Ғайсин Шәрәфетдин Ғиматдин улы
| Ғайсин Шәрәфетдин Ғиматдин улы | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 1904 |
| Тыуған урыны | Бикмырҙа, Байгилде ауыл Советы, Нуриман районы |
| Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Ғайсин Шәрәфетдин Ғиматдин улы (1904 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. 275-се кавалерия полкы командиры урынбаҫары, 1944 йылдың майынан- полк командиры. Майор. Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1944)[1]
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1904 йылда Нуриман районы Бикмырҙа ауылында тыуған. 1939 йылда Өфө хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. Хәрби учет документтарында 1940 йылдың 1 декабренән хәрби хеҙмәттә тиелгән. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 27-се кавалерия полкы командиры урынбаҫары булып хеҙмәт итә[2] (Икенсе Тербуны ҡасабаһында), полковник Таһир Тайып улы Күсимов 1944 йылдың майында Мәскәүгә академияға уҡырға киткәндән һуң, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы командиры. Фронтта күрһәткән батырлығы өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән (1944, декабрь).
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1944)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шаймуратовцы. ГАЙСИН Шарафутдин Гиматдинович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 июль 2021)
- Память народа. Гайсин Шарафутдин Гиматдинович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 июль 2021)
Орденоносцы Байгильдинского сельсовета 2021 йыл 9 июнь архивланған.