Эстәлеккә күсергә

Яманйылға (ауыл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яманйылға
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ үҙәге Яманйылға ауыл биләмәһе[2]
Административ-территориаль берәмек Яманйылға ауыл биләмәһе[2]
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 4147 кеше (2002)[3],
4453 кеше (2010)[4],
4128 кеше (2021)[5]
Почта индексы 456574
Карта

Яманйылға — Силәбе өлкәһе Эткүл районы Яманйылға ауыл биләмәһенә ингән ауыл. Ауыл биләмәһенең административ үҙәге.

XVIII быуаттың икенсе яртыһында Иҫәт ғәскәре казактары «юл өҫтөндә» — Ырымбурға барған дала юлында ябай нығытма төҙөйҙәр[6].

1769 йылдың 17 сентябрендә Ырымбур губернаторы Рейнсдорп Яманйылға йылғаһы буйындағы ауылға Илек казактарын йәшәргә йүнәлтеү тураһында тураһында бойороҡ бирә. Яманйылға нығытмаһына 1770 йылда нигеҙ һалына.

1780 йыл, 9 июнь — казак ғәскәре атаманы Яманйылға нығытмаһында 2 пушка һәм уларға 47 заряд барлығын хәбәр итә.

1900 йыл — йәниҫәптә Яманйылға ҡасаба тип атала. Унда 266 шәхси хужалыҡ, 1273 кеше, таш сиркәү, Иҫке дин сиркәүе, ике мәктәп (ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн), ике һыу тирмәне, дүрт магазин була. Ауыл Эткүл станица йортона ингән була.

1911 йыл, 18 октябрь — Яманйылғанан 3 км самаһы йыраҡлыҡта тимер юл үтә. Яңы станцияны Яманйылға тип атайҙар.

Революция йылдарында ауыл казактары бик әүҙем ҡатнаша. Аҡтар яғында булғандар, совет власына ҡаршылар 1920—1930 йылдарҙа көслө репрессияларға дусар була.

1929 йылда — район үҙәген Яманйылғаға күсерәләр. Колхоз ойоштороуҙа ярҙамға мәскәү студенты һәм шағир Сергей Чекмарёв килә. Мартта Будённый исемендәге колхоз төҙөлә.

1932 йыл — Яманйылға районы Копейск һәм Уйылға райондарына бүленә.

1941 йыл, ноябрь — ауылға Ленинградтан балалар килтерәләр. Ике бинала балалар йорто ойошторалар.

1962 йыл — Яманйылға колхозы совхоз. Построено новое здание школыға әйләндерелә.

1992 йыл — ауыл биләмәһе сиктәрендә казактар йәмғиәте тергеҙелә[7].

1916 йылға халыҡ һаны 1877-гә еткән. 1995 йылдың 1 ғинуарына Яманйылғала 3957 кеше йәшәгән.

Ауылда Урал ремонтлау заводы, яҡшы тоҡомло ҡошсолоҡ фермаһы, юл ремонтлау бүлеге, ауыл хужалығы кооперативтары ассоциацияһы, «Яманйылға (Еманжелинск)» крәҫтиән-фермер хужалыҡтары бар. «Челябинскуглеразведка» тресының геологик эҙләнеү партияһы бында урынлашҡан[8]

Бында ла Тәфтиләү эҙе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1735 йылдың сентябрь — октябрендә, Орск ҡалаһынан Теча слободаһынан ҡайтып барғанда Ырымбур экспедицияһы башлығы ярҙамсыһы Тәвкилев Ҡотломөхәмәт Мәмеш улы (А. И. Тевкелев) Үрге Яйыҡ пристаненән Аҡлы (Ҡарағай) күле, Ҡомлоҡ, Уйылға йылғалары, Ҡуййылға тамағы, Сүмләк йылғаһының үрге ағымы (хәҙерге Коркино ҡалаһы), Силәбе ҡарағай урманы аша Аҡташ йәки Мейәс йылғаһындағы Олотуп кисеүҙәре (Мейәс ауылы) эргәһенән яңы юл һала. Был Дала юлы буйында бер көнлөк юл алыҫлығында фураж һәм аҙыҡ-түлек ташыған ылаусыларға ял итеп, ҡунып китер нығытма төҙөргә ҡарар ителә. Башта улар нығытмала татарҙар араһынан һалдат, драгун һәм ялланған ғәскәр менән тулыландырмаҡсы булдылар.

1736 йылдың ғинуарында Ырымбур экспедицияһы башлығы И. Т. Кирилов Батшабикәгә «меңгә ҡәҙәр һунарсыларҙы казаклыҡҡа яҙырға» тәҡдим итә.[9]

Шул мәлдән башлана ла инде Тәфтиләү һалған яңы юлда нығытмалар төҙөү. 1969 йылға ул Яманйылғаға ла барып етә.

Ауыл аша шул уҡ исемле йылға аға. Яҡындағы тораҡ пункттар: Һары ҡасабаһы һәм ҡала тибындағы Зауральский ҡасабаһы. Район үҙәге Эткүл ауылына тиклем ара — 20 км

Ауылдың атамаһы Яманйылға йылғаһы исеменән алынған. Йылға исеме иһә башҡорт телендәге «яман» һәм «йылға» тигән һүҙҙәрҙән хасил булған. Легендалар уны йылғаның мәкерле холҡо менән бәйләй[10][11]

Халыҡ иҫәбе
2002[12]2010[13]
41474453
Енесе буйынса

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 2010 йылда ауыл халҡының һаны 4453 кеше (2095 ир-ат һәм 2358 ҡатын-ҡыҙ) тәшкил иткән.

Ауыл урамдары селтәре урамы 28 урамдан тора[14].

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. 2,0 2,1 ОКТМО (урыҫ)
  3. Всероссийская перепись населения 2002 года. Численность населения субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более (урыҫ)
  4. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
  5. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
  6. В. В. Поздеев. Еманжилинка, село. 230 лет со времени преобразования деревни в крепость 2020 йыл 24 февраль архивланған.
  7. Летопись Еманжелинки//Еманжелинская сельская библиотека
  8. В. В. Поздеев. Еманжилинка, село. 230 лет со времени преобразования деревни в крепость 2020 йыл 24 февраль архивланған.
  9. В. В. Поздеев. Еманжилинка, село. 230 лет со времени преобразования деревни в крепость 2020 йыл 24 февраль архивланған.
  10. Шувалов Н. И. Буташ // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  11. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области [1]
  12. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  13. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
  14. Регионы России → Челябинская обл. → Еткульский р-н → Еманжелинка с.