Байбурин Ғабдулла Ғиндулла улы
Ғабдулла Байбурин | |||||
Исеме: |
Байбурин Ғабдулла Ғиндулла улы | ||||
---|---|---|---|---|---|
Тыуған көнө: | |||||
Тыуған урыны: |
Башҡорт АССР-ы Өфө кантоны[1] Сафар ауылы | ||||
Вафат булған көнө: | |||||
Вафат булған урыны: |
Өфө ҡалаһы | ||||
Гражданлығы: | |||||
Жанр: |
Проза, публицистика, драматургия | ||||
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |||||
Дебют: |
«Яҙғы күкрәү» (1959) | ||||
Наградалары: |
| ||||
Ғабдулла Байбурин (1 март 1925 йыл — 19 апрель 1994 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе. 1963 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985). I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985) кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғабдулла Ғиндулла улы Байбурин 1925 йылдың 1 мартында Башҡорт АССР-ының Шишмә районы Сафар ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1942 йылда урта мәктәпте тамамлай.
- 1943—1918 йылдарҙа Ҡыҙыл Армияһы сафында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, Венгрияны немец фашистарынан азат иткән саҡта яралана. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[2], «Батырлыҡ өсөн» (16.05.1945)[3], «Венаны алған өсөн» һәм башҡа күп кенә миҙалдар менән наградлана.
- 1948—1952 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында укый.
- 1952—1954 йылдарҙа Октябрьский ҡалаһында урта мәктәптә уҡыта.
- 1954 йылда «Пионер» журналы редакцияһына бүлек мөдире итеп эшкә саҡырыла.
- 1958—1975 йылдарҙа Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә мөхәррир, художестволы әҙәбиәт бүлеге мөдире, баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй, һуңғы йылдарҙа «Ағиҙел» журналында проза бүлеге мөхәррире вазифаһын атҡара.
- 1967—1969 йылдарҙа Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙа уҡый.
Әҙәби ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғабдулла Байбурин урта мәктәптә уҡыған сағында уҡ әҙәбиәт менән ныҡ ҡыҙыҡһына. Хәҙерге көнгә уның 30-ға яҡын китабы нәшер ителгән. Айырым хикәйәләре монгол, украин, азербайжан, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, татар, сыуаш, марый, саха телдәрендә баҫылды. «Иртәгә бабай» исемле әкиәт-поэмэһы буйынса Мәскәүҙә диафильм сығарыла. Әҙәбиәт һәм матбуғат өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн «РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме бирелә. 1973 йылда ул Будапештта тәржемәселәрҙең халыҡ-ара конференцияһында ҡатнаша.
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Яҙғы күкрәү. Поэма һәм шиғырҙар. Өфө, 1959, 128 бит.
- Ландыш сәскәһе. Хикәйәләр. Өфө, 1968, 168 бит.
- Бер имән бар…Драма. Өфө, 1973, 64 бит.
- Зәңгәр юлдар. Комедия, Өфө, 1979, 55 бит («Биш пьеса» исемле йыйынтыҡта)
- Ҡояш һәм кеше. Повесть, хикәйәләр, иҫтәлектәр. Өфө, 1985, 424 бит.
- Киске моңдар. Шиғырҙар. Өфө, 1988, 64 бит.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1945)
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985)
- Башҡорт АССР-ы Юғары Советының Почёт грамотаһы
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһы Шишмә районы
- ↑ Бүләкләнеүсенең учёт карточкаһынан мәғлүмәт «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ 4,0 4,1 Башҡорт энциклопедияһы — БАЙБУРИН Ғабдулла Ғиндулла улы (Тикшерелеү көнө: 25 февраль 2021)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
- Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Байбурин Ғабдулла Ғиндулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 25 февраль 2021)
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Шишмә районында тыуғандар
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 1 мартта тыуғандар
- 1925 йылда тыуғандар
- 19 апрелдә вафат булғандар
- 1994 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Венаны алған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Башҡорт яҙыусылары
- Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары
- СССР Яҙыусылар союзы ағзалары
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҙыусылар
- «Китап» нәшриәте хеҙмәткәрҙәре
- «Ағиҙел» журналы хеҙмәткәрҙәре
- Башҡорт теленә тәржемә итеүселәр
- КПСС ағзалары
- Башҡорт балалар яҙыусылары