Эстәлеккә күсергә

Яхъя Кемал Бейатлы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яхъя Кемал Бейатлы
төр. Yahya Kemal Beyatlı
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Ғосман империяһы
 Төркиә
Псевдоним Esrar
Тыуған көнө 2 декабрь 1884({{padleft:1884|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[3]
Тыуған урыны Скопье, Ғосман империяһы
Вафат булған көнө 1 ноябрь 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[3] (73 йәш) или 2 ноябрь 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[4] (73 йәш)
Вафат булған урыны Истанбул, Төркиә
Ерләнгән урыны Ашиян[d]
Ҡәбере һүрәте
Һөнәр төрө шағир, дипломат, яҙыусы, сәйәсмән
Эш урыны Истанбул университеты[d]
Биләгән вазифаһы Төркиә Бөйөк милләт мәжлесе ағзаһы[d] һәм илсе[d]
Уҡыу йорто Вефа лицейы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Республика халыҡ партияһы[d]
 Яхъя Кемал Бейатлы Викимилектә

Яхъя Кемал Бейатлы (төр. Yahya Kemal Beyatlı; тыуғанда исеме Әхмәт Агях; 2 декабрь 1884 йыл — 1 ноябрь 1958 йыл) — төрөк шағиры һәм яҙыусыһы, сәйәсмән һәм дипломат.

Ашиян зыяратында ҡәбере

Яхъя Кемал Әхмәт Агях булараҡ 1884 йылдың 2 декабрендә Ғосман империяһы Косово виләйәте (хәҙерге Македонияның) Скопье ҡалаһында тыуған. Агях Кемал, Есрар, Мәхмәт Агях һәм Сөләймән Сади псевдонимдары аҫтында яҙған. 1934 йылда Төркиәлә фамилиялар тураһында закон үҙ көсөнә ингәс, «Бейатлы» фамилияһын ала. Төрлө шәхси мәктәптәрҙә уҡыған.

Ғосман солтаны Ғабдулхәмит II хакимлығына ҡаршы булған төрлө хәрәкәттәрҙә ҡатнаша[5]. Арестан ҡотолор өсөн, 1903 йылда Парижға күсеп китә[6]. Юғары ижтимағи фәндәр мәктәбендә һәм Сорбоннала уҡыған. Сит илдә булған осорҙа башҡа төрөк интеллигенцияһы, сәйәсмәндәре һәм яҙыусылары менән осрашҡан.

Француз әҙәбиәте менән ҡыҙыҡһынған. Һуңыраҡ шағир булып китә, Башлыса ғәзәл жанрында ижад иткән[7]. Тигеҙ һәм таҙа шиғри юлдар яҙырға тырышып, диван шиғриәтен йәнләндереү ысулдарын эҙләгән. Яхъя Кемалдың шиғриәте төрөк музыкаһы йоғонтоһо аҫтында була. Шиғри телдең эске ритмын аңлатып, ул Tınnet һымаҡ музыкаль төшөнсәләрҙе файҙаланған, улар тауыш йәғни һүҙҙәрҙең музыкаль мәғәнәһен, шиғыр ритмын билдәләй.

1912 йылда Истанбулға ҡайтҡанда, Яхъя Кемал шағир булараҡ билдәле булған. 1913—1923 йылдарҙа Истанбул университетында уҡыта.

Төркиәнең Республика халыҡ партияһы ағзаһы булараҡ Шанлыурфа (1923—1926), Йозгат (1934), Текирдаг провинцияларынан һәм Истанбул ҡалаһынан (1943) Төркиәнең Бөйөк милләт мәжлесенең 2 һәм 3-7 саҡырылыш ағзаһы була.

1926—1929 йылдарҙа Польшала Төркиә илсеһе була. 1930—1932 йылдарҙа Португалияла Төркиә илсеһе була. 1947 йылда Пакистанда Төркиәнең беренсе илсеһе итеп тәғәйенләнә, һаулығы ҡаҡшағас, 1949 йылда туған яғына әйләнеп ҡайта[8].

1958 йылдың 1 ноябрендә Истанбулда вафат булған, Ашиян зыяратында ерләнгән.

  • Kendi Gök Kubbemiz (1961)
  • Eski Şiirin Rüzgârıyla (1962)
  • Rubailer ve Hayyam’ın Rubailerini Türkçe Söyleyiş (1963)
  • Edebiyata Dair
  • Aziz İstanbul (1964)
  • Eğil Dağlar
  • Tarih Musahabeleri
  • Siyasi Hikayeler
  • Siyasi ve Edebi Portreler
  • Çocukluğum, Gençliğim, Siyasi ve Edebi Hatıralarım
  • Mektuplar-Makaleler
  • Bitmemiş Şiirler
  • Pek Sevgili Beybabacığım Yahya Kemal’den Babasına Kartpostallar, YKY, İstanbul, 1998.
  • Gemi Elli Yıldır Sessiz: Özel Mektupları ve Yazışmalarıyla Ölümünün 50. Yılında Yahya Kemal
  1. Record #73903012, Record #289880049 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 Yahya Kemal Beyatlı // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  4. Library of Congress Authorities (ингл.)Library of Congress.
  5. Meral Tozluyurt: Yahya Kemal Beyatlı’nın Siyasi Portresi, Masterarbeit, Gazi Üniversitesi Sosyal Bilimler Enstitüsü, Ankara 2007.
  6. Ahmet Hamdi Tanpınar: Yahya Kemal, S. 72, ISBN 975-7462-79-9.
  7. Беятлы Яхья Кемаль // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  8. Bağcıoğlu, Fatih Muhalif Bir Yalnız Adam Yahya Kemal Beyatlı- 2 (билдәһеҙ). Sızıntı (март 2009). Дата обращения: 19 июль 2013. 2013 йыл 30 май архивланған.
  • Яхья Кемаль Бейатлы // Элоквенция — Яя. — М. : Советская энциклопедия, 1957. — С. 671. — (Большая советская энциклопедия : [в 51 т.]; vol. 1949—1958, вып. 49).
  • Алькаева Л. О., Очерки по истории турецкой литературы 1908‒1939 гг. М., 1959.
  • Основные произведения иностранной художественной литературы. Азия. Африка. СПб, Азбука, М., Терра, 1997.