Эстәлеккә күсергә

Ҡуййылға

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡуййылға
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ үҙәге Ҡуййылға ауыл биләмәһе[2]
Административ-территориаль берәмек Ҡуййылға ауыл биләмәһе[2]
Халыҡ һаны 4083 кеше (2002)[3],
3993 кеше (2010)[4],
4048 кеше (2021)[5]
Почта индексы 456576
Карта
 Ҡуййылға Викимилектә

Ҡойылға - (рус. Коелга) — Силәбе өлкәһенең Эткүл районы составына ингән ауыл.Ҡойылға ауыл биләмәһе үҙәге.

Атамаһы Ҡуййылға йылғаһынан алынған. Карталарҙа атама 1735 йылдан Коель, Койижилга һәм башҡа исемдәр менән осрай. Фараз ителеүенсә, йылғаның атамаһы "ҡойо" һәм "йылға" тигән башҡортса һүҙҙәрҙән барлыҡҡа килгән [6].Силәбе өлкәһе топонимдар белгесе Н.И. Шувалов иһә үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә атама "ҡуй" һүҙе менән бәйле булыуы ихтимал тип яҙа.[7][8]

Климаты уртаса континенталь. Бында һауа торошо бик үзгәреүсән, төп сәбәбе булып Урал тауҙары тора. Бейек булмаһа ла, Рәсәйҙең Европа өлешөнән килгән һауа массаларын керетмәй, шуға ла бында һалкын Арктика һауаһы ла, эҫе Урта Азия һауа массалары ла еңел үтә. Шуның һөҙөмтәһе булып, бында һауа торошоноң кинәт үҙгәреше йыш күҙәтелә.

Халыҡ һаны динамикаһы:

Дөйөм демографик күрһәткестәр[9]
Дөйөм халыҡ һаны 2010 йылга енес составы
2002 2010 ир-аттар ҡатын-кыҙҙар
4084 3993 1912 2081

Ауыл янында аҡ мәрмәр ятҡылығы бар. Уны «Коелгамрамор» ЯАЙ-ы эшкәртә. Бында мәрмәр 1924 йылда сығарыла башлаған. Бөгөн бынан бөтә Урал регионы сығарған мәрмәрҙең 45 % оҙатыла. Ҡойылғаның ап-аҡ мәрмәре Греция һәм Италия мәрмәрҙәренә көнәркәшлек тыуҙыра . Унан эшләнгән әйберҙәр Белоруссияға, Ҡаҙағстанға, Болгарияға, Германияға, Ҡытайға, Польшаға, АҠШ-ҡа оҙатыла. Ҡойылға мәрмәре менән илдәге бик күп күренекле биналар биҙәлгән.


  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. 2,0 2,1 ОКТМО (урыҫ)
  3. Всероссийская перепись населения 2002 года. Численность населения субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более (урыҫ)
  4. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
  5. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
  6. Река Коелга
  7. Шувалов Н. И. Коелга // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  8. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области [1]
  9. Численность и размещение населения Челябинской области. Таблица 11 2019 йыл 2 апрель архивланған..

Ҡалып:Эткүл районы