Ғүмәров Асман Ибраһим улы
Уҡыу көйләүҙәре
Ғүмәров Асман Ибраһим улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1903 |
Тыуған урыны | Баймаҡ районы, СССР |
Хәрби звание | Сержант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ғүмәров Асман Ибраһим улы (1903 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия сержанты[1][2][3].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғүмәров Асман Ибраһим улы 1903 йылда Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районында тыуған[1]. Ҡыҙыл Армияға Баймаҡ район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[1][2][3]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се гвардия кавалерия полкында 3-сө взвод командиры ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә[1].
1942 йылда һуғыш яланында күрһәткән батырлығы өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (батырлыҡ күрһәткән көндәре: 22.11.1942,25.11.1942) менән бүләкләнә[1][2]. «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) менән наградлау ҡағыҙында уның ҡаһарманлығы тураһында ошондай юлдар яҙылған:
3-сө ут взводы командиры ярҙамсыһы сержант Ғүмәров Асман Ибраһим улын, 1942 йылдың 22 ноябрендә һуғышта 45 мм орудиенан дошмандың пехотаһы менән 3 автомашинаһын яндырҙы. 1942 йылдың 25 ноябрендә утҡа тотоу ваҡытында һөжүмгә күскән дошманды утҡа тотто һәм шуның менән дошмандың пехотаһын тотҡарланы һәм дошмандың 70-кә яҡын һалдатын һәм офицерын юҡ итте[2]. |
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Шаймуратовцы. ГУМЕРОВ Асман Ибрагимович
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Память народа. Гумеров Асман Ибрагимович
- ↑ 3,0 3,1 Гумеров Асман 2021 йыл 9 июль архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Память народа. Гумеров Асман Ибрагимович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 июль 2021)
- Шаймуратовцы. ГУМЕРОВ Асман Ибрагимович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 июль 2021)
- Гумеров Асман 2021 йыл 9 июль архивланған.