Ям (ҡәлғә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ям
Нигеҙләү датаһы 1384
Рәсем
Нигеҙләүсе Иван Фёдорович (Новгород бояры)[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Кингисепп
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Кингисепп
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Ленинградская область/Кингисепп[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Адрес 188474, Россия, Ленинградская область, город Кингисепп, проспект Карла Маркса дом 1
Современное состояние разрушенный[d]
Ҡулланыу статусы закрыто навсегда[d]
Карта
 Ям Викимилектә

Ям (Яма, Ямгород) — Ленинград өлкәһендә хәҙерге Кингисепп ҡалаһы сиктәрендә Луга йылғаһы ярында юҡ ителгән ҡәлғә. Рәсәйҙең федераль әһәмиәткә эйә булған мәҙәни мираҫ объекты.

1384 йылда Новгород республикаһын көнбайыш илдәренән һаҡлау өсөн Новгород баяры Иван Федорович тарафынан нигеҙ һалына. Нигеҙ һалыныу ваҡытына рус ҡәлғә төҙөлөшө сәнғәте өлгөһө була, ә XIV—XV быуаттарҙа ҡамауҙар мәлендә үҙен яҡшы күрһәтә. Һуңғыһы ваҡытында етди зыян күрә, шуға күрә тулыһынса яңынан төҙөлә[⇨]. Мәскәү кенәзлеге составында яңыртыла, ләкин XV быуат аҙағына Иван-ҡала төҙөлөү менән сик әһәмиәтен юғалта[⇨].

XVI аҙағында — XVII быуат башында ҡәлғәне ике тапҡыр шведтар баҫып ала, 1612 йылда Столбово тыныслығы килешеүенә ярашлы уларҙың биләмәһенә күсә. 1658 йылда рус ғәскәрҙәре ҡамай, әммә нығытма һаҡсылары һөжүмде кире ҡаға. Һөҙөмтәлә шведтар тарафынан ҡәлғәне үҙгәртеп ҡороу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Ҡәлғә стеналары һәм башнялары шартлатыла, ләкин бастион ҡәлғәһе төҙөлөшөн тамамлап өлгөрмәйҙәр[⇨] — 1703 йылда рус ғәскәрҙәре ҡәлғәне баҫып ала. Пётр I указы буйынса бастион нығытмалары төҙөлөп бөтә, әммә ҡәлғә шундуҡ тулыһынса тиерлек хәрби әһәмиәтен юғалта, шуға күрә 1781 йылда уның ҡалдыҡтары Екатерина II указы буйынса һүтеп алына, ә бастион нығытмалары ташландыҡ була[⇨]. Ҡәлғә харабалары урынында парк төҙөлә[⇨].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Новгород республикаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йылъяҙма мәғлүмәттәренә ярашлы, Луга аша кисеү янында 1384 йылда Ям ҡәлғәһенә нигеҙ һалына[2]. Таш ҡәлғә 33 көн эсендә төҙөлә. Төҙөлөш менән Иван Федорович башлығында биш кончан воеводаһы етәкләй, шулай уҡ башҡа күп кенә «баяр һәм бай кешеләр» ҡатнаша. Ҡәлғә Новгородтан Европаға юлдарҙың ҡоро һәм һыу юлы киҫелеше урыны булған Луга аша кисеүҙең уң ярында төҙөлә[3][4]. Быға өҫтәп, Ямды башҡа ҡәлғә — Копорье менән юл бәйләй, был унан оборона өсөн ҡыҫҡа ваҡыт эсендә резерв еткерергә мөмкинлек бирә[4][5]. Шул уҡ ваҡытта тирә-яҡта ярым хәрби халыҡ ултырыуы күҙәтелә, был ҡәлғә оборонаһы осрағында кеше резервына эйә булырға мөмкинлек бирә. Улар менән бер рәттән ҡәлғәгә, билдәле, льготалы шарттарҙа, күпмелер һанда төрлө ҡала халҡы күсеп ултыра һәм ҡала посады барлыҡҡа килә, ул һуңғараҡ ҡалаға әүерелә.

11 йыл үткәс — 1395 йылда шведтар ҡәлғәне ҡамай, ләкин уңышҡа ирешмәй: ҡәлғә гарнизоны уларҙы ҡасырға мәжбүр итә. Ике йыл үткәс, инде Ливон ордены рыцарҙары Ям эргәһендәге бер нисә ауылды талай, әммә ҡәлғәгә барып етергә баҙнат итмәй.

Новгород-ливон һуғышы барышында Ям үҙенә тәүге һөжүмде ҡабул итә — 1443 йылда ливон ғәскәре посадты яндыра[6] пристанде емерә. 1444 йылдың көҙөндә Пруссия бомбардаһы менән ҡоралланған ливон ғәскәре ҡәлғәне ҡамай. Ләкин Ямгород һаҡсылары артиллерия алышы барышында пушка уты менән бомбарданы юҡ итә, ә ҡамаусыларҙың һирәгәйгән ғәскәре ҡасырға мәжбүр була. 1447 йылғы Ливон ордены ҡабат ҡәлғәне алырға маташа: уға Пруссия ярҙам итә. Алыш 13 көнгә һуҙыла, һәм Новгородтың еңеүе менән тамамлана. Ливон ғәскәре, ҙур юғалтыуҙар кисереп. сигенә, әммә күп ауылдарҙы таларға өлгөрә — айырым отрядтары Нева һәм Ижораға тиклем барып етә[7].

1448 йылда төҙөлгән ваҡытлыса килешеүҙән һуң зыян күргән ҡәлғәне ремонтлау тураһында мәсьәлә ҡалҡып сыға. Өҫтәүенә, һаҡлау ҡоролмалары иҫкерә һәм шул саҡта барлыҡҡа килгән пушкаларға ҡаршы тора алмай. Шуға күрә Новгород архиепискобы Евфимий II бойороғо буйынса 1449 йылда иҫке ҡәлғә һүтелә, һәм уның урынында ҙур яңы ҡәлғә төҙөлә[4][8][9].

Рус дәүләте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Луга яғынан ҡәлғә валдары

1478 йылда, Новгород республикаһы Мәскәү кенәзлегенә составына ингән саҡта, сик булып ҡалған Ям ҡәлғәһен ремонтлайҙар, ә посадты ағас нығытма менән уратып алалар[8]. 1492 йылда сиктәрҙе нығытыу өсөн Иван III Ливонияға ҡарай юлда Нарва эргәһендә яңы ҡәлғә төҙөргә ҡуша. 1490 йылдарҙа Ям башҡа ҡәлғәләр менән бергә яңыртыла. Ҡәлғә тирәләй үҫеп сыҡҡан Ям-ҡала Луга йылғаһында һәм тирә-яҡта сауҙаның үҙәге була, Водская пятинаның Яҙма китабында ҡала тирәләй дөйөм 393 ихата менән 67 ауыл урынлашҡанлығы яҙыла.

Швеция короллеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1580 йылда, Рәсәй Ливония һуғышы менән мәшғүл булғанда, швед короле Юхан III Балтикаға яҡын урыҫ ерҙәрен баҫып ҡарар итә. Бының өсөн ул Понтус Делагарди етәкселегендә төбәктең ҡәлғәләрен баҫып алыр ғәскәр ебәрә, һуңғы маҡсаты булып Новгород тора. 1581 йылдың 28 сентябрендә швед ғәскәре Ямды баҫып ала, шулай уҡ был ваҡытта Копорье, Корела, Ивангород һәм Нарва баҫып алына. 1590 йылда 3 көн дауам иткән ҡамау һөҙөмтәһендә ҡәлғә кире рус биләмәһенә күсә, был 1595 йылдың 25 майында Тявзино ауылында килешеүҙә теркәлә[10].

1612 йылда, Буталсыҡ заман ҡыҙған мәлдә, швед ғәскәрҙәре Ямды ҡабаттан баҫып ала. 1617 йылда Столбово ауылында Рәсәй һәм Швеция араһында тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйыла, уға ярашлы Ям ҡәлғәһе шведтар биләмәһенә күсә. 1633 йылда Ямбург аша Гольштейн илселеге үтә, ул 8 башня һәм бейек таш диуарҙарҙан торған ҙур булмаған ҡәлғәне һүрәтләй.

Рус-швед һуғышы барышында, 1658 йылда, Ямды штурмлау барышында рус ғәскәренә ҡәлғәгә инеү мөмкин була, әммә нығытмала урынлашып алған шведтар һөжүмде кире ҡаға. Ауыр артиллерия булмау сәбәпле нығытманы яулап алырға маташыу уңышҡа өлгәшмәй, шуға күрә рус ғәскәре өлөшләтә биләгән ҡәлғәнән сигенергә мәжбүр була. 1681 йылда ҡәлғә ҡоролмаларын Эрик Дальберг тикшерә, ул һуңыраҡ королгә ҡәлғәнең насар хәле тураһында яҙа, әммә ҡоролманың юғары сифатын билдәләй. Шулай уҡ ул Ямдың да, Копорьеның да Швеция баҫып алғандан алып бер тапҡыр ҙа йүнәтелмәгәнлегенә, шуға күрә бындай эштәр ҡаҙнаға бик ҡиммәткә төшәсәгенә күрһәтә. Дальберг дошманды мөмкин булған ҡышҡы фатирҙарҙан мәхрүм итеү өсөн ике ҡәлғәне лә һүтеп алырға тәҡдим итә[9]. Был шведтарҙы Ям ҡәлғәһен яңыртыуға этәрә — 1682 йылда ҡәлғә ҡоролмалары, нығытманан тыш, 40 мискә дары ярҙамында шартлатыла. Был урында бастион тибындағы яңы ҡәлғә төҙөү буйынса эштәр башлана, ләкин Төньяҡ һуғыш башына тиклем тамамланмай ҡала[9].

Рәсәй империяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1700 йылда һөжүм итеүсе Пётр I ғәскәрҙәренә Ямбург һуғышһыҙ бирелә, әммә бынан һуң килгән Нарва янындағы еңелеү ҡәлғәне ҡалдырырға мәжбүр итә[11]. 1703 йылдың 13 майында генерал-майор Н. Верден етәкселегендә отряд Ямбургҡа сыға һәм ҡәлғәне утҡа тота. Икенсе көндә гарнизон капитуляция тураһындағы үтенес менән барабансыны ебәрә, ул ҡабул ителә. Бынан һуң гарнизон Нарваға ебәрелә, ә теләүселәргә гарнизонда ҡалыу мөмкинлеге була[12][13]. Шулай уҡ ҡаланың швед атамаһы ла һаҡланып ҡала. Бастионлы ҡәлғә Петр күрһәтмәһе буйынса 1703 йылдың 15 майынан 1703 йылдың көҙөнә тиклем генерал-фельдмаршал Б.П. Шереметев етәкселеге аҫтында төҙөлөп бөтә, әммә ҡәлғәне таштан үҙгәртеп ҡороп тормайҙар — Нарва һәм Дерптты алғандан һуң сик көнбайышҡа шыла, һәм Ямбургты бары тик шведтарҙың диңгеҙ десанты осрағына бәләкәй гарнизон тотоу өсөн генә файҙаланалар. Үҙгәртеп ҡорғанда эске нығытма һаҡланып ҡала, таш стеналары яңы ҡәлғәнең тупраҡ куртиналарына индереп төҙөлә[14]. Шул уҡ ваҡытта ҡәлғәлә төрлө калибрлы 53 ҡорал менән гарнизон урынлаштырыла[15].

Нығытманың башняһы нигеҙе өлөшө

XVIII быуаттың икенсе сирегендә һаҡланыу пункттарынан баш тартыу сәбәпле Ямбург ҡәлғәһе ҡоралһыҙландырыла. Унда төрлө хәрби хеҙмәттәр урынлашыуы дауам итә (мәҫәлән, келәттәр), әммә боронғо нығытма емерелә башлай. 1760 йылға Екатерина II күрһәтмәһе буйынса Ямбург ҡала була, һәм унда ҡәлғәне индереп, элекке булған ҡоролмаларҙы һүтеү башлана. Нығытма ташының өлөшө 1762 йылда архитектор А. Ринальди тарафынан Екатерина соборын төҙөү өсөн ҡулланыла. 1781 йылда Екатерина II Ревелгә китеп барған юлда нығытма емереклектәрен күрә һәм насар торошо арҡаһында уны нигеҙенә тиклем һүтергә әмер бирә[16][8]. Шул уҡ ваҡытта бастиондарға теймәйҙәр, улар XVIII быуат аҙағында ситса фабрикаһын төҙөү өсөн өлөшләтә һүтеп алына.

XIX быуат уртаһында ҡәлғә территорияһында ҡалала фатирҙарға урынлаштырылған ғәскәрҙәр көсө менән парк төҙөй башлайҙар. Башта бының менән Иркутск 93-сө пехота полкы шөғөлләнә, ләкин 1881 йылда ул Финляндияға күсерелә, уның урынына 1883 йылда 91-се Двина-пехота полкы алмашҡа килә, ә 1893 йылда уны 146-сы Царицын пехота полкы алмаштыра, ул паркты төҙөкләндереүҙе тамамлай. Ошо сәбәп менән парк революцияға тиклем «146-сы Царицын полкы баҡсаһы» тип атала[17]. 1909 йылда коммерция училищеһы бинаһын төҙөгәндә ҡәлғә территорияһының көньяҡ өлөшө фундамент ҡороу өсөн йырғылана, төҙөүселәр көньяҡ башня ҡалдыҡтарын таба, был уларға төҙөлөштө төньяҡтараҡ һәм Луга ярынан алыҫыраҡ күсерергә мәжбүр итә.[9].

Хәҙерге торошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Паркта быуа — ҡәлғәнең элекке көнсығыш соҡоро

Ҡәлғә ҡоролмалары урынында парк урынлашҡан[17]. Парктың төньяҡ өлөшөндә ике бастион ҡалдыҡтары күренә, көньяҡ һәм көнсығыш өлөшөндә парк сәскә түтәлдәре һәм йәйәүлеләр һуҡмағы менән төҙөкләндерелгән, бөтә тупраҡ нығытмалар ҡаҙылған, таш нығытмалар 1926 йылда күпер төҙөлөшө ваҡытында нигеҙенә тиклем емерелгән тиерлек[9]. Эске нығытма урынынан Санкт-ПетербургНарва автомобиль юлы үтә, юлға төньяҡ яҡтан Коммерция училищеһының бинаһы йәнәш тора, унда тыуған яҡты өйрәнеү музейы урынлашҡан[18]. Төньяҡ һәм көньяҡтан ҡәлғә контурҙары соҡор, көнсығыштан быуа менән уратып алынған. Ҡайһы бер урындарҙа таш һалыуҙар өҫкә ҡалҡып сыға.

Совет йылдарында паркта бейеү майҙансығы менән кинотеатр була, әммә ул янғындан һуң тергеҙелмәй[17]. Парктың көньяҡ-көнсығыш осонда 1958 йылда партизандар һәйкәле ҡуйыла[19].

2017 йылда «Ростерминалуголь» акционерҙар йәмғиәте дөйөм ҡарар менән элекке ҡәлғә урынында урынлашҡан паркты шефлыҡҡа ала. 2019 йылдың 24 июненән[20] 25 авгусына тиклем Ивангород водоканалы парк быуаһын таҙарта, уның барышында һыу ятҡылығынан һыуҙы һурҙырып ала, төбөндәге ҡатламдарҙан таҙарта һәм быуаны ҡабаттан Луга һыуы менән тултыра. Шунан һуң уға фонтан менән «Biolight Oloid Pyramaid» таҙартыу системаһы урынлаштыра, быға АО «Ростерминалуголь» 10 миллион һум аҡса бүлә [21]. Быуаға сазан һәм табан балыҡтың йотҡолоғо ебәрелә.

Архитектураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1645 йылғы швед план ҡәлғәһе

Ҡәлғә бейек текә ярҙа йылға бөгөлөнөң тышҡы яғында төҙөлә, был уны штурмлауға өҫтәмә ҡаршылыҡтар бирә. көньяҡтан, көнсығыштан һәм төньяҡтан ҡәлғәнең стеналары янында соҡор ҡаҙыла, шулай итеп ҡәлғәне Луга йылғаһы менән бергә һыу уратып ала[8]. Ҡәлғә ҡоролмаһы үҙ планында трапеция формаһына эйә була. Эзбизташтан һалынған диурҙары урыны менән 4,5 метр ҡалынлыҡҡа етә. Мөйөштәрендә дүрт түңәрәк башня урынлаша, уларҙы көнбайыш, төньяҡ һәм көнсығыш диуарҙары уртаһында тура мөйөшлө башнялар тулыландыра, был һаҡланыусыларға башняларҙан ут алып барыу мөмкинлеге бирә. Көньяҡ-көнбайыш мөйөшөндә эске нығытма урынлаша, ул төп ҡәлғә менән дөйөм ҡапҡаға эйә була. Көнбайышҡа ҡараған ҡапҡа эре эзбизташ блоктарҙан һалынған ике йәнәш торған квадрат ярымбашняларҙа урынлаша. Үтеп йөрөү урынының киңлеге 2 метр һәм оҙонлоғо 17,5 м һәм өс ҡапҡанан тора, ә инеү алдында таш түшәлгән соҡор була, уны тик күтәрелә торған күпер аша үтергә мөмкин[9].

Бастион ҡәлғәһе планында иҫкеһен ҡабатлай һәм мөйөштәрендә куртиналар менән бәйле 4 бастион бар[16]. Көньяҡ-көнбайыш мөйөштә, көньяҡ һәм көнбайыш куртиналары араһында һаҡланып ҡалған эске нығытма урынлашҡан, уның көнбайыш стенаһы һәм ҡапҡалы башняһы куртинаның өлөшөн алмаштыра һәм ҡәлғәгә инеү өсөн ҡулланыла. Эске нығытма итәгендә урынлашҡан бастион башҡаларынан бәләкәйерәк була.

Археологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Луга ярында ҡәлғә диуарҙары ҡалдыҡтары

1909 йылда ҡәлғә территорияһында беренсе археологик тикшеренеүҙәр үтә. Шул саҡта көньяҡ-көнбайыш башня табыла, уның ҡалдыҡтары 1926 йылда Луга аша күпер төҙөгәндә тулыһынса юҡҡа сыға. 1950 йылдарҙа В В. Косточкин бойницалы башняның төҙөлөшө нигеҙендә XVI быут башында төҙөлгәнлеге тураһында һығымта яһай.

1971 йылда ҡәлғә территорияһында А.Н.Кирпичников етәкселегендә СССР Фәндәр академияһы Матди мәҙәниәт тарихы институты экспедицияһы тәүге масштаблы тикшеренеүҙәр үткәрә[9]. 960 м² майҙанда 9 ҡаҙыныу эштәре башҡарыла. Ҡаласыҡтың көнсығыш яғында XV быуат аҙағы — XVI быуат башына ҡараған төрлө күләмле диуарҙар табылған[9]. Нығытма эсендә һәм төньяҡ стена янында XV—XVI быуаттарҙа рус халҡына ҡараған күп кенә предметтар табылған. 1974 йылда археологик ҡаҙыныу йомғаҡтары буйынса «Ям Ҡәлғәһе» майҙансығы дәүләт һаҡлауы аҫтына алынған[19].

Табылған артефакттарҙың бер өлөшө Кингисепп яҡты өйрәнеү музейына тапшырыла[18].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Постановление Совета Министров РСФСР № 624 от 04.12.1974
  2. Кирпичников, 1984, Ямгород. Черты летописной истории, с. 180
  3. Косточкин, 1964, с. 104
  4. 4,0 4,1 4,2 Ефимов, 1972
  5. Косточкин, 1964, с. 105
  6. Кирпичников, 1984, Ямгород. Черты летописной истории, с. 183
  7. Косточкин, 1964, с. 106—107
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 Косточкин, 1964
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 9,5 9,6 9,7 Кирпичников, 1984
  10. Крепости Северо-Запада России, 2012
  11. Аристов, 2009, Бастионная крепость Петра Великого, с. 87—88
  12. Крепости Северо-Запада России, 2012, с. 122
  13. Аристов, 2009, Бастионная крепость Петра Великого, с. 88
  14. Кирпичников, 1984, Ямгород. Крепостные сооружения, с. 191—192
  15. Аристов, 2009, Бастионная крепость Петра Великого, с. 90
  16. 16,0 16,1 Скрипинская, 2014
  17. 17,0 17,1 17,2 Парк «Летний сад». Oblast47.ru. Дата обращения: 13 декабрь 2019. 2019 йыл 13 декабрь архивланған.
  18. 18,0 18,1 Кингисеппский историко-краеведческий музей. Кингисепп 1. Дата обращения: 25 ноябрь 2019.
  19. 19,0 19,1 Совмин РСФСР. О дополнении и частичном изменении постановления Совета Министров РСФСР от 30 августа 1960 г. N 1327 «О дальнейшем улучшении дела охраны памятников культуры в РСФСР» (с изменениями на 10 июля 2001 года), Постановление от 4 декабря 1974 года №624. docs.cntd.ru. Дата обращения: 25 ноябрь 2019.
  20. Вы видели обновленный пруд в Летнем? // Восточный берег. — 2019.
  21. Трубачёва Е. В Кингисеппе очистят пруд с помощью современных технологий, Gazeta.spb (27 июнь 2019). 13 декабрь 2019 тикшерелгән. 2019 йыл 13 декабрь архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Жулев П. Н. Очерк истории Кингисеппского уезда и города Кингисеппа (бывшего Яма — Ямбурга) / Отд-ние нар. образ. Кингиссеппск. уисполкома. — Кингисепп, 1924. — 40 с.
  • Косточкин В. В. Древние русские крепости. — М.: Наука, 1964. — 141 с. — 12 000 экз.
  • Ефимов А. С. Кингисепп : Ист.-краевед. очерк. — 2-е изд., перераб. и доп.. — Л.: Лениздат, 1972. — 144 с.
  • Кирпичников А. Н. Каменные крепости Новгородской земли / Отв. ред. П. А. Раппопорт. — Л.: Наука, Ленинградское отделение, 1984. — 275 с.
  • Аристов В. В. Страницы Яма-Ямбурга-Кингисеппа в истории России и Европы / В. В. Аристов. — СПб., 2009. — 239 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-99-01202-6-6.
  • Коллектив авторов. Крепость Ям // Крепости Северо-Запада России: от крепости к крепости. — Каламос, 2012.
  • Скрипинская Н. Ю. Бастионная система крепости Ямбург // Stratum Plus. Археология и культурная антропология. — 2014. — № 6. — ISSN 1608-9057.