйе тарихсыһы һәм этнологы, тарих фәндәре докторы, профессор, Ҡазан консерваторияһының халыҡ уйын ҡоралдары һәм этномузыкология кафедраһы профессоры, Ҡазан дәүләт мәҙәниәт институтының башҡарыу сәнғәте һәм музыкаль педагогика теорияһы һәм тарихы кафедраһы мөдире (2007 йылдан), Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Волга буйы һәм Урал алды халыҡтарының традицион музыкаль мәҙәниәте тикшеренеүсеһе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Валерий Иванович Яковлев Өфөлә хеҙмәткәрҙәр ғаиләһендә тыуған. Атаһы, Яковлев Иван Павлович (1914—1948) — инженер, әсәһе, Яковлева Мария Марковна (1920—1987), уҡытыусы булған. 1964—1969 йылдарҙа баян һәм дирижёрлыҡ класы буйынса Н.Г. Жиганов исемендәге Ҡазан дәүләт консерваторияһында уҡый, унда уҡытыусылары В.П. Плетнев, Е.П. Бусыгин һәм Н.В. Зорин була. 1968 йылда Ҡазан консерваторияһында эшләй башлай. 1973 йылда Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһында ассистентура-стажировка үтә. 1986 йылға тиклем Ҡазан дәүләт университетында этнология һөнәре буйынса аспирантурала белем ала. 1968—1985 йылдарҙа Татарстан, Волга буйы ҡалаларында халыҡ уйын ҡоралдары оркестрында баянсы-башҡарыусы һәм дирижер сифатында концерттар ҡуя. 1975 йылдан алып йыл һайын Волга буйында музыкаль-этнографик экспедицияларҙа ҡатнаша. 1987 йылда Минскиҙа БССР Фәндәр академияһының Этнография һәм фольклор сәнғәт белеме институтында «Традиционные музыкальные инструменты народов Среднего Поволжья (конец XIX — начало XX в.)» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1992 йылдан — доцент, 2005 йылдан — профессор[2]. Ҡазан консерваторияһының халыҡ инструменттары һәм этномузыкаһы кафедраһы профессоры. 2007 йылдан Ҡазан дәүләт мәҙәниәт институтының башҡарыу сәнғәте һәм музыкаль педагогика теорияһы һәм тарихы кафедраһы мөдире. Татарстан Республикаһы Милли музейы хеҙмәткәре.
2001 йылда Мәскәү дәүләт университетында «Традиционные музыкальные инструменты народов Волго-Уралья: формирование, развитие, функционирование (историко-этнографическое исследование)» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
Петров фәне һәм сәнғәте академияһының ағза-корреспонденты һәм мөхбир ағзаһы (2009).
Халыҡ музыкаһын популярлаштырыусы, «На чем мы играем», «Какая прелесть, эти балалайки…», «Играют студенты факультета народных инструментов Казанской консерватории» телетапшырыуҙары авторы һәм алып барыусыһы[3].
Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2000)[4].
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғилми ҡыҙыҡһыныуҙарҙың төп өлкәһе — сыуаштарҙың, татарҙарҙың, башҡорттарҙың һәм Волга буйы, Урал буйындағы башҡа халыҡтарҙың традицион музыкаль мәҙәниәтен тергеҙеү проблемалары һәм тарихы
«Традиционные музыкальные инструменты народов Волго-Уралья: формирование, развитие, функционирование (историко-этнографическое исследование)» (2001) докторлыҡ диссертацияһында һәм уның нигеҙендә нәшер ителгән монографияһында в монографии, изданной на ее основе, яңы ғилми йүнәлеш — тарихи этноинструментациялауҙың барлыҡҡа килеүе декларациялана, Волга-Урал төбәге халыҡтарының традицион музыка ҡоралдарының этник үҙенсәлектәре ҡарала. Археологик (неолит дәүеренән башлап) һәм яҙма сығанаҡтар нигеҙендә автор, музыка ҡоралдарын дүрт төп төркөмгә - тынлы (аэрофондар), ҡыллы (хордофондар), мембраналы (мембранофондар) һәм үҙенән-үҙе яңғыраған (идиофондар) музыка ҡоралдарына бүлеп, төбәктең музыка мәҙәниәтен реконструкциялай. Музыка ҡоралдарының эшләү үҙенсәлектәрен өйрәнеп, тикшеренеүсе көйҙө календарь байрамдарҙа, ҡышҡы, яҙғы һәм йәйге-көҙгө йолаларҙа һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙә анализлай, Уларҙың ғаилә көнкүрешендә, туйҙы инструменталь оҙатыуҙа, бала тыуыуға бәйле йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙә, ерләү-иҫкә алыу йолаларында, армияға оҙатыуҙағы функцияларын ҡарай. Эштең хронологик сиктәре булып XIX быуаттың аҙағы — XX быуаттың башы тора.
Бер нисә мәҡәлә Ҡазан этнография мәктәбенең формалашыуына һәм уның үҫеш үҙенсәлектәренә, шул иҫәптән уның сағыу вәкилдәре — Е.П. Бусыгин менән С. Н. Көңгөровҡа арналған.
Төп эштәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- К вопросу изучения музыкальных инструментов народов Среднего Поволжья // Народная и профессиональная музыка Поволжья и Приуралья. М.: Изд. ГМПИ им. Гнесиных, 1981. С. 57-64.
- Волынка у поволжских народов // Музыкальный фольклор и творчество композиторов Поволжья. М.: Изд. ГМПИ им. Гнесиных, 1984. С. 75-83.
- К вопросу изучения марийских народных инструментов (К проблеме типологии инструментария) // Традиционное и современное в музыке народов Поволжья и Приуралья. Йошкар-Ола, 1985. С. 30-31.
- Гусли у поволжских народов // СЭ. 1985. № 2. С. 109—116. (совм. с Е. П. Бусыгиным)
- Музыкальные инструменты народов Поволжья и их роль в пропаганде современной музыкальной культуры // Фольклор: проблемы сохранения, изучения и пропаганды. М.,1988. Ч. II. С. 339—390.
- Традиционные музыкальные инструменты народов Среднего Поволжья. Казань, 1991. 116 с.
- Музыкальные инструменты Волго-Уралья: конвергенция, взаимодействие // Проблема межэтнического взаимодействия в сопредельных национальных и административных образованиях. Сарапул, 1997.
- Гусли татар Волго-Уральского региона // Материалы Республиканской научно-практической конференции «Татарские народные музыкальные инструменты. Традиции и современность». Казань, 1999. С. 43-48.
- Традиционные музыкальные инструменты Волго-Уралья. Историко-этнографическое исследование. Казань: КГИ, 2001. 320 с.
- Евгений Прокопьевич Бусыгин. Казань, 2003. 38 с.
- Традиционные музыкальные инструменты. Историческое этноинструментоведение: Учебное пособие. Казань, 2004. 80 с.
- Казанские выставки музыкальных инструментов: некоторые особенности формирования и экспонирования // Современный музей как важный ресурс развития города и региона: Материалы Междунар. науч.-практ. конф., посвящ. 1000-летию Казани и 110-летию Национального музея Республики Татарстан. Казань, 2005.
- Музыкальные инструменты Национального музея Республики Татарстан. Казань: Заман, 2007. 191 с.
- Методика обучения игре на баяне (аккордеоне): учебное пособие. Казань: КГИ, 2014.
- Этноинструментоведение. Методология изучения традиционных народных музыкальных инструментов (на материале Волго-Уралья): учебно-методическое пособие для студентов высших музыкальных учебных заведений. Казань: Казанская гос. консерватория, 2015. 74, [1] с.
- Этнография народов Волго-Уралья: учебно-методическое пособие для студентов высших учебных заведений. Казань: КГК им. Н. Г. Жиганова, 2015. 59, [1] с.
- «Антропологический поворот» в этноинструментоведческой историографии // Вестник Казанского государственного университета культуры и искусств. 2019. № 4. С. 89-94. (соавт. Сайдашева З. Н.)[5]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Исаев Ю. Н. Чувашская энциклопедия (урыҫ) — Чувашское книжное издательство, 2006. — 2567 с. — ISBN 978-5-7670-1471-2
- ↑ Яковлев Валерий Иванович // Кантор Г. Музыковеды Казани: биобиблиографический словарь. Karpol, 2000. С. 99.
- ↑ Журнал "Вестник".kazgik.ru.Дата обращения: 4 октября 2020.
- ↑ Яковлев Валерий Иванович // Решетов А. М. Материалы к биобиблиографическому словарю российских этнографов и антропологов. XX век. СПб.: Наука, 2012. С. 566-567.
- ↑ eLIBRARY.RU - Яковлев Валерий Иванович - Список публикаций . Дата обращения: 4 октябрь 2020.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Яковлев Валерий Иванович // Кантор Г. Музыковеды Казани: биобиблиографический словарь. Karpol, 2000. С. 99.
- Яковлев Валерий Иванович // Решетов А. М. Материалы к биобиблиографическому словарю российских этнографов и антропологов. XX век. СПб.: Наука, 2012. С. 566—567.
- 4 майҙа тыуғандар
- 1944 йылда тыуғандар
- Өфөлә тыуғандар
- Рәсәйҙә тыуғандар
- Ҡазан консерваторияһын тамамлаусылар
- Тарих фәндәре докторҙары
- Ҡазан дәүләт консерваторияһы уҡытыусылары
- Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре
- Башҡортостанда тыуғандар
- Рәсәй тарихсылары
- СССР тарихсылары
- Рәсәй сәнғәт ғилеме белгестәре
- СССР сәнғәт ғилеме белгестәре
- Алфавит буйынса шәхестәр