Ғәлиев Сабир Ғәле улы
Ғәлиев Сабир Ғәле улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР РСФСР |
Тыуған көнө | 15 май 1931 |
Тыуған урыны |
Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР Үрге Нөгөш, Ғәлиәкбәр ауыл советы, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 30 ноябрь 2004 (73 йәш) |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ғәлиев Сабир Ғәле улы (15 май 1931 йыл — 30 ноябрь 2004 йыл) — сайырсы, «Почёт Билдәһе» ордены (1986) кавалеры
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәлиев Сабир Ғәле улы 1931 йыл 15 майында БАССР-ҙың Бөрйән районы Үрге Нөгөш ауылында тыуа. Ғәлиәкбәр һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлай. 1945 йылдан алып «Ҡыҙыл Байраҡ» промартеле эшсеһе. 1951 — 1954 йылдарҙа Совет Армияһында разведка ротаһы өлкән сержанты. 1955 йылда Архангельск өлкәһенең Архангельск ҡалаһында сайыр һыҙыу мастеры һәм бухгалтер һөнәренә уҡый. 1960 — 1963 йылдарҙа сайыр һыҙыу мастеры, сайырсы булып эшләй. Оҙаҡ йылдар ауыл Советы депутаты итеп һайлана. Тырыш хеҙмәте хөкүмәт тарафынан юғары баһалана. Күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙары бар, маҡтаулы исемдәргә эйә.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1955 йылда Ҡүҫәпова Рәшиҙә Абдрахман ҡыҙы менән ғаилә ҡороп, 8 бала тәрбиәләп үҫтерә. Балалары юғары һәм махсус урта белемгә эйә. Боронғо ата-бабаларының солоҡсолоҡ шөғөлөн дауам итә һәм улы Нәҙиргә тапшыра[1].
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хеҙмәт ветераны (1985)
«Почёт Билдәһе» ордены (1986),
«9-сы биш йыллыҡ ударнигы» (1975)
«10-сы биш йыллыҡ ударнигы» (1980)
«11-се биш йыллыҡ ударнигы» (1986)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Таң гәзите.17 ноябрь 2021 Йәшәүҙән йәм таба беләләр