Эстәлеккә күсергә

Янко Михаил Данилович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Янко Михаил Данилович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 31 октябрь 1912({{padleft:1912|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})
Тыуған урыны Туринск[d], Тубыл губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1 ноябрь 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (86 йәш)
Вафат булған урыны Ҡурған, Рәсәй
Һөнәр төрө тыуған яҡты өйрәнеүсе
Эш урыны Ҡурған дәүләт университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә педагогия фәндәре кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены

Янко Михаил Данилович (31 октябрь 1912 йыл — 1 ноябрь 1998 йыл) — Ҡурған педагогия институтының урыҫ һәм сит ил әҙәбиәте кафедраһы мөдире, педагогия фәндәре кандидаты, профессор, ғалим-әҙәбиәтсе, яҡты өйрәнеүсе, йәмәғәт эшмәкәре.

Михаил Данилович Янко 1912 йылдың 31 октябрендә Тобольск губернаһы Туринск өйәҙе Турин ҡалаһында тыуа. Хәҙерге ҡала Свердловск өлкәһе Турин ҡала округының административ үҙәге.

1930 йылда педагогик йүнәлешле ике баҫҡыслы туғыҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлай һәм Силәбе өлкәһенең Тәрәнкүл ауылында башланғыс мәктәп уҡытыусыһы була, артабан — Төньяҡ Осетин автономиялы өлкәһенең Орджоникидзе (хәҙерге Владикавказ) ҡалаһы уҡытыусыһы.

1933—1945 йылдарҙа — Ҡурған өлкәһе Ҡурған районының Введенск урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, һуңынан завуч һәм директор. Ситтән тороп Өфө педагогия институтын отличие менән тамамлай.

1945 йылда талантлы педагогты саҡырып Шадринск уҡытыусылар институтының әҙәбиәт кафедраһында саҡырала. Ул рус теле һәм әҙәбиәте факультеты деканы була.

1953 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[1] һәм ҡабаттан асылған Ҡурған педагогия институтына күсерелә, артабанғы яҙмышын ошо уҡыу йорто менән бәйләй. Сирек быуатҡа яҡын урыҫ һәм сит ил әҙәбиәте кафедраһы мөдире, факультет деканы була.

1950—1970 йылдарҙа Михаил Данилович мәктәптә әҙәбиәтте уҡытыу һәм тыуған яҡты әҙәби өйрәнеү методикаһы буйынса төп хеҙмәттәр яҙа.

Янко Ҡурған өлкәһе уҡытыусылары менән ҙур методик эш алып бара. Күп йылдар «Литература в школе» журналының әүҙем авторы, журнал редакцияһы ҡарамағындағы Ҡурған өлкәһе һәм Ҡурған ҡалаһының йәмәғәт редакция советы рәйесе була. Уны илдең Педагогия фәндәре академияһында, РСФСР мәктәптәренең ғилми-тикшеренеү институтында, «Просвещение» нәшриәтендә юғары баһалайҙар.

Михаил Данилович Ҡурған өлкәһендә тыуған яҡты әҙәби өйрәнеүгә нигеҙ һала. «Просвещение» нәшриәте сығарған «Мәктәптә тыуған яҡты әҙәби өйрәнеү» фундаменталь хеҙмәте өсөн 1965 йылда уға докторлыҡ диссертацияһын яҡламаһа ла, әҙәбиәт кафедраһы профессоры исеме бирелә[2].

Ҡурған өлкәһенең Ижтимағи-сәйәси документтар дәүләт архивында Д. М. Янконың 263 һаҡлау берәмеге иҫәпләнгән шәхси фонды бар[3].

Михаил Данилович Янко 1998 йылдың 1 ноябрендә вафат була.

  • Янко, М. Д. Из опыта работы по литературе заслуженной учительницы школы РСФСР Л.В. Крючковой. — Шадринск: Шадрин. тип., 1949. — 47 с. — 500 экз.
  • Янко, М. Д. Народная учительница. Из опыта учебно-воспитательной работы заслуж. учительницы школы РСФСР Е.А. Начапкиной. — Курган: «Кр. Курган», 1952. — 40 с. — 2000 экз.
  • Янко, М. Д. Педагогическая практика по литературе (Памятка для студентов). — Курган: «Красный Курган», 1952. — 44 с. — 500 экз.
  • Янко, М. Д. Домашняя самостоятельная работа учащихся VII класса по литературному чтению. — Курган: «Красный Курган», 1954. — 44 с. — 500 экз.
  • Янко, М. Д. Самостоятельная работа учащихся VII класса на уроках литературного чтения. — Курган: «Красный Курган», 1955. — 55 с. — 1500 экз.
  • Янко, М. Д. Внеклассные занятия литературным краеведением. — Курган, 1957. — 64 с. — 1500 экз.
  • Янко, М. Д. Литературное Зауралье. — Курган: газ. «Сов. Зауралье», 1960. — 187 с. — 6000 экз.
  • Янко, М. Д. Литературное краеведение в школе. — М.: «Просвещение», 1965. — 192 с. — 20 000 экз.
  • Янко, М. Д. Всегда в пути. Из опыта лит.-краевед. работы Каширин. сред. школы Курганской обл. — Курган, 1968. — 17 с. — 600 экз.
  • Янко, М. Д. Советские писатели Зауралья : Пособие к спецкурсу по литературе родного края. — Курган, 1973. — 172 с. — 1000 экз.
  • Янко, М. Д. Уроки внеклассного чтения на краеведческом материале (Метод. указания в помощь учителю рус. яз. и литературы). — Курган, 1973. — 36 с. — 2000 экз.
  • Янко, М. Д. Педагогическая практика по литературе. Пособие для студентов-заочников IV-V курсов фак. рус. яз. и литературы пед. ин-тов. — М.: «Просвещение», 1973. — 37 с. — 25 000 экз.
  • Янко, М. Д. Литературное краеведение в школе. — М.: «Просвещение», 1976. — 95 с. — 100 000 экз.
  • Быста реченька бежит: Заурал. частушки / Сост., вступит. статья и примеч. М.Д. Янко; Худож. М.И. Терещенко. — Челябинск: Юж-Урал. кн. изд-во, 1982. — 127 с. — 5000 экз.

Наградалары һәм премиялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Почет Билдәһе» ордены
  • «Фиҙакәр хеҙмәт өсөн. Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы» юбилей миҙалы, 1970 йыл
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы
  • «Юғары мәктәптең атҡаҙанған хеҙмәткәре» билдәһе
  • «РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы» билдәһе[4]
  • В. П. Бирюков исемендәге премия.
  • Мәғариф өлкәһе буйынса икенсе биш йыллыҡтың йыл ударнигы, 1936 йыл.
  • Маҡтау ҡағыҙҙары.
  • 2002 йылда А. К. Югов исемендәге Ҡурған өлкә универсаль китапханаһының мәғлүмәт-библиография бүлеге «Михаил Данилович Янко: Урал аръяғының ғалим-әҙәбиәт белгесе, педагог, крайҙы өйрәнеүсе, педагог, йәмәғәт эшмәкәре» библиографик белешмә эшләйю Уға ғалимдың 250 самаһы хеҙмәте һәм уның уның эшмәкәрлеге тураһында мәҡәләләр ингән[5].
  • «Район тарихына яҡташыбыҙҙың изге исеме» проекты барышында Кетов районының Введенск ауылы уитапханаһына крайҙы өйрәнеүсе һәм йәмәғәт эшмәкәре Михаил Данилович Янко исеме бирелә[6].
  1. Российская национальная библиотека, Санкт-Петербург
  2. Лица Зауралья - ЯНКО Михаил Данилович. old.persona.kurganobl.ru. Дата обращения: 8 декабрь 2019. 2019 йыл 9 декабрь архивланған.
  3. Сайт: Государственный архив общественно-политической документации Курганской области.
  4. Лица Зауралья - ЯНКО Михаил Данилович. old.persona.kurganobl.ru. Дата обращения: 8 декабрь 2019. 2019 йыл 9 декабрь архивланған.
  5. Янко Михаил Данилович. yugovalib.ru. Дата обращения: 8 декабрь 2019.
  6. Библиотеке - имя. gtrk-kurgan.ru. Дата обращения: 8 декабрь 2019. 2019 йыл 9 ноябрь архивланған.