Яҡупов Фәрүәт Абдулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Яҡупов Фәрвәт Абдулла улы битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Яҡупов Фәрүәт Абдулла улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 20 март 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Ғафури районы
Вафат булған көнө 1 декабрь 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (50 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Мәскәү өлкәһе, Видное[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Шәхси батырлыҡ өсөн» ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы Батырлыҡ ордены Рәсәй Федерацияһы Геройы

Яҡупов Фәрүәт Абдулла улы (20 март 1958 йыл — 1 декабрь 2008 йыл) — Мәскәү өлкәһе Эске эштәр баш идаралығы тиҙ хәрәкәт итеүсе махсус отрядының (СОБР) мөһим эштәр буйынса өлкән оперуполномоченныйы, отставкалағы милиция подполковнигы, Рәсәй Федерацияһы Геройы (1995).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәрүәт Абдулла улы Яҡупов 1958 йылдың 20 мартында Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Бурлы ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлай[1].

1983 йылдың октябренән 1985 йылдың декабренә тиклем прапорщик Фәрвәт Яҡупов СССР Ҡораллы Көстәрендә Афғанстан Демократик Республикаһындағы совет ғәскәрҙәренең сикләнгән контингенты составында хеҙмәт итә.

1991 йылдың 4 сентябренән алып — эске эштәр органдарында хеҙмәт итә: милиционер, Мәскәү өлкәһе Эске эштәр баш идаралығы айырым тәғәйенләнеш милиция отрядының отделение командиры. 1993 йылдың ғинуарынан — Мәскәү яны тиҙ хәрәкәт итеүсе махсус отрядта оперуполномоченный вазифаһында, ә шул уҡ йылдың ноябренән — айырыуса мөһим эштәр буйынса өлкән оперуполномоченный. Күп тапҡырҙар Төньяҡ Кавказға эш буйынса командировкаларға сыға. Хәрби операцияларҙа ҡатнаша, шуларҙың береһе ваҡытында, 1995 йылдың ғинуар аҙағында, ҡамауға эләккән төркөмдөң китеүен ҡаплап, ауыр яралана.

Рәсәй Федерацияһы Президентының 1995 йылдың 25 авгусындағы указы менән, Төньяҡ-Кавказ төбәгендә ғүмере өсөн хәүеф менән бәйле шарттарыҙа хеҙмәт бурысын үтәгән ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн, милиция өлкән лейтенанты Яҡупов Фәрвәт Абдулла улына «Рәсәй Федерацияһы Геройы» исеме бирелә һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла.

Ҡыйыу милиция офицеры Рәсәй эске эштәр министрлығы органдарында — ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәш буйынса Мәскәү яны Төбәк идаралығының оператив-тактик әҙерлек үҙәгендә хеҙмәтен дауам итә. 2003 йылдан отставкала.

Мәскәү өлкәһенең Видное ҡалаһында йәшәй. Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте академияһын тамамлай.

Рәсәй Геройы, отставкалағы милиция подполковнигы Яҡупов Фәрвәт Абдулла улы 2008 йылдың 1 декабрендә Видное ҡалаһында оҙайлы ҡаты ауырыуҙан һуң 51-се йәшендә вафат була. 2008 йылдың 3 декабрендә ул Башҡортостанда, Ғафури районының Бурлы ауылында, хәрби хөрмәт менән ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рәсәй Федерацияһы Геройы
  • Батырлыҡ ордены
  • «Шәхси батырлыҡ өсөн» ордены
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы
  • «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы
  • «Алтын Йондоҙ» миҙалы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Якупов Фарват Абдуллович. Герои страны. Тәүге сығанаҡтан архивланған 1 май 2012. 4 июля 2010 тикшерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]