Ғизәтуллин Хәмит Нурислам улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ғизәтуллин Хәмит Нурислам улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 10 февраль 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (87 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Йылайыр районы
Һөнәр төрө иҡтисадсы
Эш биреүсе Өфө дәүләт авиация техник университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә иҡтисад фәндәре докторы[d]

Ғизәтуллин Хәмит Нурислам улы (10 февраль 1932 йыл, Суйынсы-Супан ауылы, Йылайыр районы, Башҡорт АССР-ы, СССР) — совет һәм Рәсәй иҡтисадсыһы, металлургия процестарын иҡтисади-математик моделләү теорияһы һәм практикаһы өлкәһе белгесе, 1991 йылдың 7 декабренән Рәсәй Фәндәр академияһының йәмәғәт һәм гуманитар фәндәр секцияһы буйынса (төбәк иҡтисады) мөхбир ағзаһы. Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге президиумы рәйесе урынбаҫары, Рәсәй Фәндәр академияһы кәңәшсеһе.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1952 йылда Баймаҡ тау-металлургия техникумын тамамлай. 1952—1956 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә.

Башҡорт дәүләт университетының физика-математика факультетын тамамлай (1963), 1968 йылға тиклем уҡыу МИАН-дың Свердловск бүлексәһендә аспирантурала уҡый. Иҡтисад фәндәре докторы (1979), профессор (1982). СССР Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Математика һәм механика институтында (1963—1979) һәм иҡтисад институтында (1979—1985) эшләй. 1985 йылдан — СССР Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенең Башҡортостан ғилми үҙәгенең Иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлеге мөдире, 1987 йылдан — Башҡортостан ғилми үҙәге президиумы рәйесе урынбаҫары. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Иҡтисад һәм социология институты директоры (1992—1997).

Әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһында йәшәй, төп ғилми хеҙмәткәр, Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенең Иҡтисад институты баш ғилми хеҙмәткәре, Өфө дәүләт авиация техник университеты иҡтисад факультетының һалымдар һәм йыйымдар кафедраһы профессоры. Өйләнгән. 3 балаһы бар.

Улы — Ғизәтуллин Тимур — «Матрица», «Мастер вин» һәм «Новое время» супермаркет селтәре хужаһы.

Төп эштәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Монографиялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Моделирование металлургического комплекса: региональный аспект. М.: Наука, 1988 (в соавт. с В. В. Добродеем)
  • Эффективность природоохранительной деятельности и моделирование рационального природопользования. Уфа, 1988;
  • Концепция охраны окружающей среды и рационального использования природных ресурсов РБ. Уфа: УНЦ РАН, 1993;
  • Структурные преобразования в экономике. Екатеринбург: ИЭ УрО РАН, 2000;
  • Проблемы управления сложными социально-экономическими системами. Екатеринбург: Экономика, 2005 (в соавт. с Д. А. Ризвановым),
  • Экономико-математический анализ классических моделей потребления. Уфа: УГАТУ, 2006;
  • Экономико-математические основы управления конкурентоспособностью регионов. М: Экономика, 2007 (в соавт. с И. З. Мустаевым).

Мәҡәләләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Некоторые математические модели развития горно-металлургического комплекса // Экономика и математические методы. 1969. № 6;
  • Об одной модели управления доменным процессом // Экономика и математические методы. 1971. № 1;
  • Замыкающие затраты на железорудные ресурсы // Экономика и математические методы. М., 1978;
  • Проблема выбора оптимальной структурной политики региона // Общество и экономика. 1994. № 7-8;
  • Концепция устойчивого развития: новая социально-экономическая парадигма // Общественные науки и современность. 1998. № 5 (в соавт. с В. А. Троицким)
  • Системный анализ эффективности трудового потенциала // Экономика региона. 2005. № 1;
  • Стратегические проблемы ценообразования // Экономическая теория. 2007. № 1.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]