Эстәлеккә күсергә

Яруллин Ғималетдин Минһаж улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ғималетдин Минһаж улы Яруллин битенән йүнәлтелде)
Ғималетдин Яруллин
Исеме:

Яруллин
Ғималетдин Минһаж улы

Тыуған көнө:

19 сентябрь 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (67 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы[1] Ҡыйғы районы Иҙрис ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

журналистика, мөхәррир

Ижад йылдары:

1986

Йүнәлеше:

гәзит һәм журнал

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт, рус

Наградалары:

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2014)

Яруллин Ғималетдин Минһаж улы (19 сентябрь 1957 йыл) — журналистика ветераны. 2003—2017 йылдарҙа «Сельские узоры» республика аграр журналының директоры (баш мөхәррире). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2014)[2].

Ғималетдин Минһаж улы Яруллин 1957 йылдың 19 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Ҡыйғы районы Иҙрис ауылында тыуған. Һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, 1973—1977 йылдарҙа Мәсәғүт педагогия училищеһында уҡый. Башланғыс синыфтар уҡытыусыһы һөнәрен алғас, хеҙмәт эшмәкәрлеген Ҡариҙел районының Тигермән һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы булып башлай.

1977 йылда СССР Ҡораллы Көстәренә саҡырыла һәм 1979 йылда хәрби хеҙмәттән запасҡа ҡайтарылғандан һуң Ҡыйғы районы Аҫылғужа һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә ике йыл физкультура һәм хеҙмәт уҡытыусыһы булып эшләй.

1981 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә һәм уны 1986 йылда тамамлағас, артабанғы яҙмышын журналистика менән бәйләй. Башта республика башҡорт телендә нәшер ителгән сатир һәм юмор журналы "Һәнәк"тә бүлек мөхәррире була. Етерлек тәжрибә туплап алғандан һуң ул балалар һәм үҫмерҙәр гәзите "Йәншишмә"гә баш мөхәррир итеп тәҡдим ителә. Артабан Ғималетдин Яруллин «Йәшлек» гәзитен етәкләй. Аҙаҡтан йыл ярым дауамында Башҡортостан телевидениеһында эшләп ала. 2003 йылда «Сельские узоры» республика аграр журналының директоры (баш мөхәррире) итеп тәғәйенләнә[3] һәм 2017 йылдың октябренәсә ошо вазифала эшләй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2014)[2].