Эстәлеккә күсергә

Ғәлимов Имам Ғәлим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәлимов Имам Ғәлим улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Совет Рәсәйе
Тыуған көнө 1908
Тыуған урыны Ҡашҡа, Асҡын районы, СССР
Вафат булған көнө 1965
Вафат булған урыны Ҡашҡа, Асҡын районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө тимерсе
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Ғәлимов Имам Ғәлим улы (1908 йыл — 1965 йыл) — 112-се Башҡорт атлы дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец, пулемётсы. Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры[1].

Ғәлимов Имам Ғәлим улы 1908 йылда Башҡорт АССР-ы Асҡын районы Ҡашҡа ауылында ябай эшсе ғаиләһендә ишле ғаиләлә тыуа. Башланғыс белем генә ала.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылдың декабрендә, Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 275-се полктың (4-се эскадрон) ҡыҙылармеец-пулемётсыһы дәрәжәһендә һуғыштың ахырына ҡәҙәр барлыҡ мөһим һуғыш операцияларында ҡатнаша. Фронтта фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә командованиеның хәрби бурыстарын өлгөлө башҡарғаны һәм ҡыйыулығы өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән буләкләнә. Генерал Г. А. Беловтың «Батырлыҡ һәм дан юлы» китабында былай тип яҙа:

« Траншеяларҙы ҡарап йөрөгәндә, мин 275-се полктан беренсе алышта уҡ батырлыҡ күрһәткән офицерҙар, пулеметсылар, яугирҙар менән осраштым. Башҡорт АССРы Асҡын районы Ҡашҡа ауылынан 35 йәшлек яугир Имам Ғәлимов Борки ауылы янында барған һуғыштарҙа дошмандың ауыр пулемёты беҙҙең эскадрон флангаһына ут асыуын күрә. Оҙаҡ уйлап тормайынса, ул окоптан шыуышып сыға, һиҙҙермәйенсә генә дошман пулемёты янына килә һәм уның расчётын юҡ итә, дошман атакаһын уңышлы кире ҡағыуҙы тәьмин итә. Ҡулбашы яралана, әммә ул пулемётынан китмәй. Был батырлығы өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. »

Үкенескә күрә, орден хужаһын үҙе үлгәндән һуң ғына таба. Күренекле башҡорт яҙыусыһы Әхтәм Ихсан «Саҡма тояҡ аттарҙа» китабында Имам Ғәлимовтың батырлығы һәм бүләкләнеүе тураһында яҙа. Атаһының наградаһы 1970 йылда ул ваҡытта Совет Армияһындә хеҙмәт иткән улы Баян Имам улына тапшырыла.

Матбуғатта уның тураһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡыйыу башҡорт яугиры тураһында 8-се кавалерия корпусының «Яуға, кавалеристар!» гәзитендә (№ 112,09.08.1942 йыл) Юлмөхәмәтовтың «70 фашисты тар-мар иткән пулемётсы Имам Ғәлимовҡа дан!» мәҡәләһе баҫыла.
«Красная Башкирия» гәзите лә уның тураһында яҙа: «Ғәлимов И.Ғ. 1942 йылдың 5, 6, 9 июлендә Курск өлкәһе Озерки, Борки ауылдары янында үҙен батыр яугир булараҡ күрһәтә. 70 кә яҡын немец һалдатын шәхсән үҙе юҡ итә. Дошмандың ҡаты уты аҫтында фашистарҙың 1 Станок пулемётын сафтан сығара, эскадронға бейеклекте алырға мөмкинлек бирә» (№ 197, 21.08.1942 йыл).

Һуғыштан һуңғы тормошо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1946 йылда демобилизациялана. Һуғыштан ҡайтҡас, «Красноармеец» колхозында тимерсе булып эшләй. Һәүәҫкәр балыҡсы ла була. Хәләл ефете Зәкиә Ғынийәтдин ҡыҙы (1914 йылғы) менән 6 балаға ғүмер бирәләр. Имам Ғәлимов һуғышта алған яраларынан мандымай 1965 йылда вафат була.

  • Галимов Имам Галимович (Тикшерелеү көнө: 6 июль 2021)
  • Галимов Имам Галимович  (Тикшерелеү көнө: 6 июль 2021)
  • Григорий Белов. «Путь мужества и славы». — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1985. — С. 35.
  • Кадыров С.А. «Орёл Урала». — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1985. — С. 52.
  • Ихсанов А.С. «Саҡма тояҡ аттарҙа». — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1995. — С. 51.
  • Галиакберов А.З. «Авылым тарихы». — Асҡын, 2011. — С. 107.
  • Письма Ахтам Ихсан (Ихсанов А. С.)