Ғилманова Рәйхана Ғарифулла ҡыҙы
Ғилманова Рәйхана Ғарифулла ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 25 ғинуар 1954 (70 йәш) |
Тыуған урыны | Өсбүләк, Дедов ауыл Советы (Фёдоровка районы), Федоровка районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | журналист |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ғилманова Рәйхана Ғарифулла ҡыҙы (рус. Гильманова Райхана Гарифулловна; 25 ғинуар 1954 йыл) — журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2001), Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы, бер нисә киң мәғлүмәт сараһы мөхәррире. 1987—1993 йылдарҙа Башҡортостанда экологик йәмәғәт ойошмаһында һәм протест хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашыусы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәйхана Ғарифулла ҡыҙы Ғилманова (ҡыҙ фамилияһы Мәсәғүтова) 1954 йылдың 25 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Федоровка районының Өсбүләк ауылында тыуа.
1971 йылда Бала-Сытырман урта мәктәбен тамамлай.
1975 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлай.
1975—1977 йылдарҙа — Федоровка районының «Еңеүгә» гәзитендә (2007 йылдан — «Ашкаҙар таңдары») бүлек мөдире.
1979 йылда — ВЛКСМ Үҙәк комитетының Юғары комсомол мәктәбенең (хәҙер — Мәскәү гуманитар университеты) журналистика бүлеген тамамлай.
1979—1985 йылдарҙа — Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының рус теле кафедраһы ассистенты.
Хеҙмәт юлы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1985—1991 йылдарҙа — «Вечерняя Уфа» гәзите хәбәрсеһе. Август путчы көндәрендә (1991 йылдың 18-21 авгусы) һәм унан һуң бер аҙна Рәйхана Гильманова «Волга — Урал» гәзите базаһында «В последний час» тигән гәзит баҫтырып сығара.[1] Гәзитте активистар төркөмө ҡала буйлап тарата. 1991 йылда Рәйхана Ғилманова "Уфимская воскресная газета"ны (1992 — йылдан «Воскресная газета») ойоштора һәм уның баш мөхәррире урынбаҫары була. Гәзит тиражы беренсе йылдарҙа 100000 дананан артып китә[2].
1994 йылда Өфө мэры М. А. Зайцев саҡырыуы буйынса ҡала хакимиәтенең матбуғат үҙәге етәксеһе була. Был вазифаһында ул быға тиклем бер өлөшө коммерция милегенә күскән Өфө сәнғәт галереяһы бинаһының төп өлөшөн һаҡлап алып ҡала[3]. 1995 йылда ҡабат "Воскресная газета"ның баш мөхәррир урынбаҫары булып ҡайта.
2002 йылда ул Рәсәйҙең әйҙәүсе журналистары өсөн Халыҡ-ара журналистикаға үҙәге ICFJ (Журналистарҙың халыҡ-ара үҙәге) ойошторған «Яңы офоҡтар: медиа менеджерҙар уңыш өсөн асҡыстары» («Новые горизонты: ключи к успеху для медиаменеджеров») семинарында уҡый, үҙ проектын яҡлап, халыҡ-ара сертификатҡа эйә була. 2000 йылдарҙа «Воскресная газета» Башҡортостанда берҙән-бер бойондороҡһоҙ гәзит була. 2006 йылда редакцияның бер өлөшө гәзитте ООО «Альтернативное подписное агентство по РБ»ға һатырға ҡарар иткәс, быға риза булмаған журналистар, шул иҫәптән Рәйхана Ғилманова, эштән китә. 2008 йылда «Воскресная газета» сығыуҙан туҡтай.[4]
2006—2007 йылдарҙа- «Охрана труда и промышленная безопасность» республика гәзитенең баш мөхәррире.
2007—2012 йылдарҙа — «Уфимская неделя» гәзитенең мөхәррире[5].
2013 йылда — «Наша Версия» гәзитенең төбәк ҡушымтаһы баш мөхәррире.
Был осорҙа гәзит эсәр һыу сығанағының санитар һаҡлау зонаһында ағас эшкәртеү заводы төҙөлөшөнә ҡаршы тороусы «Антикроношпан» йәмәғәт ойошмаһы хәрәкәтенә әүҙем ярҙам күрһәтә[6][7][8][9]. Башҡортостандың шихандарын яҡлап материалдар баҫтыра[10]. Гәзит республиканың киҫкен экологик проблемаларын актив тикшерә һәм аса[11][12][13]. Етемдәргә, инвалидтарға һәм һуғыш ветерандарына торлаҡ бүлеүҙәге хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса тикшереүҙәр ҙә алып бара[14][15][16].
2014 йылда — «Башмедиа» мәғлүмәт агентлығы мөхәррире.
Рәйхана Гильманова социаль һәм сәйәси, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф темаларын, мигранттар һәм мәжбүри күскенселәр проблемаларын яҡтырта. Ул гәзит уҡыусыларҙан чиновниктарҙың эшлекһеҙлеге, хеҙмәт закондарын, граждандарҙың хоҡуҡтарын боҙоу буйынса килгән мөрәжәғәттәре менән эшләй.
Ғилманова күренекле Рәсәй сәйәсмәндәре һәм популяр мәҙәниәт эшмәкәрҙәре менән осраша, әңгәмәләр эшләй. Уның геройҙары араһында Б. Н. Ельцин, А. М. Оболенский, Валерий Фокин, Алексей Козлов һәм башҡалар бар.
Журналист тикшереүҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәйхана Ғилманованың бер эш йүнәлеше — тикшеренеү журналистикаһы. Ул Өфөнөң Ленин районында социаль торлаҡ бүлеүҙә оло хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлай.[17][18]. Архитектура һәйкәлдәренең емерелеүенә килтергән эшмәкәрлекте аса. Уның «Дәүләт башҡа һаҡламай» («Государством больше не охраняется»)[19] мәҡәләһе һөҙөмтәләре буйынса тикшереү үткәрелә, факттар дөрөҫ тип табыла, ләкин республика прокуратураһы енәйәт эше ҡуҙғатмай.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәйхана Ғиоманова — Башҡортостандың экологик ҡаршылыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыусы. Төбәк-ара атомға ҡаршы хәрәкәттә ҡатнашып ҡына ҡалмай, уның эшмәкәрлеген дә яҡтырта. 1989 йылда Башҡортостан һайлаусылар һәм депутаттар ассоциацияһын (БАИТ) төҙөүселәрҙең береһе. Ассоциацияның уставы һәм программаһы авторҙарының береһе һәм БАИТ идараһы ағзаһы.[20] БАИТ барлыҡ кимәлдәге депутаттарҙың беренсе демократик һайлауҙарын ойоштороуҙа актив ҡатнаша. Ассоциация — Башҡортостандың йәмәғәт ойошмалары комитетын булдырыу инициаторҙарының береһе һәм уның коллектив ағзаһы. Яңы ойошторолған комитет 3-7 мең кешене йыйған бер нисә митинг үткәрә[21][22]. 1990 йылда «Уфахимпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ғәйебе арҡаһында Өфөнәң һыу менән тәьмин итеү системаһына ҙур күләмдә фенол эләккәс, Ижтимағи ойошмалар комитеты «Йәшел сылбыр» («Зеленая цепочка»)[23] кампанияһын ойоштора. Халыҡ баҫымы аҫтында техноген авария сығанағы консервациялана[24].
1995 йылда Рәйхана Ғилманова бер мандатлы 5-се һайлау округы буйынса РФ Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидат итеп күрһәтелә. 9 кандидат араһынан бизнесмен һәм милләтсел «Русь» йәмәғәт ойошмаһы берләшмәһе лидеры Александр Арининдан ғына ҡалыша[25][26] .
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Асыҡ йәмәғәт институты» (ингл. Open Society Institute, OSI) үткәргән мәҙәни мәсьәләләр тураһында яҙыусы журналистарҙың бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты (1997).
- «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре». (2001).
- Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Ҡасаҡтар буйынса Юғары Комиссары аппараты тарафынан ойошторолған «Бергә» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе (2002).
- «Алтын гонг» (рус. «Золотой Гонг») Бөтә Рәсәй журналистика конкурсы лауреаты (2002).
- «Көс ҡулланыуҙы туҡтатайыҡ» (рус. «Остановим насилие») Беренсе Бөтә Рәсәй милли конкурсы (ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата көс ҡулланыуға ҡаршы йүнәлтелгән) лауреаты (2003).
- «Медицинала йәш ғалим: ҡаҙаныштар һәм проблемалар» («Молодой ученый в медицине: достижения и проблемы») Беренсе Бөтә Рәсәй киң мәғлүмәт саралары конкурсы еңеүсеһе (2012)[27].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «В последний час» Ответственная — Райхана Гильманова. Номер отпечатан на базе малого предприятия «Волга-Урал». Подписан в свет в 12:30 27.08.1991. Тираж 10000 экз.
- ↑ «Распространяется во всех городах и районах Башкирии. Тираж 110 тыс. экз.» Воскресная газета. Уфа. Отпечатано в типографии издательства «Башкирия». Номер подписан в печать 13.12.1995.
- ↑ «Уроки бати Ялалетдина»//«Советская Башкирия — Известия Башкортостана», 24.11.1999
- ↑ Воскресная газета : еженедельник для семейного чтения
- ↑ Радио «Спутник» выбрало людей года-2009
- ↑ Рядом с нами поселился отравляющий сосед.// «Наша версия РБ», 29.07-04.08.2013
- ↑ Иллюзорная демократия Кроношпана.//«Наша версия РБ», 19-25.08.2013
- ↑ На войне все средства хороши?//«Наша версия РБ», 26.08.-01.09.2013
- ↑ Завод сгорел, да здравствует завод!//«Наша версия РБ», 02-08.09.2013
- ↑ «Торатау-2013»: борьба и творчество и творчество с любовью в душе.//«Наша версия РБ», 02-08.09.2013
- ↑ «Акриловое» противостояние в Уфе.//«Наша версия РБ», 20-26.05.2013
- ↑ Власть рубит не деревья, а сук, на котором сидит.//«Наша версия РБ», 29.04-05.05.2013
- ↑ Мертвые воды живых озер.//«Наша версия РБ», 03-09.09.2013
- ↑ «Дорогой» инвалид!//«Наша версия РБ», 29.04-05.05.2013
- ↑ Фронтовику не привыкать.//«Наша версия РБ», 01-07.04.2013
- ↑ На все четыре стороны. «Наша версия РБ», 08-14.04.2013
- ↑ Грустные мысли о бюрократическом механизме, пустующих квартирах и очередях на них.//«Вечерняя Уфа», 7 января 1989
- ↑ Попытка найти ответы на трудные и даже риторические вопросы.//«Вечерняя Уфа», 3 марта 1989
- ↑ Государством больше не охраняется/Наша Версия РБ.
- ↑ Прокушев, В. И. Варварин ключ: повествование о времени и о . Красноярск: Издательство «Буква», 2004. — 224 с.
- ↑ Проба на искренность.//«Вечерняя Уфа». 21.02.1990
- ↑ «Уфа — второй Чернобыль?» — этот лозунг вобрал в себя тревогу тысяч уфимцев, собравшихся 8 апреля на Советской площади.//«Вечерняя Уфа». 11.04.1990
- ↑ Перестройка в Башкирии: надежды и фиаско/ Ufa1.ru
- ↑ Шламонакопители будут гадить еще веками
- ↑ Щербаков А. С. Этнонациональное движение русского населения Башкортостана на рубеже ХХ-ХХI веков: основные этапы развития // Научные ведомости Белгородского государственного университета. Серия: История. Политология. 2012. № 7 (126). URL: https://cyberleninka.ru/article/n/etnonatsionalnoe-dvizhenie-russkogo-naseleniya-bashkortostana-na-rubezhe-hh-hhi-vekov-osnovnye-etapy-razvitiya (дата обращения: 17.04.2020).
- ↑ http://iskra-research.org/FI/SR/SR05.shtml
- ↑ Подведены итоги I Всероссийского Конкурса журналистских работ «Молодой учёный в медицине»