Эстәлеккә күсергә

Яшнев Василий Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яшнев Василий Иванович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 31 декабрь 1879({{padleft:1879|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})
Тыуған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 20 февраль 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (82 йәш)
Вафат булған урыны Псков, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Мироносицкое кладбище[d]
Һөнәр төрө композитор
Уҡыу йорто Санкт-Петербург консерваторияһы

Яшнев Василий Иванович (31 декабрь 1879 йыл, Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы20 февраль 1962 йыл, Псков, СССР) — СССР һәм Рәсәй музыканты, гитарасы, музыкаль педагог, композитор.

Санкт-Петербургҡа Әстерхан губернаһынан эшкә килгән крәҫтиән улы. Бала саҡтан уҡ музыка менән ҡыҙыҡһына, мандолинаны һәм гитараны үҙаллы үҙләштерә, аҙаҡ фортепианоны ла үҙләштерә, йырҙар ижад итә. 1899 йылда Педагогия институты янындағы музыка курстарына уҡырға инә. Композиция теорияһы фәненән уҡытыусы профессор Соколов Николай Александрович кәңәше буйынса Петербург консерваторияһына уҡырға инә. Балтик тимер юлы идаралығында хисапсы хеҙмәтен алып бара һәм шул уҡ ваҡытта консерваторияла уҡый. 1900 йылдан алып бер нисә тиҫтә йыр һәм романс ижад итә, улар Петербург һәм Мәскәү нәшриәттәрендә баҫыла, шулай уҡ концерттарҙа башҡарыла. 1913 йылда консерваторияны «тарихсы-теоретик музыкант» һөнәрен алып тамамлай, тимер юлы идаралығындағы эшен ташлай һәм үҙен музыка ижадына тулыһынса бағышлай.

Консерваторияһын тамамлағандан һуң «Тяжелые времена» һәм «Урок пения» операларын, «От пяти до семи вечера» симфоник поэмаһын, «Драматическая увертюра» әҫәрен һәм бер нисә пьеса яҙа. 1916 йылдан алып хәрби-уҡыу йорттарының педагогия музейының музыка курстарында сольфеджио теорияһын һәм гармониянан уҡыта . Шул уҡ ваҡытта Музыкаль-тарихи йәмғиәтендә лекциялар менән сығыш яһай. Революциянан һуңғы тәүге йылдарҙа төрлө уҡыу йорттарында уҡытыу эшмәкәрлеген дауам итә. 1920 йылдарҙа Һамар ҡалаһына күсә, унда урындағы университетта музыкаль курстар алып барыла. 1922 йылда Петроградҡа ҡайта һәм Академия капеллаһында эшләй башлай. 1925 йылда Б. В.. Асафьев һәм Ю. А. Шапорин менән бергә «Тритон» музыкаль нәшриәтен нигеҙләй, 1936 йылға тиклем бында ноталар һәм музыка белеме буйынса китаптар, шул иҫәптән Яшнетың мандолинала уйнарға үҙаллы өйрәнеү китабы ла нәшер ителә.

Күп тапҡырҙар осрашҡан испан гитарасыһы Андрес Сеговия йоғонтоһонда 1920—1930 йылдарҙа алты ҡыллы гитара менән етди шөғөлләнә башлай. П. И. Исаковтан гитарала уйнау дәрестәрен ала һәм Исаков курстарында гитарасыларға музыка теорияһынан уҡыта. 1930 йылда Өсөнсө Ленинград музыкаль техникумында (һуңынан Ленинград консерваторияһы эргәһендәге музыка училищеһы тип үҙгәртелә) һәм Пионерҙар һарайында гитара курсынан уҡыта. Уның уҡыусылары Бөтә союз һәм халыҡ-ара конкурс лауреаттары була, улар араһында Б. А. Павлов, Е. Н. Рябоконь-Успенская, Л. Ф. Андронов, Л. Г. Седлецкая бар. 1930-сы йылдарҙа балалар музыка мәктәбе уҡыусылары өсөн ике пьесалар йыйынтығын баҫтыра. Шулай уҡ ижади уҡыу-методик әсбаптар: «Сборник учебно-художественных ма­териалов для шестиструнной гитары» (1932 год), «Тридцать пьес для шестиструнной гитары» (последнее издание в 1959 году), «Первые шаги гитариста: школа-самоучитель игры на шестиструнной гитаре» (6-е издание в 1982 году) — баҫтырып сығара.

Яшневтың музыкаль эшмәкәрлеге Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында туҡталып тора. 1942 йылда Ҡурған өлкәһенең Исетск ҡалаһына эвакуациялана. Уның Ленинградтағы йортон бомбаемерә, шуға күрә Яшнев 1945 йылда Псков ҡалаһына күсә, бындағы музыка мәктәбендә һәм педагогия училищеһында уҡыта. 1950-се йылдарҙа Псков сәхнәләрендә Н. А. Римский-Корсаков, П. И. Чайковский һәм С. Рахманинов операларын уҡыусылары, ҡала предприятиелары хеҙмәткәрҙәре һәм эшселәр, колхозсылар һәм уҡыусылар көсө менән ҡуя. Бынан тыш, композитор эшмәкәрлеген дауам итә, «Испанский священник» һәм «Дерзость» спектаклдәре өсөн музыка яҙа.

1962 йылдың 20 февралендә Псков ҡалаһында вафат була. Ҡаланың Мироносицкий зыяратында ерләнә.

1975 йылда Псковтағы Плехановский посад, 15 адресы буйынса Яшнев йәшәгән йорт «РСФСР-ҙың тарихы һәм мәҙәниәте ҡомартҡыһы материалдары йыйынтығы: Псков өлкәһе» китабына индерелә. Һуңынан был йорттоң ҡыйығы емерелә. Яшнев тураһындағы мәҡәләләр «Псков энциклопедияһына » (2003) һәм «Псков биографик һүҙлегенә» (2002) индерелә. 2007 һәм 2012 йылдарҙа Н. А. Римский-Корсаков исемендәге Псков өлкә сәнғәт колледжынеда Яшнев хәтеренә «Ретроспектива и перспективы гитары» тигән ике Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтә.