Авар Ҡуйһыуы
Авар Ҡуйһыуы | |
---|---|
авар. Авар гӏор | |
Авар Ҡуйһыуы Һәм Ғәнди Ҡуйһыуы ҡушылған урын | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 178 км |
Һыу сығымы | 95 м³/с (село Майданское) |
Һыу ағымы | |
Инеше | |
· Урынлашыуы | г. Гутон (Главный Кавказский хребет), Тляратинский район Дагестана |
· Бейеклеге | 2740 м |
· Координаталар | 41°52′10″ с. ш. 46°45′25″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Һыулаҡ |
· Урынлашыуы | Ғәнди Ҡуйһыуы ҡушылған урын |
· Бейеклеге | 300 м |
· Координаталар | 42°47′27″ с. ш. 46°47′46″ в. д.HGЯO |
Йылға ауышлығы | 13,7 м/км |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Һыулаҡ → Каспий диңгеҙе |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Дағстан |
РДҺР | 07030000112109300000728 |
— инеше, — тамағы | |
Авар Ҡуйһыуы Викимилектә |
Авар Ҡуйһыуы (үрге ағымында — Джурмут; рус. Аварское Койсу) — Дағстандағы йылға, Һыулаҡ йылғаһының уң ҡушылдығы. Йылға оҙонлоғо-178 км.
Топонимияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡуйһыу атамаһы төрки (ҡумыҡ) «куой сув» — ҡуй һыуы" һүҙҙәренән алынған[1]. П. П. Семенов-Тян-Шанский был исемде ҡуй-һарыҡ кисеп сыға алған йылғаларға биргәндәр, тип иҫәпләгән. Авар тигән өлөшө йылға аварҙар йәшәгән территорияла урынлашҡан тигәнде аңлата. XX быуат уртаһына тиклем Ҡуйһыу («Къойсу») исемен Һыулаҡ йылғаһы йөрөтә.
Ҡушылдыҡтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бассейндағы йылғаларҙың дөйөм һаны 1440-ҡа етә, шуларҙың 52 йылғаның оҙонлоғо 10 километрҙан ашыу. Төп ҡушылдыҡтары булып Цемар-ор, Хзан-ор, Рутлух, Тимер, Тобот, Ҡара Ҡуйһыу, Гичину йылғалары тора.
Йылғаны өйрәнеү һәм һыу хужалығы әһәмиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йылға һыу хужалығы өсөн мөһим әһәмиәткә эйә. Ул эргә-тирәләге ауылдарҙы һәм баҫыуҙарҙы һыу менән тәьмин итеү һәм һуғарыу өсөн ҡулланыла. Ҙур гидроэнергетик потенциалға эйә. Йылғала Ирғанай ГЭС-ы эшләй, Гоцатлы ГЭС-ы төҙөлә. Бынан тыш, Голотло, Совет, Авар һәм Магар ГЭС-тарын төҙөү планлаштырылған булған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Кумыкско-русский словарь (Къумукъча-орусча сёзлюк), Бамматов Б. Г., Гаджиахмедов Н. Э. 2013 г.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Койсу // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Аварское Койсу — Водные маршруты . www.skitalets.ru. Дата обращения: 17 ғинуар 2020. 2019 йыл 7 апрель архивланған.
Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ