Эстәлеккә күсергә

Ғанди Ҡуйһыуы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғанди Ҡуйһыуы
Рәсем
Ҡайҙа ҡоя Һыулаҡ
Ҡушылдыҡ Ансалта (йылға), Гадари-кал, Гакко, Метлюта, Пирикити Алазане, Кила, Тлярота, Тушетия Алазане, Унса-тлен, Хуштада, Тлюнуха, Рухут-ляр, Энжерук, Саситлигая[d] һәм Хварши[d]
Һыу сығымы 69,6 м³/с
Бассейн майҙаны 4810 км²
Донъя ҡитғаһы Азия
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Дағстан һәм Кахетия[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 408 метр
Оҙонлоҡ 144 km
Бассейн категорияһы Категория:Бассейн Андийского Койсу[d]
Карта
 Ғанди Ҡуйһыуы Викимилектә

Ғанди Ҡуйһыуы (груз. ანდის ყოისუ, авар. Гӏанди гӏор; рус. Андийское Койсу) — Грузия (Кахетия) һәм Рәсәй (Дағстан) йылғаһы, Һыулаҡтың һул өлөшө . Оҙонлоғо-144 км.

Ҡуйһыу атамаһы төрки (ҡумыҡ) «куой сув» — ҡуй һыуы һүҙҙәренән алынған[1].

XX быуат уртаһына тиклем « Къойсу» исемен Һыулаҡ йылғаһы йөрөтә.

Ғандиҙар[2] (үҙатамалары къӏваннал, авар. гӏандисел/ʕandisel/ɢʷanːal[3][4]) йәшәгән төбәктәге йылға булараҡ ҡушып атала.

Һыулаҡ бассейны

Ғанди Ҡуйһыуы йылғаһы (Һыулаҡ йылғаһының һул өлөшө) таулы Пирикити Алазане һәм Тушетия Алазане йылғалары ҡушылған урында барлыҡҡа килә. Был йылғалар таулы Тушетияла (Грузия) башлана. Ул Чирката ауылынан 6 саҡрым көнсығыштараҡ Авар Ҡуйһыуы йылғаһы менән тоташа һәм Һыулаҡ йылғаһын барлыҡҡа килтерә.

Ғанди Ҡуйһыуы йылғаһы бассейнында дөйөм оҙонлоғо 4020 км булған 874 йылға бар. Йылғаларҙың күпселегенең (828) оҙонлоғо 10 км-ҙан кәмерәк[5]..

Йылғаның һыу хужалығы әһәмиәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йылға һыу хужалығы өсөн мөһим әһәмиәткә эйә. Ул эргә-тирәләге ауылдарҙы һәм баҫыуҙарҙы һыу менән тәьмин итеү һәм һуғарыу өсөн ҡулланыла. Ҙур гидроэнергетик потенциалға эйә. Йылғала 8 гидроэлектростанция — Тантар, Игали, Инхой, Ортокалин, Муни, Ботлих, Цумадин һәм Агвалин гидроэлектростанциялары проекттары төҙөлә.

  1. Кумыкско-русский словарь (Къумукъча-орусча сёзлюк), Бамматов Б. Г., Гаджиахмедов Н. Э. 2013 г.
  2. Андийцы / М. Л. Агларов, Г. А. Сергеева // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
  3. Коряков Ю. Б. Атлас кавказских языков. — М.: Пилигрим, 2006. — С. 29. — 76 с.
  4. Алексеев М. Е. Андийский язык // Языки мира. Кавказские языки. — М.: Academia, 1999. — С. 220—228.
  5. Андийское Койсу. Вода России. Научно-популярная энциклопедия. Дата обращения: 16 июль 2020. Архивировано 17 июль 2020 года.